+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Май 2021, 09:00

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ:

- Биш һалдатты, улар иҫәбендә атайым да була, командир менән бергә разведкаға ебәрәләр. Ҡамауға эләгәләр һәм алдарына ҡуйылған бурысты үтәй алмайҙар, командир менән 2 һалдат һәләк була. Атайымдар яралы көйө үҙ дивизияһына ҡайта. Әммә НКВД уларға ҡаршы эш аса - ҡурҡып, үҙебеҙҙекеләрҙе һәләк иткәнһегеҙ, тигән яла тағыла. Атырға тигән ҡарар ҙа була, барыһын да теҙеп, уны ҡысҡырып уҡып торғанда:

"Туҡтағыҙ, атмағыҙ!" тигән тауыш ишетелә. Баҡтиһәң, үлгән тип иҫәпләгән һалдаттарҙың береһе тере ҡала. Ул эштең нисек булғанын һөйләп бирә һәм атайымдарҙы аҡлайҙар. "Бер минутҡа ғына һуңыраҡ килһә лә, беҙ иҫән булмаҫ инек", - тип һөйләгәйне атайым.

Атайым әрмелә үк кавалерияла хеҙмәт иткән. Һуғыш башланғас, 1941 йылдың 24 июнендә фронтҡа китә. Бер нисә тапҡыр яралана, контузия ала, госпиталдәрҙә лә дауалана. 1946 йылдың яҙында ғына күкрәк тултырып орден-миҙалдар тағып ҡайтып төшә. Унан һуң колхозды тергеҙеүгә бар көсөн бирә, ғаиләбеҙ ҙә ишле булды. Бер мәл һабантуйҙа ҡабырғаһын һындырҙы һәм мине, 10 йәшлек малайҙы, үҙе менән көтөү көтөргә алып йөрөнө. Шул мәлдә һуғыштағы ҡайһы бер ваҡиғаларҙы һөйләне миңә. Бер шулай атлы дивизия дошман ҡамауынан сыҡҡан саҡта атайымдың атының аяғына мина ярсығы тейә. Сатанлаған аттың саба алмаҫын аңлай. Ҡараһа, ҡаршыһына ат елә икән, атайым шуны тотоп менә. Был фашист аты булып сыға, уға беркетеп ҡуйырған сумкала бик мөһим документтар була. Документтарҙы штабҡа алып бара, портмонеһын трофей итеп алып ҡайта, ул һандыҡ төбөндә ятты.

Ләйсән НАФИҠОВА

Фотоһүрәттә: Флорид Бүләковтың героик жанрҙағы "...Шайморатов генерал..." трагедияһында (1998 йыл) төп ролде башҡарыусы - М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ.

Читайте нас: