ҡулдарымдың көсө бөттө лә ҡуйҙы. Етмәһә, һыйыр тик тормай, себен ҡыуып, ҡойроғон болғап тик тора. Биҙрәгә сүп-фәлән төшмәһен, тип, аҡрын ғына һауам. Хәлем бөтөп, тубыҡтар ойоп, аяҡтарымды ла һиҙмәй башланым. Минең бик үк эшкинмәгәнемде күреп, атайым үҙе һауыша башланы. Бер сәғәттәй маташып, көскә һауып бөттөк... Артабан һауылған һөттө йылытып, сепаратҡа һалырға сират килеп етте. Сепараты бик көйһөҙ нәмә, бер детален дөрөҫ ҡормаһаң - айырмаҫҡа әҙер тора. Өс биҙрәнән бер литрҙай ҡаймаҡ сыҡты. Сепаратты йыуып ҡуйып, элекке ҡаймаҡтарҙы май итеп бешеп, ҡаҙанда ҡорот ҡайнатып, уны һарҡытып элеп, һөт һауған дүрт биҙрәне, һөт йылытҡан кәстрүлде, ҡаҙанды, ҡыҫҡаһы, бер өйөм һауыт-һабаны йыуҙым. Тегендә-бында һөт йылытып йөрөп, иҙәнгә вис түгеп бөткәнмен. Май бешкәндәге һыуҙар ҙа тамған, аяҡ аҫты шау май. Һыу йылытып алып, һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡса менән һөртөп алырға тура килде иҙәнде лә. Ошо эштәр менән булған арала дүрт сәғәт ваҡыт үткән. Ә мин бит әле балаға, иргә, үҙемә иғтибар бүлмәнем. Ашарға бешермәнем, мунса яҡманым, тигәндәй.
Үлгән шикелле йоҡлағанмын. Иртәнге алтыла тороп, шул уҡ киске процедураларҙы ҡабатларға тура килде. Иртәнге 10-да иһә мин хәлдән тайып ята инем инде. Әммә хәл алып ятырға ваҡыт юҡ. Ҡаймаҡлап, эремсекләп, сәй эсеп алдыҡ. Төшкө эҫе төшкәнсе, тип, баҡсаға картуф, йәшелсәләрҙе утарға сыҡтыҡ. Яңыраҡ ҡына бер тапҡыр утағайныҡ. Тағы сүп баҫҡан. Укроптар күпләп үҫеп киткән, уларҙы йыйып алып, тоҙларға кәрәк булды. Үҙем алып ҡайтҡан сәскә үҫентеләрен ултыртып сыҡтым. Еләк бешкән, уны йыйып, таҙартып, варенье ҡайнатыу өсөн әҙерләп ҡуйҙым. Хәҙер иһә кискелеккә мунсаға һыу ташып ҡуйырға, йәшелсәгә һибеләсәк һыуҙы ла улаҡтарға тултырып ҡуйырға кәрәк. Себештәрҙе ул көндө ояларында тоттоҡ, көтөргә сығарманыҡ, бушап булманы. Тағы ашарға бешерҙем, ҡашығаяҡты йыуып ҡуйҙым. Бала-саға һыу буйында уйнап ҡайтып, өҫтәрен бысратҡан, уларҙы йыуындырып, өҫтәрен йыуҙым. Тағы ла иҙәндәрҙе йыуып сығарҙым. Күрше ҡатын ингәйне, уның менән бер аҙ ғына һөйләшеп алдым. Күл буйына төшөп һыу инеп килергә ваҡыт табып булманы...
Кискеһен һеңлем мине алыштырырға ҡайтҡанда арманһыҙ булып йығылғайным инде. Биҙрәләр ана шунда элеүле тора, тип кенә әйтә алдым. Үәт ул эшкә шәәәп... Минең һымаҡ эшкинмәгән бәндә түгел инде. Ул беләктәр, ул күкрәктәр, тигәндәй. Һыйырҙарҙы ярты сәғәт эсендә шабырлатып һауып бөттө, сепаратты ла уңышлы ғына ҡороп, ҡаймаҡ айыртып алды. Ул тороп ҡалды, ә мин иртәгәһенә ҡалаға "реабилитацияға" юлландым...
Ҡала урамдарында ауылдан һөт һатыусылар торһа, танау сирып үтеп киткән булабыҙ. "Деревня", "ауылса" тигән һүҙҙәр ҙә ысҡына ауыҙҙан. Ҡаланыҡылар һөтлө-майлы-итле йәшәһен тип, күпме хеҙмәт башҡара ошо ауыл кешеһе. Хөкүмәт эшендә лә эшләп йөрөй, иртәнге сәғәт һигеҙгә тиклем шәхси хужалығындағы эшен бөтөрөп, төп эшенә сығып китә. Йә төйөнсәктәрен тейәп, һөт-ҡаймаҡ һатырға баҙарға юллана. Автобуста. Шуның өсөн ауыл кешеһенә баш эйерлек. Ауыл ҡатын-ҡыҙына һәйкәл ҡуйырлыҡ. Бына минең әсәйем дә ғүмере буйы көн дә шул ҡәҙәре ауыр эш эшләй булып сыға бит инде. Һыйырҙы һауып, һөтөн эшкәртеп ҡуйыу үҙе генә ни тора! Балаларыма аҡ булһын, тип, ауырығанда ла, ҡышҡы буранда ла, ямғырҙа ла көн һайын һауа бит шул һәүкәшен. Әлеге әсәйемде алыштырып маташҡан бер көн ошо ауыл тормошона өр-яңы күҙлектән ҡарарға мәжбүр итте мине. Әсәйемдең көнитмешен саҡ ҡына еңеләйтер өсөн, уға һауыу аппараты бүләк итергә булдым...
Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА.