+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Июнь 2021, 10:15

Мин ат өҫтөндә, юртып барғанда ҡурай уйнарға өйрәнеүем өсөн бик тә һөйөнәм

Дәртле, ҡыҙыҡлы көйҙәр, дүрт тактлы марштар ат өҫтөндә тыуған. Мәҫәлән, "Ҡара юрға" көйө. Уйнаҡлап торған айғыр өҫтөндә йәш килен ергә төшә алмай ултыра. Егете уны төшөрөргә тейеш.

Уның өсөн атты йыуатырға, тынысландырырға кәрәк. Шул процесты көйгә һалғандар. "Өҫтөңдәге һылыуыңды төшөрсәле, юрғам", - тигәндәр. Мин ат өҫтөндә, юртып барғанда ҡурай уйнарға өйрәнеүем өсөн бик тә һөйөнәм.
Беҙ халҡыбыҙҙың традицияларын кире ҡайтарырға тейешбеҙ. Йыр, бейеүгә генә ҡайтып ҡалмай ул традициялар. Мәҫәлән, клубыбыҙ идараһы менән уйланыҡ, план ҡорҙоҡ та, Хөкүмәткә ҡыҙыҡлы ғына бер проект индереп бирҙек. Унда: "Һабантуйҙарҙа, башҡа милли байрамдарыбыҙҙа халыҡты аттар менән бәйле уйындарға, "Ат яратыу" сәнғәтенә ылыҡтырырға, йәйәнән атыу, сәкән һуғыу кеүек ат өҫтөндә уйналған уйындарҙы күберәк күрһәтергә кәрәк", - тиелә. Был тәҡдим ыңғай ҡабул ителде, тип һанайым, сөнки ыңғай яуаптар килде. Үткән һабантуйҙарҙа ысынлап та ошондай уйындар ойошторолдо. Был тәжрибә киләсәктә бар райондарға таратылыр, тип ышанғы килә. Сөнки был йәһәттән, үҙ халҡының тарихын, мәҙәниәтен, традицияларын бар сағыулығында һәм төрлөлөгөндә һаҡлау, ҡулланыу буйынса беҙҙе венгрҙар ҙа, ҡырғыҙҙар ҙа, ҡаҙаҡтар ҙа күптән уҙып киткән. Беҙ уларҙан артта ҡалып торайыҡмы! Тормош - бәйге бит ул. Башланған эштәребеҙҙе ошо юҫыҡта дауам итә алһаҡ, беҙ барыһын да уҙып китә аласаҡбыҙ. Ләкин бында бөтөн халыҡ, йәмәғәтселек менән, дәүләт менән берлектә уйларға, эшләргә кәрәк.
Үҙгәрештәргә бер яҡлап ҡына ҡарарға ярамай. Мәҙәниәтебеҙ тере булһын, тағы ла үҫһен, тиһәк, ошо әйтелгән һөйләмдәр тирәһендә лә ағай-энеләр менән күберәк фекер алышһаҡ ине. Үрҙә әйтелгәндәр бер кешенең субьектив фекерҙәре генә булды. Мин бөтәһен дә дөрөҫ әйттем, тип раҫлай алмайым. Ләкин миңә "ат ене" ҡағылған, тип тулы ышаныс менән әйтә алам, сөнки беләм: Ширияздан ҡартатайым колхозға өс ат биреп ингән, атай-олатайҙарым ат йәнле булған. Ат эргәһендә мин дә үҙ асылыма ҡайтҡандай булам. Күңелебеҙҙе өйкәгән мәңгелек һорауҙарға үҙемсә яуап эҙләйем. Бәлки, табырмын, тим.

Шулай итеп...
Илдар Шәйәхмәтовтың энтузиазмы, әүҙемлеге сере ниҙә, тип күп уйланған бар. Яуап асыҡ. Бар ғиллә уның ваҡыты-ваҡыты менән әлеге хәрби-тарихи реконструкцияларҙа йөрөп, ата-бабалар ейгән ризыҡ ейеп, улар йөрөгән һуҡмаҡтан йөрөп, улар алып барған йәшәү рәүешен һынап ҡарап ҡайтыуындалыр, тип уйланыла. Һәм тағы, ҡалала йәшәп, ер рухын, ат рухын тойоуынандыр Илдар Ғиндулла улының көсө, аҡылы.

Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды (Әңгәмәнән өҙөк)

Читайте нас: