+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Июнь 2021, 09:41

ҺАЛМАНЫ ҮҘЕҢ БАҪ, АҒАС ҠАЛАҠ БИР!

Бишбармаҡ - башҡорт халҡының яратҡан аш-һыуҙарының береһе. Уны һәр төбәктә төрлөсә бешерәләр. Бишбармаҡты табынға ҡуйғанда ла айырмалыҡтар күҙгә ташлана. Әбйәлилдәр өҫтәлендә лә был тәмле һәм туҡлыҡлы аш-һыу йыш "ҡунаҡ". Әбйәлилдәрсә бишбармаҡ әҙерләү серҙәре -

Бишбармаҡтың тәмлелеге хужабикәнең оҫталығына ғына түгел, ә бешереүгә һалған күңел йылылығына ла бәйле. Әгәр ҙә ихласлыҡ булмаһа, бишбармаҡ әҙерләүгә дәртләнеп тотонолмаһа, һәйбәт һөҙөмтә, тәмле аш өмөт итергә ярамай. Бишбармаҡты әҙерләү өсөн саҡырылған ҡунаҡтар иҫәбенә самалап ит алына. Уның сифатлы, бер аҙ майлыраҡ булыуы яҡшы. Шулай уҡ берәр киҫәк ҡаҙ ите ҡушып ебәреү бишбармаҡты тағы ла тәмлерәк итә. Бишбармаҡҡа тигән ит һүрән генә утта ҡайнарға тейеш, шул саҡта ул йомшаҡ, тәмле һәм һутлы булып бешә. Ит бешеп сыҡҡас та, тоҙлоғон алып, уға ваҡ ҡына итеп туралған һуған һалып, өҫтөн ябып, ситкә ҡуйып торабыҙ. Ошолай иткәндә һуған эҫе тоҙлоҡта бығып ҡына бешеп ултыра. Ҡаҙандан итте бушатып, һурпаһын һөҙөп, уға алдан әҙерләнгән картуфты, бер аҙҙан ҡырҡылған һалманы һалабыҙ. Улар әҙер булғансы, уртаса ҙурлыҡта итеп турап, итте әҙерләйбеҙ. Һалманың мотлаҡ өйҙә ҡырҡылғанын алыу мөһим. Магазиндан һатып алынған һалма бишбармаҡтың төҫөн боҙа, уны бәҫһеҙләндерә. Һалма күләме ике кешегә бер ус иҫәбенән алына. Һалма бер-береһенә йәбешмәһен өсөн, утты һүндергәс тә, кәстрүлгә ярты сынаяҡ тирәһе һалҡын һыу ҡойорға кәрәк.
Бишбармаҡты табынға ҡуйыуҙың да үҙ ҡағиҙәләре бар. Алдырҙарға (табаҡтан бәләкәйерәк һауыт) һалманы, уның өҫтөнә туралған ит һалып, һуғанлы тоҙлоҡ ҡойоп ултыртабыҙ. Бер алдыр биш-алты кешегә иҫәпләнә. Һәр кешегә кәсә һәм мотлаҡ ағас ҡалаҡ таратабыҙ. Бишбармаҡты тимер ҡалаҡ менән ашау уның йәмен ебәрә, күркен бөтөрә. Бишбармаҡ янына айырым һауыттарҙа ҡорот, тоҙ-борос ҡуйыла. Ҡайһы берәүҙәр тоҙҙо семтеп кенә һәр кешегә тапҡырлатып алдырға ла һалып сыға - былай эшләргә лә була, уныһы һәр кемдең үҙ ҡарамағында.
Беҙҙең яҡтарҙа "һоғондороу" йолаһы ла бар. Ул табынға эҫе һурпа бирер алдынан башҡарыла. Уға ярашлы, хужабикә ҡунаҡтарына бишбармаҡты үҙ ҡулы менән берәр ҡалаҡ ашатып сыға. Һоғондороуҙан баш тартырға ярамай, сөнки ул хужаларға ҡарата ихтирамһыҙлыҡ билдәһе һанала. Бишбармаҡ менән һыйланыу ҡоротло-боросло һурпа эсеү менән тамамлана. Һурпаны һәр кем алдына, эсеү-эсмәүен һорамайынса, ултыртыу мотлаҡ.
Сәлимә ҒӘЛИУЛЛИНА.
Читайте нас: