1737 йылда Санкт-Петербургтағы Фәндәр академияһында "Атлас, сочиненный к пользе и употреблению юношества и всех читателей ведомостей и исторических книг" нәшер ителә. Был донъя атласы 22 картанан тора, шул иҫәптән унда астрономик карталар, ярымшар һәм континенттар карталары күрһәтелгән. Атластың авторы билдәһеҙ, ул, күрәһең, сит ил һәм ҡайһы бер урыҫ сығанаҡтарына таянып эшләнгән. Атласта ун һигеҙенсе номер аҫтында Азия картаһы бирелгән. Беҙгә ундағы бер мәғлүмәт ҡыҙыҡлы һәм мөһим: Өфө урынында Баскирь (Башҡорт) ҡалаһы күрһәтелә. Ни өсөн Башҡорт, ә Өфө түгел? Быны асыҡлар өсөн урта быуаттар тарихына күҙ һалайыҡ. XIV быуат башында Көньяҡ Уралға төрлө миссионерҙар килә. Шу-ларҙың береһе венгр-францискан брат Иоганка була. Ул, үҙе әйтеүенсә, Баскардия иленә (Башҡортостанға) килә. Башҡорт ерендә брат Иоганка байтаҡ йәшәй. 1320 йылда ул минорит ордены генералы брат Михаилға хат яҙа. Иоганка был хатында: "Мин, брат Иоганка, ике брат венгр һәм бер инглиз менән Баскардияға (Башҡортостанға) барып еттек... Мин Вильгельм исемле инглиз менән алты йыл буйы булдым... Бөтә Баскардия хакимы ғаиләһе менән сарацинлыҡ (бында - мосолман дине мәғәнәһендә) менән ағыуланған..." - тип яҙа һәм башҡа нәмәләр тураһында ла иҫкә алып үтә. Брат Иоганканың хатынан беҙ шундай һығымтаға киләбеҙ: ул заманда башҡорттарҙың хакимы (ханы) һәм уның ставкаһы булған. Моғайын, ул ставка (административ үҙәк) Өфө ҡалаһы булғандыр. Был фекерҙе иҫбатлар өсөн урта быуат карталарына мөрәжәғәт итәйек. 1367 йылда Венеция сауҙагәрҙәре ағалы-ҡустылы Пициганолар карта төҙөй. Ул картала урта быуатта Европа илдәренең Алтын Урҙа менән сауҙа иткән ваҡыты сағылдырылған. Шуға күрә унда Алтын Урҙаның 40-тан ашыу ҡалаһы, Иҙел, Кама буйҙары һүрәтләнгән. Шул иҫәптән Башҡортостан ерендә Башҡорт (Пашхарти) ҡалаһы күрһәтелгән. Унан ары тағы бер "башҡорт" (пашхарти) тигән яҙыу бар. Уныһы инде башҡорттар йәшәгән ер тигәнде аңлата. Башҡорт ҡалаһы, гидрография яғынан ҡарағанда, урынлашыуы менән Өфө еренә тура килә. 1375 йылда Мальорка утрауында йәшәгән Авраам Крескес һигеҙ картанан (киҫәктән) торған ҙур карта эшләй. Уны донъяның Каталон картаһы йәки Каталон атласы тип йөрөтәләр. Унда ла беҙ ике яҙыу табабыҙ: береһе - Башҡорт (Өфө) ҡалаһы, икенсеһе башҡорттар йәшәгән ер булараҡ һүрәтләнә. Һуңыраҡ төҙөлгән карталарға килгәндә, беҙ Башҡорт-Өфө ҡалаһын Герард Меркатор (1554), Петер Планкиус (1592), Юстис Данкерт (1635), Николай Сансон (1654) һәм башҡаларҙың карталарында күрәбеҙ. Урта быуаттың тарихи-географик сығанаҡтарына ла күҙ һалайыҡ. 1517 йылда Краков ҡалаһында поляк тарихсыһы һәм географы Матвей Меховскийҙың "Трактат о двух Сарматиях, Азиатской и Европейской, и о находящемся в них" тигән хеҙмәте нәшер ителә. Ул китап Европала бик популяр була, уны төрлө телдәрҙә күп тапҡыр баҫып сығаралар. М. Меховский Урта һәм Көньяҡ Урал тураһында былай тип яҙа: "Московия аръяғында... Төньяҡ Азия сигендә, Скифияла төрлө халыҡтар һәм өлкәләр бар... шул иҫәптән, Пермь, Башҡортостан, Черемисса, Югра һәм Корела... Пермь ерендә үҙҙәренең теле, башҡорт ерендә лә үҙ теле". Урыҫ сығанаҡтарына ла иғтибар итәйек. Мәҫәлән, Николай Карамзин "Рәсәй дәүләте тарихы" тигән ҙур хеҙмәтендә, урыҫ йылъяҙмаларына таянып: "1505 йылда Мөхәммәтәмин хан вельможаларының береһен, Өфө кенәзен, ниндәйҙер күрһәтмә менән Мәскәүгә ебәрә", - тип яҙа. ШУЛАЙ ИТЕП… Юғарылағы 1737 йылғы атластың Азия картаһында ни өсөн Өфө ҡалаһы башҡорт исемендә бирелгәнен асыҡланыҡ, тиергә була. Урта быуат Европа географик һәм картографик традицияһы буйынса, Башҡортостан иле, башҡорт халҡы барлығы аныҡ билдәле була. Шуға күрә лә был атласты төҙөүсе, урта быуат Европа географик һәм картографик традицияһына таянып, Өфө урынындағы ҡаланы Башҡорт ҡалаһы тип күрһәтә. Өфө тарихын воевода Иван Нагойҙың 1574 йылда килеүе менән генә сикләү дөрөҫ түгел. Тарихи, географик һәм археологик сығанаҡтар Башҡорт-Өфө ҡалаһының борондан булыуын иҫбатлай.