+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Июнь 2021, 21:00

Онотмаһын беҙҙе тыуған ер! (Музыкаль-драматик композиция) Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА

Ҡатнашалар:МалайӨләсәйӘхмәтсафаАхунйәнБейеүселәр, һалдаттар.

Беренсе күренеш
Сәхнәлә талғын ҡурай моңо яңғырай («Сыңрау торна» көйө). Аҙағынан торна, ҡыр ҡаҙҙары тауышы ишетелә. Сәхнәгә ҡулдарын йәйеп, малай йүгереп килеп сыға.
Малай осҡан ҡоштарға ҡул болғап:
– Эһе-һей, ҡыр ҡаҙҙарыыы, бында килегеҙ, бындаа! Өләсәйем әйтә, һеҙ беҙгә яҙ менән бергә бәхет алып киләһегеҙ, ти. Иих, мин бәхетлемен дә ул, тик оса белмәйем. Һеҙҙең кеүек осорға өйрәнһәм, тағы ла нығыраҡ бәхетле булыр инем.
Бүләһен ишетеп ҡалған бик оло йәштәге таяҡҡа таянған ҡарт өләсәһе күренә.
Өләсәй. Иий, ҡолонсағым, осаһың киләме ни һинең, бәпкәм?
Малай. Эйе, өләсәй, бик ныҡ осаһым килә, бына ошолай, әле ҡайтҡан ҡыр ҡаҙҙары кеүек. (Малай ҡулдарын йәйеп, өләсәһен түңәрәкләп осоп килә.)
Өләсәй. Эй, рәхмәт яуғыры, быйылғы ҡыр ҡаҙҙарын да күрергә насип булған икән. (Малайҙың башынан һыйпай.) Бына ҡарт ҡартатайың кеүек летчик булһаң, рәхәтләнеп осорһоң әле, улым.
Малай. Иих, ул ҡартатайым бында булһа, мине хәҙерҙән үк өйрәтә торор ине.
Өләсәй. Ваҡыты етеп, ҡанаттарың нығынғас, һин дә тормош тигән оло күктәрҙә кинәнеп осорһоң, бөркөтөм минең! Ә әлегә, әйҙә ҡоймаҡлап, тәмләп сәй эсеп алайыҡ, бәпкәм минең. Әйҙә, улым, әйҙә, ҡолонсағым. (Малай менән сәхнәнән сығалар.)
Талғын көй ишетелә. Сәхнәгә Рафаэль Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙары» шиғырын яттан һөйләп ҡыҙ сыға. Артта экранда видео-слайд аша Башҡортостан тәбиғәте, ҡыр ҡаҙҙары, ҡоштар тубы осоп ҡайтҡан, миҙалдарын таҡҡан һалдаттар, батырҙар күрһәтелә.
Ҡыр ҡаҙҙары. Рафаэль Сафин
Өндә түгел, төштә күрҙем уны:
Яҙғы таңдың һыҙылып атҡанын,
Көмөш сынйыр булып, теҙелешеп,
Ҡыр ҡаҙҙары осоп ҡайтҡанын.
Ер йәм-йәшел ине. Күк зәп-зәңгәр.
Шундай яҡты, сыуаҡ яҙ ине.
Ергә, күккә – төпһөҙ зәңгәрлеккә
Баҡ та аҡылыңдан яҙ ине!
Ҡыр ҡаҙҙары осоп килә ине,
Таң нурына мансып түштәрен...
Ниңә әле шул төш онотолмай, Онотолғанда башҡа төштәрем?
Ҡыр ҡаҙҙары осоп килеп төштө
Тымыҡ күл буйына – таллыҡҡа.
– Һаумыһығыҙ, ҡаҙҙар! – тигән инем...
– Һаумы, яҡташ! – тигән тауышҡа
Ышанмай ҙа торҙом.
Минең алда ҡаҙҙар түгел ине – һалдаттар.
Түштәрендә сыңлай миҙалдары,
Шинелдәрен төрөп алғандар.
– Һаумы, туған! – тиҙәр. –
– Беҙҙе, тиҙәр, – онотманымы әле яҡташтар?
Иҫләйҙәрме әле? Беҙ бит, – тиҙәр,
– Яуҙа үлеп ҡалған һалдаттар.
Ер уянған саҡта нисек итеп
Йоҡлап ятмаҡ кәрәк ҡәберҙә!
Ҡыр ҡаҙҙары булып тыуған яҡҡа
Ҡайтып төштөк бына хәҙер ҙә.
Тәбиғәттең уяу бер мәлендә
Яҙ һайын беҙ шулай итәбеҙ:
Һабан һөрөп киткән еребеҙҙе,
Һаман көткән әсәләребеҙҙе, Балаларыбыҙҙы, бисәләребеҙҙе
Яҙ һайын бер күреп китәбеҙ.
Тик үҙҙәре генә күрмәй ҡала.
Күренәбеҙ бары төштә беҙ.
Төштә генә беҙгә, төштә генә
Осрашырға хоҡуҡ бирелгән,
Һәм бары тик ҡаҙҙар булып ҡына
Ҡайталабыҙ осоп беҙ илгә.
Һеҙҙән беҙгә бер ни кәрәк түгел,
Тик шуға һеҙ ҡолаҡ һалығыҙ:
Онотмағыҙ беҙҙе, онотмағыҙ!
Йышыраҡ беҙҙе иҫкә алығыҙ!
Ҡояшлы ла булыр көндәрегеҙ,
Аяҙ күкте ҡаплар болот та.
Онотмағыҙ беҙҙе! Онотһағыҙ, Ҡайталмабыҙ ҡаҙҙар булып та.
Шулай тинеләр ҙә юғалдылар.
Ә бөгөн мин, бөгөн, таң ҡалып,
Төштә түгел, өндә ҡарап торҙом
Яҙғы таңдың һыҙылып атҡанын,
Көмөш сынйыр булып, теҙелешеп,
Ҡыр ҡаҙҙары осоп ҡайтҡанын.
Икенсе күренеш
Артабан сәхнәгә миҙалдар таҡҡан ике һалдат инә. Улар бер үк ваҡытта бик шат, бер үк ваҡытта һағышлылар.
Әхмәтсафа. Ииих, ҡайһылай һағындырған тыуған ерҙәр! Һаумы ауылҡайым, (тамашасыларға ҡарап) һаумы, яҡташтар, һаумы, тыуған тупһам!
Ахунйән. Шулааай, Әхмәтсафа. (Тәрән итеп тын ала.) Ә яҙғы һауаһы, ҡояшлы иртәһе ниндәй иҫ киткес! Һаумы тыуған ерем, ҡайтып еттек һиңә осоп!
Әхмәтсафа. Ҡарале, Ахунйән, бына үҙ ҡулдарым менән ағастан эшләгән ҡыр ҡаҙҙары... Һаҡлап ҡалғандар икән нәҫелем, рәхмәт уларға. (Бер аҙ моңһоуланып.) Тик тыуып үҫкән нигеҙем генә үҙгәргән.
Ахунйән. Үҙгәрмәй ни. Бөтә донъя үҙгәргәндә, ауылҡайыбыҙ үҙгәрмәй тормаҫ инде. Ана, күпме матур өйҙәр, яңынан төҙөлгән мәсет.
Әхмәтсафа. Дөрөҫ әйтәһең, туғаным. Үҙгәргәндә лә, үҙ асылыңды һаҡлап ҡалыу фарыз шул. Ҡыҙҙар тауы, һирәгәйгән Ҡаншал тауы.
«Аръяҡ урам, төбәк урам,
Тау урамы, аҫҡы яҡ».
Ахунйән. «Урамдарҙа яңы исем, күңелгә нисектер ят», – тип йырланамы әле йырҙа? Һинең нәҫелеңдән килгән Мәүлетбайҙың улы Тимас башҡара түгелме шул йырҙы?
Әхмәтсафа (ғорурланып, күңелләнеп китеп). Эйе, яратып башҡара ул уны, күңел һалып. Көйөн үҙе яҙған, ә һүҙҙәре Сабир Ғариповтыҡы.
Ахунйән (дәртләнеп). Әйҙә, туғаным, булмаһа, йырлап үтәйек әле. Йөрәктәрҙе елкендереп алайыҡ. (Ике һалдат сәхнәнән сыға.)
Тимас Сафин көйө, Сабир Ғарипов һүҙҙәре,
«Ҡайтып киләм ауылыма» йыры.
Ҡайтып киләм ауылыма,
Тирә-яғы йәшеллек.
Уйнап та туйып булманы,
Үтте лә китте йәшлек.
Һағындыра сит ерҙәрҙә
Ауылым минең Йосоп.
Ҡайтыр инем, ауылҡайым,
Ҡанатым булһа осоп.
Баҙар тауы, Ҡаншал тауы,
Ыҡ йылғаһы уртала.
Тыуған яҡты күрәм тиеп,
Йөрәк әрней, уф Алла.
Аръяҡ урам, төбәк урам,
Тау урамы, аҫҡы яҡ.
Урамдарҙа яңы исем,
Күңелгә нисектер ят.
Ҡайтып киләм ауылыма,
Күңелем тулы һағыш.
Уйнап та туйып булманы
Йәшлекте алды һуғыш.
Өсөнсө күренеш
Ахунйән. Һай, бына бит күңелдәр ҡанатланып китте! Их, Әхмәтсафа, иҫләйһеңме, беҙҙең гөрләп янып торған йәш саҡтарҙы: сәскәләй наҙлы, дәртле ҡыҙҙар, типһә тимер өҙөрҙәй егеттәр! Баһауетдинов Ахун, Ғималов Йәрмөхәмәт (һуғышта ятып ҡалған бер нисә исем-фамилияны һанап сыға).
Әхмәтсафа. Онота буламы ни яуҙаштарыбыҙҙы һәм шәп саҡтарҙы! Беҙҙең күңелдәр һәр саҡ йәш бит ул. Ә бына ауылым олоғая шул, йәш-елкенсәк етешмәй. Ҡайҙа икән урамдарҙы тултырып уйнар балалар?..
Ахунйән. Шулаай. Ә уйлап ҡараһаң, ауылыбыҙҙан һуғышҡа 158 кеше киткән. Шуларҙың 76-һы әйләнеп ҡайтҡан.
Әхмәтсафа. Әгәр ҙә һуғыш бөтөнләй булманы икән тип күҙ алдына килтерһәк. Һәм 158 ир-ат имен-һау булып, һәр береһе, кәмендә биш бала тәрбиәләп үҫтерһә, (һауала бармаҡтары менән һыҙып тиҙ генә һанай) бына һиңә 790 кеше булып сыға!
Ахунйән. Ә уларҙың һәр береһендә өсәр ейән-ейәнсәре булһа, (пауза) 2370 бала! Урамдарҙы тултырып 2370 (!!!) бала йүгереп йөрөгән булыр ине. Әгәр шул ҡәһәрле һуғыш булмаһа...
Сәхнәгә күмәк балалар теҙелешеп баҫа, ҡыҙҙар һәм малайҙар «Олатай миҙалдары» йырын дәртле башҡара. Араларында сценарий башында сыҡҡан Малай ҙа йырлай. Ике һалдат уларҙы ситтән генә күҙәтә, йәштәрен һөртөп алалар.
Балалар йырлап сығып китә, ләкин теге Малай тороп ҡала.
Малай. Яугир һалдаттарға ура! (Малай оҫта ғына итеп честь бирә.) Һаумыһығыҙ, ағайҙар-һалдаттар! (Һалдаттар яғына яҡын килә. Уларға ихлас һоҡланып.) Ҡалай миҙалдарығыҙ күүп! Ҡараһам яраймы? (Малай яндарына яҡын килә.)
Ике һалдат аптырап бер-береһенә ҡарашып алалар.
Әхмәтсафа менән Ахунйән бер юлы әйтәләр (бик аптырап һәм һағайып): Ә... һин... ысынлап беҙҙе күрәһеңме ни? (Һалдаттар малайға тубыҡланып эйеләләр.)
Малай. Бәй, мин күҙлек кеймәйем дә инде! Бик һәйбәт күрәм. Өләсәйем генә ул бик насар күрә. (Ҡыҙыҡһынып һалдаттарҙың миҙалдарын тотоп ҡарай, бер-беренә сыңлатып ҡарай.) Ох, нимә тип сыңлайҙар икән?!
Әхмәтсафа (йылмайып). Беҙ еңдек тип йырлайҙар! (Ҡыҙыҡһынып.) Ә өләсәйеңдең исеме нисек?
Малай. Әлләсе, өләсәй өләсәй инде ул!
Һалдаттар көлөшөп ҡуялар.
Әхмәтсафа. Туҡтале. (Малайҙы танырға тырышып.) Һин бит. Йә Хоҙай! Һин бит нәҡ минең улым! (Әхмәтсафа турайып баҫа, артынан иптәше лә тора.) Ахунйән, был бит минең нәҫелемдең иң бәләкәсе. Минең улым, һинең ҡарт ҡартатайың, мин һуғышҡа киткәндә бик бәләкәс кенә ине.
Ахунйән. Ысынмы, улым? Улайһа, һин беҙгә лә туған булып сығаһың бит ул! Һин ошо өйҙә йәшәйһеңме?
Малай. Эйе. Бына ҡарт ҡартатайым эшләгән ҡыр ҡаҙҙары, ә ана унда атайым эшләп ҡуйған самолет тора. Ә һеҙ нишләп улай йәшһегеҙ атыу? Һәм ҡайҙан килеп сыҡтығыҙ ул?
Ахунйән. Аңлайһыңмы, беҙҙең күңелдәребеҙ һәр саҡ йәш, шуға ла бына йәш күренәбеҙ. (Малайҙың күҙҙәренә ҡарап.) Ә бында тыуған ерҙе күрергә тип кенә килдек. Беҙгә бик аҙ ғына ваҡыт бирелгән, аңлайһыңмы. Тиҙҙән кире үҙебеҙҙең мөғжизәле, йондоҙло Йыһан-иленә ҡайтып китәсәкбеҙ. Тик һин берәүгә лә ләм-мим, йәме? (Бармағын ирендәренә ҡуйып тсс тип хәрәкәт яһай.)
Малай (ғәжәпләнеп). А-а ҡалай хәтәр ул!
Әхмәтсафа (бик шатлыҡлы). Хоҙайҙың ниндәй ҡөҙрәте был! Ниндәй ҡыуаныслы көн бөгөн?!
Малай. Бөгөнмө? Бөгөн 9 Май, Еңеү көнө!
Әхмәтсафа. Эйе. Шатлыҡлы ла, һағышлы ла көн бөгөн... Эхх, шатлығымдан хатта бейеп осоп китерҙәй булам! (Дәртле көй ишетелә.)
Малай. Урра, минең хәҙер берәү түгел, хатта ике ҡартатайым бар! (Ҡартаталарын етәкләп, бейей-бейей сығып китәләр.)
Сәхнәгә бейеүселәр сығып дәртле бейеү башҡара.
Дүртенсе күренеш
Малай һәм ике һалдат сәхнәгә ҡабат сығалар.
Малай. Ҡартатай, ҡартатай, ә һин мине осорға өйрәтәһеңме?
Әхмәтсафа. Эйе, улым, бына күңелеңдә һәр саҡ изгелек менән хыял йәшәһә, ҡанаттарың үҫәсәк, һәм барлыҡ теләгәнең тормошҡа ашасаҡ. Ә шулай ҙа мин һиңә тыныслыҡта ғына осоуыңды теләйем. Һуғыш бит ул – уйын түгел.
Малай. Өләсәй ҙа шулай, ти. Мин атыш уйнағанды бер ҙә оҡшатмай.
Ахунйән. Һуғыш бит ул атыш ҡына түгел. Ул мең башлы аждаһа кеүек, бөтә халыҡты, илде йота яҙған ҡот осҡос фажиғә.
Малай (ҡулына таяҡ алып). Ә мин ул аждаһаны ошолай-ошолай (таяҡты ҡылыс итеп һелтәп уйнай) итеп еңер инем дә һәм һеҙҙең кеүек батыр булыр инем.
Ахунйән. Беҙ бит һуғышта батырлыҡ ҡылабыҙ тип уйламаныҡ, ҡорал алып ҡулдан килгәнсә алыштыҡ.
Әхмәтсафа. Беҙҙең районыбыҙҙан һуғышҡа 6000 ир-ат китә. Шуларҙың яртыһынан күбе яу яландарында тороп ҡала.
Ахунйән (тамашасыларға ҡарап һөйләй). Күпме ҡорбан биреп яуланған был тыныс тормош, беҙҙән һеҙгә ошо миҙалдай, мираҫ булып ҡала.
Күмәк халыҡ сығып «Батырҙар йыры»н башҡара.
Бишенсе күренеш
Малайҙың Өләсәһе кемделер эҙләй-эҙләй килеп сыға.
Өләсәй. Йылға буйынан ҡаҙҙарыбыҙҙы алып ҡайт тиһәм, әллә ҡайҙа китеп олаҡты инде. Һаай, әле генә тауышы ишетелгәндәй ине.
Сәхнәнең икенсе яғынан Малай ике һалдат менән көлөшә-көлөшә килеп керә.
Малай (өләсәһен күреп, ҡаршыһына йүгереп барып ҡосаҡлай). Өләсәй, өләсәй, ә мин һиңә ҡартатайымды алып ҡайттым. Берәү түгел, хатта икәү!
Һалдаттар уға ҡарап юғалып туҡтап ҡалалар. Өләсәһе бит-ауыҙын яулыҡ осо менән ҡаплай, әкрен генә яҡыныраҡ килә.
Өләсәй. Ыстағафирулла! Эй, ошо бала шаяртыр ҙа йөрөр инде. (Йылмайып.) Әйҙүк, ҡунаҡтар, әйҙүк, түрҙән уҙығыҙ. Әле генә сәйем ҡайнап сыҡты.
Малай. Юҡ, өләсәй! Мин шаяртмайым! (Бер аҙ үсегеп, йүгереп сығып китә.)
Өләсәй. Абау, ниндәй һағыҙаҡ саҡҡан уны?! Әй, уландарым, тормағыҙ тапанып, әйҙәгеҙ үтегеҙ. Һеҙ, моғайын, кәнцирт ҡуйырға килгәнһегеҙҙер. Мин дә бүләм менән барырмын тигәйнем дә, ҡартлыҡ бит нишләтәһең.
Әхмәтсафа, Ахунйән бергә: Беҙ... Э...мм.. (Ҡаушап тик торалар.)
Шул саҡ Малай йүгереп килеп керә, ҡулында Үлемһеҙ полкка тип әҙерләнгән ҙурайтылған фото.
Малай. Бына, өләсәй. Бына ҡартатайым. Һәм бына ул үҙе! (Әхмәтсафаны еңенән тартып өләсәһе ҡаршыһына баҫтыра.)
Өләсәй (ауыҙын ҡаплап). Йәрхәмбикалла! Әллә... (пауза) күмәкләп һаташабыҙ инде. Өнөммө был төшөммө?!...
Әхмәтсафа. Төш, төш тип кенә уйла, аппағым...
Ишетелер –ишетелмәҫ талғын ғына көй башлана.
Малай менән Ахунйән ситтәрәк йылмайып, һоҡланып күҙәтәләр.
Өләсәй. Аппағыым... икәү генә ҡалған саҡта шулай тип атай торғайны Әхмәтсафам.
Әхмәтсафа. Был... мин....
Ахунйән. Эйе был ул.
Өләсәй. Йә Раббым... Был бит Һин! Ҡайһылай оҙаҡ көттөм мин был осрашыу мәлен. (Ахунйәнгә ҡарап.) Ә быныһын...бер ҙә генә сырамытмайымсы.
Әхмәтсафа. Был Сафин Ахунйән бит, төбәктә тора торғайнылар. Беҙ бергә яуҙа...
Өләсәй (Әхмәтсафаны битенән һыйпап). Мин һинең хаҡта «Хәбәрһеҙ юғалған» тигән хатты алғандан бирле, һинең барыбер әйләнеп ҡайтырыңа ышанып, өмөтләнеп йәшәнем. Шул өмөт кенә мине ошо йәшкә тиклем йәшәттерҙе. (Берен-бере ҡосаҡлай.) Һин ҡайттың, инде үҙең менән алып кит мине.
Өләсәй һәм Әхмәтсафа етәкләшеп сығалар, арттарынан Малай менән Ахунйән дә эйәрә. Талғын көй көсәйә. Йырсы сығып «Ҡыр ҡаҙҙары» йырын моңло башҡара.
Алтынсы күренеш
Малай алға һикерә-һикерә килеп сыға, артынса ике һалдат, өләсәһе лә күренә.
Малай. Ҡартатайҙарым, бөгөн оло байрам да инде.
Ахунйән. Эйе, бөгөн ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ көн.
Малай. Ә клубта бик шәп концерт ҡуялар, тап һеҙгә бағышланған. Әйҙәгеҙ байрам күрергә барайыҡ. (Инәлеп матур итеп ҡарай.)
Ахунйән. Әллә инде. (Дуҫына һораулы ҡарай.)
Әхмәтсафа. Ә һин беҙгә йырлап ишеттерәһеңме, ҡолонсағым?
Малай. Әлбиттә.
Өләсәй. Эйе шул, барайыҡ. Күңелдәр йомшарып, йыр-моңға тулышып, йәшәреп ҡайтырбыҙ.
Әхмәтсафа. Атыу булмаһа, барайыҡмы, Ахунйән? Һин дә бәлки үҙеңдекеләрҙе күреп ҡыуанырһың.
Ахунйән (күңелләнеп китә). Әйҙә, мин риза. Киттек.
Малай. Урра, концертҡа. (Ҡыуанып сәпәкәйләп алдан йүгерә.)
Күмәкләп күңелле генә сығып китәләр.
Етенсе күренеш
Артабан программа буйынса әҙерләнгән йыр-бейеүле концерт дауам итә. Йырҙарҙа Малай ҙа ҡатнаша. Ветерандарҙы ҡотлайҙар, бүләкләйҙәр. Концерт барышында Әхмәтсафа, Ахунйән һәм Өләсәй башҡа күренмәйҙәр.
Күңелле, хушлашыу йыр-көйөнә ҡатнашҡан барлыҡ йырсылар, бейеүселәр, балалар, апай-ағайҙар барыһы ла сәхнәгә сығып баҫалар. Ҡулдарында сағыу шарҙар, сәскәләр. Байрам сараһы тулыһынса тамамланғас ҡына, әйтер һүҙҙәр әйтелгәс кенә беҙҙең геройҙарыбыҙ ҙа сәхнә түренә уҙалар. Улар саҡ ҡына алғараҡ баҫа.
Ахунйән. Рәхмәт һеҙгә, яҡташтарым, рәхмәт! Алмашҡа килгән йәш быуындарҙың яугирҙарҙы иҫләгәндәре өсөн рәхмәт!
Әхмәтсафа. Рәхмәт һеҙгә, нәҫел-нәсәбебеҙҙе дауам итеүселәр, ил ҡотон һаҡлаусы бөйөк Әсәләр, бәхетле киләсәгебеҙҙең тәүфиҡлы ул һәм ҡыҙҙары!
Ахунйән. Беҙгә китергә ваҡыт... Һеҙ ҡалаһығыҙ. Тыныс тормоштоң бәхете һеҙҙең ҡулдарҙа! Һаҡлағыҙ уны. Ә беҙҙе онотмағыҙ. Онотмаһын беҙҙе тыуған ер, тыуған ил һәм йәш быуын!
Малай. Батырҙарҙы онотмайыҡ, улар – беҙҙең атай-олатайҙар!
Өләсәй. Һеҙҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Һеҙ халҡыбыҙ йөрәгендә мәңгелек йәшәйһегеҙ. Ғәзиз ғүмерҙәрегеҙҙе биреп беҙгә бүләк иткән бәхетле тормошта бына инде нисәнсе быуын тыныслыҡ йырҙарын йырлап үҫә. Шул тылсымлы йыр мәңге күңелдәрҙә йәшәһен, тыныслыҡ йыры, еңеү йыры, рәхмәт йыры ул!
Күмәкләп «Еңеү йыры»н йырлайҙар.
Йырҙан һуң бөтәһе лә ветерандарға, тамашасыларға баш эйәләр. Балалар сәхнәнән төшөп сәскәләрҙе ветерандарға, оло инәйҙәргә, олатайҙарға бүләк итәләр.
Читайте нас: