+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Июнь 2021, 12:00

СӘҒӘТ БАШҠОРТСА НИСЕК "ҺӨЙЛӘШӘ?"

Сәғәтте "тик-так" тип һөйләштергән йырҙар арта бара. Ә бит сәғәт башҡортса -

"келт-келт" тип "һөйләшә" ул, йәштәр! Тик-так - урыҫ сәғәте!

Хәҙер, шөкөр уныһы, телебеҙгә урыҫ һүҙҙәрен һирәгерәк ҡыҫтырабыҙ, әммә һөйләмдәрҙе урыҫса уйлап төҙөйбөҙ, туранан-тура "ауҙарабыҙ". Был күренешкә "ауҙарыу" һүҙе тап-таман ғына. Тәржемә итеү, әйләндереү, тылмаслау - икенсе кимәл, юғарыраҡ. Әммә ҡайһы бер йәш журналистар "ауҙарыу" тип һөйләүҙе дауам итә, сөнки телебеҙҙе үҙҙәре шулай ауҙаралар! Һөйләшкәндә ваҡытты дөрөҫ әйтмәү ҙә йыш ҡолаҡҡа салына. Өфөлә сәғәт иртәнге йәки киске 7 була ул, бер нисек тә 7 сәғәт түгел. Өфөлә сәғәттәр һаны улай ғына түгелдер, сөнки 7 сәғәт тиеү ваҡыт төшөнсәһен түгел, ә һанды алға ҡуя. Сәғәт 12-нән һуң саф башҡортса һөйләшеүсе, көндөҙгө сәғәт бер, тиәсәк. Йәнә бер киң таралған хата йәнде көйҙөрә: урыҫсанан туранан-тура "ауҙарып", кейемде кеймәй, өҫтөндә йөрөй башланыҡ! В шляпе - эшләпәле ул, бер нисек тә "эшләпәлә" түгел. Эшләпә эсендә нимә тип баҫып торорға кәрәктер! "Күлдәксән" йәки "күлдәк кейгән" урынына күлдәктә (тимәк, уның өҫтөнә менеп баҫҡан), "итек кейгән" йә "итексән" урынына - итектә тип һөйләйбеҙ, яҙабыҙ! Итекте кейергә кәрәк, ә өҫтөнә менеп баҫырға түгел! Һүҙ башына кире әйләнеп ҡайтып, шуны әйтке килә: әйҙәгеҙ, сәғәтте лә башҡортса һөйләштерәйек, ымлыҡтарҙы ла тейешенсә ҡулланайыҡ. Юғиһә, "Һей Башҡортостан!" тип тә йырлай башланыҡ бит! Тәүге һүҙ бер нисек тә ымлыҡ түгел, ә бойороҡ ҡылым! Республикабыҙҙы "ундай эштәргә" өндәү килешмәй...

Гүзәл СИТДИҠОВА.

Читайте нас: