+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Май 2021, 22:00

МӨНКИР МЕНӘН НӘНКИР

Яуап алыусылар:

Диалекттарҙа Нәңкер, Мөңкәр, Мәңкер, Мөңкөр варианттары ла осрай. Башҡорт мифологияһына ислам менән килеп ингән образдар. Ышаныуҙар буйынса, теге донъяла үлгән кешенән һорау ала торған ике фәрештә. Улар, кешене ерләп 40 аҙым киткәс, һорау алырға килә. Хоҙай тәғәләгә ышанған кешеләргә улар теймәй, ә ышанмағандарҙы тамуҡҡа тиклем үк ыҙалата башлайҙар икән. Был ике фәрештәнең исеме халыҡ ижадына ла ингән. Бигерәк тә әжәл, яуап көнөн көтөү, әхирәткә әҙерләнеү менән бәйле һыҡтау-һығыныуҙарҙа Нәнкир менән Мөнкир фәрештәләрҙең исемдәре сағылыш тапҡан. Сағыштырығыҙ:
Һуҙылып мин ятып үлермен,
Еңһеҙ генә күлдәк кейермен.
Нәңкер, Мөңкөр килеп һорау алыр,
Ни нәмә тип яуап бирермен?
Ғазраил алыр йәнемде,
Мәсет ҡарты йыяр тәнемде.
Нәңкер, Мөңкөр килеп һорау алыр,
Кем белер ҙә инде хәлемде.
(БХИ. Йола фольклоры. I т.).
Читайте нас: