Ғафури районының Ерек ауылы эргәһендә “Йәй таштары” бар. Уларҙың береһе – йәшкелт, икенсеһе – ҡыҙғылт төҫтә. Ҡоролоҡ килһә, ауыл халҡы, ағинәйҙәр, бала-сағалар барып ямғыр яуыуын һорап, доға уҡып таштарҙы йыуалар, ә оҙайлы ямғырҙар йонсотһа – таштарҙы майлайҙар.