+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Май 2021, 12:57

БОЛОТТАР:

“Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә, эх, шуларҙы тотоп алаһы!.. “ -

– тигән йырҙы бөтөн кеше лә беләлер! Ысынлап та, беҙ көн һайын күктә күреп өйрәнгән болоттарға ҡарап һоҡланабыҙ ҙа, шомланабыҙ ҙа, төрлө фараздар ҙа ҡорабыҙ. Өйҙән ҡайҙалыр сығырға йыйынғанда күккә ҡарап алырға онотҡан кеше бармы икән? Сөнки нисек кейенеүең һәм ниҙәр эшләүеңә тиклем болоттарҙың ҡиәфәтенә бәйле бит.
Рәсми фән болоттоң 10 төрөн билдәләй. Хәйер, мәктәп программаһы буйынса беҙ ул турала бик яҡшы беләбеҙ, шикелле. Һауала осҡан, йә тауҙарға күтәрелгән кешеләрҙең болоттарҙы “тотоп” ҡарағаны ла барҙыр. Яҡындан, йә эсенә инеп ҡарағанда, улар иртә һайын күреп өйрәнгән томан һымаҡ. Күпселектә беҙ болоттарҙы ерҙән томан күтәрелеүҙән барлыҡҡа килә тип ҡабул итәбеҙ. Ләкин беҙ күреп өйрәнгән болоттарҙың тыуыу “тарихы” төрлөсә булыуы ихтимал. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: ап-аяҙ күктә лә тик торғандан ҡара болот пәйҙә була ла ямғыр яуа башлай. Тимәк, һауала быға тиклем дә булған, тик ябай күҙгә күренмәгән һыу парҙары ла үҙенән-үҙе айырым болот булып ойошоуы ихтимал. Шуның кире күренеше лә йыш күҙгә салына: ҡап-ҡара болоттар үҙенән-үҙе таралып, ямғыр яумай ҙа ҡуя.
Ә бына һауала йөҙөп йөрөүсе болоттоң ауырлығы күпме тарта? Оҙонлоғо, киңлеге һәм бейеклеге бер километр ҙурлыҡтағы уртаса болот, 500–800 тонна ауырлыҡта була.
Шуныһы ҡыҙыҡ: борондан уҡ болоттоң ауырлығын филдәр һаны менән иҫәпләгәндәр. Йәғни бер филдең ауыр лығы уртаса 5 тонна була, ә тотош күк йөҙөн ҡаплаған ямғыр болоттары 200 миллион тонна һыуға тиң. Тимәк, быны 40 миллион баш фил ауырлығына тиң, тип аңларға кәрәк. Был ауырлыҡты күҙ алдына килтереү ҙә мөмкин түгел, сөнки ул тиклем филдәр Ер шарында йәшәмәй ҙә!
Бына һиңә еп-еңел генә болоттар! Әлбиттә, болоттар һыуҙың төрлө формаларында – ҡар, һыу парҙары рәүешендә лә булыуы мөмкин. Күпселек осраҡта шулай була ла. Ә ямғыр тамсыларына әйләнгәс улар ергә яуа башлай, сөнки һыу һауанан ауырыраҡ.
Ямғыр болотоноң бер кубометрында бары тик 0,5 грамм ғына һыу була! Ә ергә төшөп етә алған ямғыр тамсыһы иһә 5 грамм тарта (эрерәктәре төшөп еткәнсе, һауаның ҡаршылығына осрап, ваҡланып бөтә). Күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы, әгәр, халыҡ әйтмешләй, “ямғыр биҙрәләп ҡоя” икән, ул тиклем яуынды тыуҙырыусы болоттар күктә ниндәй дәүмәлдә булырға тейеш? Ә беҙ уларҙы, әҙәби тел менән әйткәндә, быҙау ялап алырлыҡ ҡына тип атайбыҙ. Бына ошонан сығып, беҙҙең баш өҫтөндәге күк йөҙөнөң иркенлеген самаларға ғына мөмкиндер.
Читайте нас: