-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Май 2021, 14:00

Йәшен ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда ир-егетте йышыраҡ һуға тиҙәр

Сере бына нимәлә икән:

Страховкалау компанияһы алып барған донъя статистикаһы бындай күренештәрҙе теркәп бара. Уларҙың мәғлүмәттәренә ярашлы, йәшен һуғыуҙан һәләк булғандарҙың 80 проценты - ир-егет. Һауа "кәнсәләре"ндә ни өсөн уларға асыу һаҡлайҙар икән һуң? Мистикаға тартым бер аңлатма йәшәй-йәшәүен: көслө заттар тестостерон - ир енесе гормондары арҡаһында йәшен уғына йышыраҡ эләгә. Ләкин был молекулаларҙың ниндәй тартыу көсө барлығы билдәһеҙ. Әйткәндәй, гормондар гипотезаһы авторҙары раҫлауынса, кешеләр араһынан йәшен тестостероны көслөрәктәрҙе һайлай икән.
АҠШ Милли һауа торошо хеҙмәте тикшеренеүсеһе Джон Дженсениус бындай мистиканы инҡар итә. Уның фекеренсә, йәшен һуғыуҙа ирҙәрҙең үҙҙәрен уйһыҙ-һаҡһыҙ, алабарман тотоуҙары ғәйепле. Шуның язаһын алалар ҙа инде, ти ул. Ҡатын-ҡыҙ йәшендән ҡурҡа һәм ышыҡ берәй урынға йәшенә һала йә өйөнә йүгерә. Ә ирҙәр тәбиғәт стихияһының ҡотороноуына бик иҫе китмәй. Дженсениус үҙе анализлаған бер фажиғәле хәлде миҫал итеп килтерә: Луизиананан бер ир йәшен ваҡытында ла гольф уйнауын дауам итә, ә был ваҡыт Көньяҡ Калифорниялағы уның ише уйынға бирелгән тағы ла биш ир бейсбол һуғыуҙан туҡтай алмай. Һөҙөмтәлә бөтәһе лә бер үк көндө һәләк була.
Ә рәсәйҙәр һуң? Улар ҙа йәшен мәлендә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай. Мәскәүҙә бер ир йәшен ваҡытында ағас төбөндә телефонынан һөйләшеп торған. Брянскиҙа йәшендән һуғылған ир йылға ярында балыҡ ҡармаҡлап ултырған. Йәшен ҡеүәте шул тиклем көслө була: балыҡсының ҡармағы күмергә әйләнә хатта.

Йәшендән һаҡланыуҙың ете юлы:

1. Ағас төбөндә тормағыҙ - йәшен йышыраҡ бейек объекттарҙы һайлай. Ағас оҙонлоғонан ике тапҡырҙан да ашыуыраҡ араға китеп тороу хәйерлерәк. Ергә эләккәндән һуң йәшен тарала башлай. Һуғылған ерҙән арыраҡ киткән һайын, уның көсөргәнеше кәмей бара, ә ток импульсы аҙымлау көсөргәнешен килтереп тыуҙыра. Аяҡтарҙы киңерәк айырып баҫҡанда, уның тәьҫир көсө тағы ла нығыраҡ була. Тап ошо аҙымлау көсөргәнеше арҡаһында кешегә ҡарағанда мал-тыуар йышыраҡ ҡазалана, сөнки һыйыр йә аттың алғы һәм артҡы тояҡтары аралығы ҙурыраҡ була. Йыш ҡына йәшен һыбайлыны һуға. Ҡағиҙә булараҡ, кеше иҫән ҡала, ә ат үлә.
2. Асыҡ яланда булһағыҙ, сүгәләп ултырығыҙ ҙа эмбрион позаһы алығыҙ, аяҡтар - бергә. Йәки (көлмәгеҙ!) һыңар аяҡҡа ғына баҫып тороғоҙ (аҙымлау көсөргәнеше хәүефен иҫләгеҙ). Металл әйберҙәргә ҡағылмағыҙ. Кеҫәгеҙҙәге асҡыс, ваҡ аҡса һәм башҡа тимер әйберҙәрҙе бер-нисә метр алыҫлыҡҡа һалып тороғоҙ. Йәшен һуға ҡалһа, тимер әйберҙәр тәндең яныуына өҫтәмә сәбәп кенә буласағын онотмағыҙ.
3. Зонт аҫтында тормағыҙ, ҡулығыҙға ҡармаҡтар, тырма, көрәк, һәнәк, шампур, мылтыҡ алмағыҙ. Бөтә был әйберҙәр асыҡ ерҙә торған үҙ эйәһен үҙенә күрә бер йәшен ҡайтарғысҡа әүерелдерә һәм йәшен һөйрәйәсәк.
4. Йәшенле ямғыр үтеүен машина йә автобуста көтөп ултырырға мөмкин, сөнки уларҙың тимер корпусы һаҡлағыс экран булдырып, ғалимдар әйтмешләй, "Фарадей ситлеге"булдыра. Уның эсенә йәшен үтеп инмәй, ә ергә "ағып" төшә.
5. Өйҙә булһағыҙ, электр һәм газ приборҙарын һүндерегеҙ. Тәҙрәнән ҡарамағыҙ. Мейескә лә, каминға ла ут яҡмағыҙ - йәшен уғына эҫе һауа еңелерәк бирелә. Шунлыҡтан, тәбиғәттә шашлыҡ ҡыҙҙырыусыларға мангал янында булырға ярамай. Юғиһә, ризығын ямғырҙан ҡотҡармаҡсы булып, үҙҙәре күмергә әйләнгән осраҡтар ҙа юҡ түгел.
6. Лазер указка менән шаярып, йәшенле болотто яҡтырта күрмәгеҙ, уның нуры ла йәшен һөйрәй.
7. Кеҫә телефонығыҙҙы һүндерегеҙ: ул ебәргән һәм ҡабул иткән радиотулҡындар йәшен хасил булыуға сәбәп итеүе бар. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта атмосфера электрланыуының ҡеүәте артыуы, тармаҡланыуы һәм разрядтар йышлығына мобиль телефон станцияларының күбәйеүе лә тәьҫир итә.
Читайте нас в