+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Июнь 2021, 20:00

«АУАЗ»ДАРҘЫҢ МОҢЛО АУАЗЫ

«Ауаз» башҡорт фольклор ансамбле тураһында тулыраҡ -

Тыуған телгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү кеүек бөгөнгө көнүҙәк мәсьәләне хәл итеүҙә халыҡ фольклорының роле бик ҙур.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Нәсимә Морат ҡыҙы Тимерова, музыкаль етәксе булараҡ Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Хәмит улы Үҙәнбаев етәкләгән был төркөмдә башҡорт мәҙәниәтенең киләсәгенә битараф булмаған төрлө йәштәге, төрлө һөнәр кешеләре булған ауаздаштар, бер үк теләк, уй-маҡсат менән яныусы илһөйәрҙәр аралашып, ҡанатланып ижад итеп, рухи ҡәнәғәтләнеү кисерә.
– «Ауаз» башҡорт фольклор төркөмө тураһында тулыраҡ һөйләп үтһәгеҙ ине.Күптән түгел генә төҙөлһә лә яңынан-яңы еңеүҙәр яулауы тураһында ишетеп торабыҙ.
– Башҡортостандағы иң ҙур фольклор төркөмө булған «Ауаз»да 30-ҙан ашыу йыр-моң һөйөүсе, төрлө милли музыка ҡоралдарында уйнаусы, башҡорт халыҡ йолаларын, кейемдәрен, ауыҙ-тел ижадын һаҡлаусы, тергеҙеүсе, халыҡ араһында таратыусы бик күп милләттәштәрҙе берләштерә. 2018 йылдың көҙөндә, төркөм булараҡ ойошоу менән үк, Республика фольклор төркөмдәре араһында үткәрелгән бәйгелә 3-сө урын яуланы. «Сонайым», «Зарифа» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып, халыҡ бик ныҡ яратып ҡабул иткән сәхнә әҫәренә әйләндерҙе улар. Ошо уҡ йылдың декабрь айында Өфөлә үткән беренсе Бөтә Рәсәй сәсәндәр бәйгеһендә лә, ҙур ышаныс белдереп «Ауаз» төркөмөнөң сығышы менән байрамды асып ебәрҙеләр.
2019 йылдың көҙөндә баш ҡалабыҙ Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек буйынса ҙур сара – «Фольк-тайм» конкурсы уҙғарылды. Республикабыҙҙың төрлө райондарынан килгән, төрлө милләт фольклор төркөмдәре ҡатнашты. Башҡорт фольклор ансамбле «Ауаз» был конкурста «Яусы» һәм «Никах туйы» халыҡ йолаларын фольклор-музыкаль композиция итеп әҙерләп, 1-се урын дәрәжәһе лауреаты исеменә лайыҡ булды.
– Халҡыбыҙҙың ҡанлы-данлы тарихын, ынйы бөртөгөндәй күркәм йолаларын, быуаттар төпкөлөнән яңғыраған йыр-моңон, ата-бабаларҙың алтын аҡылын һеңдергән ауыҙ-тел ижадын үҙендә ҡәҙерләп һаҡлаған хазина һандығына тиңләргә була «Ауаз» фольклорсыларын. Улар башҡорт мәҙәниәте ынйыларын ил һәм донъя кимәлендә танытыуҙа ҙур тырышлыҡ һала. Төркөмдөң йөҙөк ҡашы булған фольклорсылар тураһында анығыраҡ белге килә.
– Иң әүҙем фольклорсыларҙан оҫта таҡмаҡ ҡойоусы, йырсы Гөлгөнә Ырыҫкилдинаны, бейеүсе Фатима Хәйретдинованы, ҡурайсы, йырсы һәм бейеүсе Миңнулла Бикҡоловты, йырсы Резеда Шәрәфетдинованы, төркөм старостаһы Айгөл Искәндәрованы әйтеп китергә була.
Төркөмдә һәләтле йәштәрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Солтанов Динар, Әлибаева Сөмбөл, Аҫылбаева Фирҙәүес, Солтанморатова Гөлшат, Хәйбуллина Гөлназ, Йәрмөхәмәтова Гөлсинә, Хисмәтуллина Әлфинур кеүек һөнәрле, һәр эшкә маһир йәштәр – «Ауаз»дың өмөтлө киләсәге булып тора. Фольклор түңәрәгенә даими йөрөп шөғөлләнеүсе Фәнис Сәғитов, Ильяс Аллаяров кеүек ир-егеттәр күберәк булһа, бигерәк тә яҡшы булыр ине, тип теләй төркөмдөң етәкселәре. Ҡаһарманова Зәлифә, Яхина Люциә, Ҡыҙрасова Миләүшә сығыштарҙың сценарийын төҙөгән саҡта үҙҙәре яҙған шиғырҙар менән ярҙам итәләр. Собханғолова Роза, Вәлиева Ғәфиә, Ҡалмантаева Фариза, Әхмәтшина Әминә ҡумыҙҙа бик оҫта уйнайҙар.
«Ауаз» башҡорт фольклор төркөмөнә йөрөүселәр башҡа ижади коллективтарҙың эшендә лә әүҙем ҡатнашып, халҡыбыҙ мәҙәниәтен күтәреүҙә ҙур тырышлыҡ һалалар. Кашапова Зөлфиә, Шәйғәрҙәнова Аҡсәскә, Гурьянова Фәймә, Искәндәрова Айгөл «Тулған Ай» вокал төркөмөндә йырлайҙар, ә Фәнүзә Аллағолова, Сәбилә Иштимерова, Вәсилә Камалетдинова, Зәрилә Тәтегәсова, Лилиә Нафиҡова, Фатима Хәйретдинова «Селтәр» башҡорт халыҡ кейемдәре студияһына йөрөп, ҡул эштәре менән шөғөлләнәләр, онотолоп барған милли кейем өлөштәрен, биҙәнеү әйберҙәрен тергеҙәләр.
Юлай Хәмит улы ҮҘӘНБАЕВ Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре:
– Төркөмдә ололар бик күп. Күңелдәрендә ташып торған дәрт-дарман дәүмәле менән йәштәрҙән бер ҙә ҡалышмай улар. Улар йөрөгән ерҙә күңелдәренән, бөтә булмыштарынан таралған аҡлыҡтан кешеләр күңеле яҡтыра кеүек. Ғүмер буйы йыр-моңдан айырылмаған ир-уҙамандар – скрипкасы Әнәс Таһир улы Ҡарабулатов, бейеүсе һәм йырсы Мөхтәр Мөхөтдин улы Һөйөшев, иң оло кешеләрҙең береһе Тәлғәт Нияз улы Хәбиров – «Ауаз»дың һәр сығышын олпатлыҡтары менән биҙәй. Хөрмәтле ағинәй Альбина Хашим ҡыҙы Исхаҡованы бөтә Башҡортостан балаларының өләсәһе тип йөрөтәләр. Үҙ балаларын, ейәндәрен, тәрбиәгә алған балаларын халҡыбыҙҙың шәхестәре итеп үҫтергән Альбина Хашим ҡыҙының тормош әүҙемлеге, күңел байлығы ысынлап та өләсәйҙәрҙең алтын аҡылына мохтаж булған бөтә кешегә лә етерлек ул. «Ауаз» фольклор төркөмөндә әүҙем шөғөлләнеүҙән тыш, ул баш ҡалала үткән барлыҡ сараларҙы ла үҙенең ҡатнашыуы менән матурлай. Оло йәшендә булыуға ҡарамаҫтан, сәхнә түренән төшмәгән тағы бер аҡтан-аҡ инәй – Тимашева Люда. Мандолинаһының ҡылдарын моңло сиртеп, оҫта итеп уйнауы менән текә банкирҙарҙы һәм хатта Айҙар Ғәлимовтың үҙен хайран-вайран итеп, уларҙан бүләккә иҫ киткес матур сәхнә кейемдәре лә алған кеше ул.
Ташып торған рух көсө, күңел байлығы, илһөйәрлек тойғоһо – «Ауаз»ға йөрөүсе фольклорсыларҙың һәр береһе эйә булған матур кешелек сифаттары. Уларҙың һәр береһе менән һөйләшеп ултырыу үҙе оло тамаша: һәр береһенең тормошо фәһемле китап яҙмалы матур бер тарих.
Альбина Хашим ҡыҙы ИСХАҠОВА, «Ауаз»дың әүҙем ағзаһы, иң хөрмәтле ағинәйҙәрҙең береһе, йәмәғәт эшмәкәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы кавалеры:
– «Ауаз»дың етәкселәре һәр бер сығыштың ҡабатланмаҫ матур булыуына күп көс һала. Нәсимә Морат ҡыҙы сәхнәлә уйналасаҡ һәр бер роль образға кереп уйналһын өсөн эҙләнә, ижад итә, камиллаштыра. Төркөмдә йөрөүсе һәр һәүәҫкәр артистың ижади һәләтен асыу өсөн тырыша. Йырҙарҙы бер нисә тауышҡа бүлеп, нотаға һалып әҙерләй. Юлай Үҙәнбаев һәр сығышты музыкаль яҡтан биҙәй, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың сығышын камиллаштыра. Улар бергәләп үҙешмәкәр артистарҙың тауыштарын дөрөҫ ҡуйыу өҫтөндә эшләйҙәр. «Ауаз»дарҙың сығышын үҙебеҙҙең халыҡ ҡына түгел, башҡа милләт тамашасылары ла бик яратып ҡабул итә, ҡыҙыҡһынып тамаша ҡыла. «Аҡбуҙат» ипподромында сит ил журналистары алдында башҡорт милли йолаларын күрһәткән саҡта француздар, ҡытайҙар һәм башҡа төрлө илдәрҙән килеүсе ҡунаҡтар бай йөкмәткеле сығышты башҡортсалап «Афарин!» тип ҡеүәтләп, рәхәтләнеп беҙҙең йолаларҙы ҡарап, «Ауаз» фольклорсылары менән бергә башҡортса бейеп күңел асалар.
Республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йортонда «Ауаз» башҡорт фольклор төркөмө «Йыр-моңдарҙа халыҡ хәтере» тип аталған фольк-мюзиклды сәхнәгә сығарҙы. Башҡорт халҡының шаян йырҙары, оҙон көйҙәре, ҡурай һәм ҡумыҙ моңо, дәртле бейеүҙәре менән үрелеп барған матур сығыштарҙы тамашасылар кинәнеп ҡарай. Шаян йыр-бейеүҙәрҙә «артистар» менән бергә рәхәтләнеп көләләр, халҡыбыҙ тарихында булған аяныслы мәлдәрҙе сәхнәләштергән саҡта күҙҙәренән йәштәре атылып сығып, бергә түгелеп илашалар. Концерт тамамланғас та, таралышмай, сәхнәләге артистар менән йәнле һөйләшеү ойоштороп, теләктәрен, тәҡдимдәрен әйтеп, киләсәктә уңышлы сығыштарға фатиха бирәләр. Күптән түгел генә барлыҡҡа килгән, әммә яҡты өмөттәр уятып, ышаныслы аҙымдар менән алға барған йәш фольклор төркөмөнә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған зыялыларыбыҙ күп булыуы ҡыуандыра. Төркөмдөң сығыштарына сценарийҙар әҙерләргә драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөһрә Фәйзуллина ярҙам итә. БР-ҙың халыҡ артисы Урал Мортазин, хореограф Рәфҡәт Юнысов бейеүҙәр һалырға ярҙамлаша, башҡорт халҡына ғына хас сифаттарҙы, халыҡтың көнкүрешен, тарихи ваҡиғаларҙы бейеү теле менән әйтеп бирергә өйрәтә улар.
Ғүмер буйы йыр-моңдан айырылмаған ауаздаштар туплаған был төркөм ышаныслы аҙымдар менән мәҙәни үрҙәргә үрләй. Халҡыбыҙҙың күңел ынйыларын балҡыта, онотола барған ауыҙ-тел ижады өлгөләрен яңырта. Ижад юлын башлап торған, әлеге ваҡытта Башҡортостандағы иң ҙур (төркөмдә шөғөлләнеүселәр һаны буйынса) үҙешмәкәр башҡорт фольклор төркөмөнә Республика халыҡ ижады үҙегенең ижади эшмәкәрлеге буйынса директор урынбаҫары Нәфисә Булат ҡыҙы Тулыбаева, Халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Айҙар улы Әлибәков, Мәҙәниәт һарайы директоры Гөлсәсәк Ғәбделхәй ҡыҙы Зарипова ҙур өмөттәр бағлай. Профессиональ эштәренән һуң, шәхси тормоштарынан ваҡыт табып, репетицияларға йөрөүсе төркөм ағзаларына бик рәхмәтле етәкселәр.
Талмаҫ илһам ҡанаттарында ҡаҙаныштарға бай булған ижади үрҙәр яуларға, башҡорттоң милли үҙенсәлекле ауазын бар донъяға тағы ла күп тапҡырҙар ишеттерергә насип булһын, «Ауаз»дар!
Миләүшә ИШЕМҒОЛОВА
Читайте нас: