+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Май 2021, 16:00

Был ваҡиғаға 20 йылдан артыҡ ваҡыт үткән

"Әсәй, баян нимә була ул?" - тип һорауым ауылыбыҙҙа лаҡап булып таралды ла инде.

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Шәһит Хамматов:
- Бәләкәй саҡта йырларға һәм һуғышырға ярата торғайным. Уҡырға төшкәс, мәктәптә иң шаян малай булғанмындыр, моғайын. Беренсе класты тамамлағас, әсәйем мине Сибайға, Өфө сәнғәт академияһы эргәһендәге урта махсус музыка мәктәбенең филиалына уҡырға бирергә булды. Унда йырларға өйрәтәләр, тине. Мин: "Ә һуғышырға өйрәтәләрме һуң?" тигән һорауыма ыңғай яуап алғас, бик теләп, талпынып барҙым. "Нимә тип кенә һораһалар ҙа, икеләнмә лә, оялма ла, "Эйе", тип яуап бир", - тине әсәй. Индем, йырлап күрһәттем. Комиссия рәйесе Наил Ғәйетбай минең йырлауымды оҡшатты ла, баянда уйнай беләһеңме, тип һораны. "Эйе", - тием. "Һәйбәт уйнайһыңмы?" - ти. "Эйе", - тип яуаплайым тағы ла ышаныслыраҡ итеп. Сыҡтым да, әсәйемдән: "Әсәй, баян нимә була ул?" - тип һораным. Ошо минең һорауым ауылыбыҙҙа лаҡап булып таралды ла инде. Был ваҡиғаға 20 йыл үткән, ҡайтҡан һайын ауылдаш ағайҙар: "Шунан, ҡустым, баяндың нимә икәнен белдеңме инде?" - тип шаярталар.
Тормоштоң һәр тәҡдименә "Эйе!" тип яуап бирергә кәрәклегенә бәләкәй саҡтан уҡ төшөндөм шулай. Кешенең эшләй белмәгән бер нәмәһе лә юҡ, бары тик ҡыйыулыҡты йыйып, тотонорға ғына кәрәк. Баяндан тыш, пианино, ҡурай, ҡумыҙ, хатта кларнетта уйнай беләм хәҙер. Сөнки Сибай музыка мәктәбендә өс класс уҡығандан һуң, уҡыуҙы Өфөлә дауам иттем, һуңынан Өфө сәнғәт училищеһында тынлы музыка ҡоралдары бүлегендә уҡыным. Театрға ылығып китеүем училищела уҡып йөрөгәндә булды. Илшат Йомағоловтың "Нәркәс" спектакленең премьераһына барып, беренсе тапҡыр илап ҡайттым. Ниндәйҙер таҙарыныу, үҫеш кисергән кеүек булдым. Училищены тамамлаған йылда Тансулпан Бабичева курс йыя ине, актер булырға хәл иттем.
Читайте нас: