Башҡортостанда 278 төр ҡош барлығы билдәле. Мин уларҙың яртыһы хәтлеме хаҡында мәғлүмәт тупланым. Уларҙың башҡортса атамаларын, фотоһүрәттәрен таптым. Йыйып бөткәс, киләсәктә уны айырым китап итеп сығарырмын, тим. Бынан тыш, башҡорт аттары тураһында мәғлүмәт туплайым.
Ҡоштар донъяһы ҡыҙыҡлы һәм мөғжизәле. Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй, тигән булабыҙ, ә бына өс йөҙгә яҡын ҡанатлы дуҫтар йәшәүе хаҡында хатта уйлап та бирмәйбеҙ. Шул ҡоштарҙың бер төрө - кәкүктәр. Уларҙы паразит ҡоштар тип тә атайҙар. Сөнки улар йомортҡаларын сит ояға һалып, уның себештәрен башҡа ҡоштар баҫып сығара. Билдәле булыуынса, кәкүк балаһын ағыулап үлтермәҫ өсөн йомортҡаһын башҡа ҡоштарҙан баҫтырып сығара. Тап шул осорҙа кәкүктең ауыҙынан ағыу бүленеп сыҡҡанға, тәбиғәт уны ошо юлға баҫтыра. Тағы ла шуныһы ҡыҙыҡлы: кәкүк балаһы ҡайһы ояла морон төртөп сыға, йылы яҡҡа яңғыҙы барып, яҙ кире әйләнеп килгәс, тап шул ояға үҙенең йомортҡаһын баҫтырырға һала. Был саҡта кәкүктең барлыҡ маҡсаты шул ояны табыуға һәм сәпсектең үҙ йомортҡаларын һалған ваҡытын һағалауға ҡайтып ҡала. Кәкүктең балаһын сәпсек баҫып сығарып, ашатып үҫтерһә лә, ул сәпсек булып китмәй, ә кәкүклеккә тоғро булып ҡала. Кешеләр араһында иһә, киреһенсә, ҡыҙ ҡайһы милләт вәкиленә кейәүгә сыға, балаһы шул милләттең вәкиле була ла китә. Тимәк, беҙгә кәкүктәрҙән һәм сәпсектәрҙән күп нәмәгә өйрәнергә кәрәк әле. Кәкүк үҙ асылына тоғро.
Ҡоштар тормошона бәйле тағы бер күҙәтеүем. Йәнлектәр үҙ биләмәһенең сиген һарып билдәләһә, ҡоштар биләмәләре сиген һайрап билдәләй. Әгәр ҙә уларҙың биләмәһендә башҡа төрлө һайрау тауыштары ишетелә ҡалһа, дәғүәләшеү башлана. Әгәр ҙә бер биләмәлә һандуғас билдә һалды икән, унда икенсе һандуғас инмәй. Шуға күрә бер һандуғас һайраған ерҙә икенсеһе бер ваҡытта ла һайрамай. Шул уҡ ваҡытта шул һандуғас биләмәһендә әллә нисәмә төрлө ҡоштар йәшәп ятыуы бар, улар бер-береһенә ҡамасауламай. Мин бер таллыҡта ғына һигеҙ төрлө ҡоштоң бер юлы һайрауына шаһит булғаным бар. Ҡоштар үҙ донъяһында камил йәмғиәт, демократик дәүләт төҙөй алған. Беҙгә уларҙан күп нәмәгә өйрәнергә кәрәк әле.
Үткән ялда баҡса тирәһендә эш менән булышып йөрөһәм, былтыр килеп һайраған көйәҙ һандуғас быйыл әйләнеп ҡайтып, шул уҡ урынға ҡунып, шул уҡ йырын йырларға тотондо. Мин уны былтыр фотоға төшөргәйнем, быйыл да төшөрҙөм. Һандуғас әллә ҡайҙарҙа йөрөп, баҡсама кире әйләнеп ҡайтты.