+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Май 2021, 11:39
Атаҡлы ун ат (Әҙәбиәттә һәм ысынбарлыҡтамы, тарихта төрлө сифаттары буйынса танылған аттар бар):
Утлыҡсала башҡайын эйгән булып түп-түбән, Сабыр ғына көтә йәйҙе аҡ кәртәлә күк дүнән. Аҫылғужа
Иң мөғжизәле ат — башҡорт
эпостарындағы
Аҡбуҙат
. Ул — ҡолағын беҙҙәй ҡаҙаған, ялын ҡыҙҙай тараған, ҡарсыға түшле, муйыны бер ҡоласлы, йүгереклеге һыналған, ҡуш йөрәкле яралған, елһә, ҡоштай елпенеп, тояғы ергә теймәгән, ел дә ҡыуып етмәгән, өҫтөндәге батырын яуҙа ташлап китмәгән толпар.
Иң ҡыйыу ат — боронғо иң ҙур донъя империяһы батшаһы
Александр Македонскийҙын
Буцефал
ҡушаматлы аты. Ул бер нәмәнән дә ҡурҡмаған. Үҙ күләгәһенән генә өркөр булған.
Иң вазифалы, түрә ат — Рим императоры Гай
Калигуланың
аты. Был атҡа, хужаһының бойороғо буйынса, сенатор дәрәжәһе бирелә.
Иң ғәжәп ат — күренекле яҙыусы
Корней Чуковскийҙың
геройы — Айболит табиптың дуҫы Тянитолкай — Тарттаэт. Ул — ике башлы.
Иң сағыу ат — француз яҙыусыһы
Александр Дюма
геройы — мушкетер Д' Артаньян аты. Ул көҙгө ҡайын япрағы кеүек, һап-һары төҫтә була.
Иң ябыҡ ат — испан әҙибе
Сааведра Сервантестың
"Дон Кихот"ындағы Росинант. Ул тире тарттырылған һөйәктәрҙән генә тора, дүрт аяғына ла аҡһай.
Иң мәкерле ат ——
Троя аты
. Риүәйәт буйынса, ахейҙар Трояға ҡаршы һуғышҡанда, уның ҡапҡалары ҡаршыһына ағас ат килтереп ҡуя. Атты ҡала халҡы үҙе ҡапҡанан алып инә. Ағас аттың эсенә яугирҙар ултыртылған була. Улар төндә, ҡапҡаларҙы асып, ҡалаға ғәскәр индерә. Шунан был аттың яманаты тарихта ҡала.
Иң үлемесле ат —
Кенәз Олег
аты. Кенәз үлгән атының баш һөйәге эсендә ятҡан йылан сағыуынан вафат була.
Иң бәләкәй ат — урыҫ
әкиәттәрендәге
Горбунок — Көмрөкәй. Ул өс ҡарыш бейеклектә, дөйәнеке кеүек, ике үркәсле.
Иң ҡырағай ат — Пржевальский аты. Тарпанға оҡшаш ат элек Джунгария сүллектәрендә йәшәй, хәҙер зоопарктарҙа ғына бар
Читайте нас: