+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Май 2021, 18:27

Ҡәҙер кисе ниңә ҡәҙерле?

Ҡәҙер кисенең билдәләре:

Ҡәҙер кисе - йылдың иң яҡшы кисе. Был кис рамаҙан айының һуңғы ун тәүлегенең таҡ төндәренә тура килеүе мөмкин, тип әйтә Мөхәммәт бәйғәмбәр: "Ҡәҙер кисен һуңғы ун төндә көтөгөҙ - йә туғыҙ, йә ете, йә биш көн ҡалғас". Тимәк, Ҡәҙер кисен рамаҙан айының 20-нсе кисәһенән эҙләргә кәрәк була. Ҡайһы бер хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, уны рамаҙан айының 27-се кисендә тип иҫәпләйҙәр. Әммә был фараз ғына, сөнки кисә айҙың ҡайһы көнөнә тура килеүе аныҡ ҡына билдәле түгел. Йәнә бер хәҙистә Бәйғәмбәребеҙ: "Миңә Ҡәҙер кисе күрһәтелгән ине, ләкин аҙаҡ онотторолдо. Ул һуңғы ун төнгә тура килә. Асыҡ төн, һыуыҡ та, эҫе лә түгел. Ай йондоҙҙарҙы ҡаплаған кеүек. Шайтандар ул төндә таң атҡансы сыҡмай", - тигән. Ҡәҙер кисенең билдәләренә килгәндә, Бәйғәмбәребеҙ әйткәндәрҙән тыш, был кис нурлы, тымыҡ, йылы, елһеҙ булыр, яуым-төшөм булмаҫ, тигән мәғлүмәттәр ҙә еткерелгән. Ул кистә һауанан йондоҙҙар атылмаҫ, һыуҙар татлы булыр тип тә яҙылған.
Ҡөрьән рамаҙан айының Ҡәҙер кисендә инә башлаған. Ҡәҙер кисе бер йыл эсендә байрамдарҙың иң олоһо. Ул кистә ер йөҙө Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте менән ҡапланыр, бәндәләрҙең гонаһтары юйылыр. "Иман һәм Аллаһтың әжеренә өмөт менән (төнгө намаҙҙа) тороусының быға тиклем ҡылынған хата-гонаһтары ярлыҡаныр", - тиелә хәҙистәрҙә.
Күк ҡабаҡтарының ете ҡаты
Асылыр ул бер төн. Асылыр.
Насип булыр был хәл икенсе йыл...
Тик етмәһен заман ахыры.

Күрмәһәк тә, күңелдә тояйыҡ
Фәрештәләр осоп килерен,
Еребеҙгә бәрәкәттәр юрап
Ҡанат елпеп ҡурсып йөрөрөн.

Һонолған ҡулдарға бирмәй ҡалмаҫ,
Бирер иман, бирер именлек,
Йөрәгебеҙ һәм телебеҙ менән
Ихлас тәүбәләргә килерлек.

Күрмәһәм дә күктәр асылғанын
Рәхмәтлемен һиңә, Тәң(е)рем.
Биргән ниғмәттәреңдән айырма,
Һәм күрһәтмә золом-йәберҙе.

Илдәр имен, күктәр аяҙ булһын
Көндәребеҙ үтһен хәйерле.
Эй, Хоҙайым, Рәхмәт!...
Һәр кисең дә
Ҡәҙер кисе кеүек ҡәҙерле.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: