-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Июнь 2021, 23:00

АЛМА АҒАСЫНАН ЙЫРАҠ ТӨШӘ...

Хәйерле төн. Йөрәк серем менән бүлешәйем тигән инем, әгәр ысын исемемде күрһәтмәһәгеҙ.

”Алма ағасынан йыраҡ төшмәй” тигәндәре менән бик килешеп бөтмәйем. Ошо темаға Интернетта ла постар сығып тора, уларҙы уҡыйым да, бала сағыма, йәшлегемә әйләнеп ҡайтҡандай булам... Күҙҙәге йәштәрем кипкән, ә күңел төбө тулы күҙ йәше барыбер…
Хәйер, баштан һөйләйем әле. Ғаиләлә беҙ өс бала: апайым, ағайым һәм мин, иң бәләкәсе. Бала сағыбыҙ бәхетле үтте тип әйтеп булмай. Атай менән әсәй айырылышҡанда миңә ике генә йәш тулған. Атай башы һуҡҡан яҡҡа сығып киткән, эҙһеҙ ғәйеп булған. Мин уны бер генә тапҡыр ҙа күргәнем юҡ. Ағайым менән апайым иҫләй. Әсәйем үҙ тормошо менән ҡайнаны. Ир затын бигерәк яратты: әле береһе, әле икенсеһе, әле өсөнсөһө менән тормош ҡорҙо. Балаларым тип иҫе китмәне, ирҙәрен һәр ваҡыт өҫтөн ҡуйҙы: шуларын ашатты, кейендерҙе, өйҙәрен бөтәйтте, хатта сәсе менән иҙән һеперергә әҙер ине – янынан ғына китмәһендәр. Ә балалары нисек уҡый, нимә ашай, нимә кейә — ике ятып, бер төшөнә инмәне. Өләсәйем менән олатайыма рәхмәт, беҙгә терәк-таяныс булдылар. Беҙҙе кеше иткән дә улар. Атайҙың юҡлығы, әсәйҙең йөрөмтәллеге ныҡ үҙәккә үтте. Мәктәптә лә, урамда ла гел ҡыйырһыттылар, "хәйерсе балалары" тип хатта йөҙгә бәреп әйттеләр. Уҡытыусыларға тиклем (бәғзеләре) айырып ҡараны. Тере етем булыуҙары ай-һай ҡыйын икән ул... Кисерештәр әйтеп аңлатҡыһыҙ...
VIII класта уҡығанда күрше ауыл егете менән дуҫлаша башланым. Ул минән бер йәшкә бәләкәй. Башта записка яҙыша инек, һуңынан арабыҙҙа мөхәббәт уты тоҡанды. Алты йыл дуҫлаштыҡ, енси яҡынлыҡ тураһында һүҙ ҙә булманы. ”Һуңынан әллә бергә булабыҙ, әллә юҡ. Бәхетеңә ҡул һуҙмайым, һин бәхетле йәшәргә хаҡлыһың!” – тине ул. Матур йөрөнөк. Беҙгә бар донъя һоҡлана ине. Уның апайҙары ла, әсә-атаһы ла миңә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булды.
Мәктәпте тамамлап (мин уҡырға инә алмай, СПТУ-ла бер йыл һатыусы һөнәрен үҙләштерҙем), икебеҙ ҙә Сибай ҡалаһына уҡырға индек һәм... юлдарыбыҙ айырылды. Ташлашыуыбыҙҙың сәбәбен былай тип аңлатты миңә һөйгәнем: йәнәһе, әсәйем непутевая, атайымдың ҡайҙа икәнен дә белмәйем, йәнәһе, гендарым насар һәм шуға ла мине кәләше итеп күрмәй. Уның үҙенең әсәһе абруйлы уҡытыусы, атаһы ул ваҡытта совхоз рәйесе ине. Уф, ул ваҡытта аяҡ аҫтымда ер ишелеп төштөмө, аяҙ көндө йәшен йәшнәнеме ни, түгелеп иланым. Хәҙер генә көлөп иҫкә алам.
Ташлашһаҡ та, артынан йөрөп ҡараным, ысын мәғәнәһендә йүгерҙем. Юҡ, егетем ныҡ торҙо әйткән һүҙендә. Үҙенең минән башҡа йөрөгән ҡыҙы ла булманы. Хәйер, кем белә…
Уҡыуҙы ҡыҙыл дипломға тамамлап, кейәүгә сыҡтым. Ике балаға ғүмер бирҙем, Аллаға шөкөр, донъям түңәрәк. Иптәшем шул тиклем һәйбәт кеше, эсмәй, тартмай, эштән ҡурҡмай, ҡулдары – алтын. Ғаиләм, балаларым тип өҙөлөп тора. Ҡәйнәм һәм ҡайнымдан да уңдым, һәйкәл ҡуйырлыҡ кешеләр. Мине теге егетемдең һүҙҙәре уҡырға ла, йәшәргә лә гел сәмләндереп торҙо, бәғзеләрҙең “хәйерсе балаһы” тип бармаҡ төртөп көлөүҙәре лә бер ваҡытта ла күҙ алдынан китмәне. Хәйерсе түгел икәнебеҙҙе, ҡай берәүҙәрҙән былайыраҡ итеп уҡый һәм донъя көтә алғаныбыҙҙы ҙур хәрефтәр менән ИҪБАТ итә алдыҡ.
Ә теге тәүге мөхәббәтемә килгәндә... Бер Сибайға барғанда осраттым мин уны урамда. Һөйләшеп торҙоҡ. “Бәхетле икәнеңде күҙҙәреңдән күрәм, – тине ул. – Бәхетле булырыңа тамсы ла шикләнмәгәйнем. Өйләндем, тик бала бәхете бирмәне беҙгә Хоҙай. Атайым менән әсәйем һине һәр ваҡыт һораша, күрһәң, сәләм әйт, тиҙәр. Кеше һүҙен тыңлап, юҡҡа рәнйеттем, хәҙер шуға ныҡ үкенәм. Ваҡытты кире бороп булһа икән! Бәлки, ғәфү итерһең дә өр-яңынан тормош башларбыҙ? Һин иптәшеңдән айырыл, мин – ҡатындан”, – тип ҡыҙып-ҡыҙып хыялға бирелә башланы был... “Бер теленгән икмәк кире ялғанмай. Бөркөтөмдө турғайға алыштыраһы түгелмен. Хуш!!!” – тип китеп барҙым. Был хәлдән һуң әллә нисә шылтыратты, тегенең татлы һүҙҙәренә бирелмәнем, ҡаты һөйләштем. Башҡаса шылтыратма, осрашыу эҙләмә, тинем. Һуңға табан бөтөнләй яуап бирмәнем, шулайтып биҙҙерҙем тегене.
Бының менән нимә әйткем килә: бөтә нәмә лә кешенең үҙенән тора. Алма ағасынан йырағыраҡ та тәгәрәп китергә мөмкин, бар алмалар ҙа ағас төбөндә өйөлөп ятмай бит. Бына ҡасандыр беҙ ҙә, апайым, ағайым һәм мин, бәхетле булырға, атай-әсәй юлын ҡабатламаҫҡа, күргәндәребеҙҙе балаларыбыҙға күрһәтмәҫкә һүҙ бирешкәйнек. Аллама мең шөкөр, һәр ҡайһыбыҙ юғары белемлебеҙ, ғаиләбеҙҙә икешәр бала үҫә, машина, фатир-өйҙәребеҙ ҙә бар. Өләсәйебеҙ менән олатайыбыҙға меңдән-мең рәхмәттәр уҡып ҡына торабыҙ. Ғөмүмән, урыҫтар әйтмешләй: “Мы все как карандаши: каждый рисует свою судьбу – один ломается, другой тупит, а кто-то затачивается и движется вперед”.

Сәлиә, 30 йәш.
Читайте нас: