-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Май 2021, 17:28

ҺҮҘ!

Емергес көскә эйә һүҙҙәр...

Бер танышым һуңғы осорҙа әленән-әле тормошона зарланды. Шылтыратҡан һайын ниндәй ҙә булһа ваҡиғаға, кешегә, әйбергә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Тотоп ҡына битәрләр хәл-күренеш булмаһа, һөйләшеүҙе көнгә, һауа торошона ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтеүҙән башланы. Уға ямғыр ҙа, ҡоро, эҫе көн дә оҡшаманы. Июнь башындағы ямғырҙарҙы әрләп кенә бөткәйне, уны самаһыҙ эҫе көндәр алмаштырҙы. Ҡояшлы көн дә уны тиҙ екһетте. Елле-ямғырлы һалҡын көн килгәйне, унан да ялҡты.

Бер яҡтан уйлап ҡараһаң, зарланмай ҙа сараһы юҡ түгел кеүек. Йәшенле-ямғырлы бер көндө көслө ел мунсаһының ҡыйығын алып ырғытҡан. Эҫе көндә үҙенә ҡояш тейеп, саҡ шәбәйеп алды, дауыллы-елле көндө ауыҙ-мороно осондо... Күптән түгел уны дауахана ҡаласығы биләмәһендә осраттым.
- Шул тиклем туйҙырҙы был тормош. Бер рәхәт күрмәй үлеп китермен инде, - тине хәл-әхүәл дә белешмәҫтән. Тәүҙә поликлиникалағы сиратҡа зарланды, шунан врачҡа, уның янындағы медсестраға ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта иренә, ҡыҙына ла һүҙ тейҙереп өлгөрҙө.
- Тормоштан ваз кисмәй тор, әле өйөгөҙҙө төҙөп бөтөрөп, ҡыҙыңды кейәүгә бирәһең, пенсияға сығып, ял итәһең бар бит әле, - тим.
- Иҫкә төшөрмә әле шул өйҙө, ҡоҫҡо килә башлай. Ул өй минән башҡа бер кемгә лә кәрәкмәй. Үлгәнсе, шуны эш итеп бөтөрөп булырмы-юҡмы, белмәйем. Дөрөҫөн әйткәндә, өй күптән минең бына ошо тирәлә инде, - танышым һуҡ бармағы менән муйынын ҡырҡҡан һымаҡ хәрәкәт эшләп күрһәтте. - Һуңғы ваҡытта бер нәмә лә ашай алмайым, тамағымдан аш үтмәй. Ябыға башлағанымды тойғас, тикшерелергә килгәйнем, ашҡаҙан сире таптылар. Һыу буйы оҙонлоҡ дарыуҙар рецебы алып ҡайтып барам бына...
Танышымдың һуңғы мәлдә "туйҙырҙы", "ҡоҫҡо килә", "уҡшытҡыс" тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡулланыуы, бөтә нәмәнән ерәнеүе, шикләнеүе, сирҡаныуы иҫкә килеп төштө. Күптән түгел генә шул хаҡта бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә тап булғайным. Танышыма ошо хаҡта һөйләй генә башлағайным, ташла әле фәлсәфәңде, юҡ-бар нәмә уҡыйһың да, шуға ышанып тик йөрөйһөң, тип ҡул һелтәне. Немец психотерапевы Носсрат Пезешкиандың һүҙҙәрҙең мәғәнәһе һәм көсө тураһында асышҡа юлығыуы, дөрөҫөрәге, төрлө ауырыуҙарҙы программалаған һүҙ һәм һүҙбәйләнештәрҙе асыуы тураһында яҙғандарын һөйләргә уҡталғайным уға.
Беҙ күптән инде уйҙың, һүҙҙең, фекерҙең матдилашыуы, йәғни күҙгә күренер хәлгә килтерелеүе, әүерелеүе хаҡында уҡып та, ишетеп тә беләбеҙ. Пезешкиан иһә иң сәләмәт кешенең дә һаулығына зыян килтергән ҡурҡыныс һәм емергес һүҙҙәрҙе асыҡлаған. Был һүҙҙәр, әлбиттә, йәнле телмәр эсендә бик яҡшы йәшенгән. Тәү ҡарамаҡҡа улар хәтер ҡалдырмаҫлыҡ, ҡәҙимге һүҙҙәр кеүек яңғырай, әммә кешенең физиологик ағзаларына туранан-тура кире йоғонто яһай, ти психотерапевт. Пезешкиан емергес көскә эйә булған һүҙҙәрҙе ҡулланып, беҙ үҙебеҙгә, тәнебеҙгә, йәнебеҙгә аныҡ бойороҡ бирәбеҙ, тип иҫбатлай. Туйҙырҙы, ҡоҫторҙо тигән һүҙҙәр - иң ҡурҡынысы, баҡһаң. Улар ашҡаҙан сиренән анорексияға тиклем килтереүе ихтимал. Был һүҙҙәрҙе күберәк ҡатын-ҡыҙҙан ишетергә тура килә. Тәкәбберлегебеҙҙән сығып, теге йәки был кеше хаҡында йыш ҡына, уның тураһында ишеткем дә, күргем дә килмәй, тип әйтеп ысҡындырабыҙ. Был һүҙ ҙә туранан-тура беҙҙең күреү, ишетеү һәләтебеҙгә йоғонто яһай, ти врач.
Ҡанымды эсеп бөтөрҙө, елек майымды һурҙы, һығылған лимон һымаҡ булдым, тигән һүҙҙәр ҙә бар телмәребеҙҙә. Быларҙы асыу һәм тәрән күңел кисерештәре менән йыш әйткән осраҡта ҡанға зыян килә икән.
Ат кеүек эшләйем, иң ауыр йөктө мин тартам, бөтә эш минең елкәлә, тип зарланғандарҙа быуын, һөйәк ауырыуҙары һәм остеохондроз йыш осрай. Бынан тыш, уларҙың ғаилә мөнәсәбәттәре көйһөҙ була һәм карьера өлкәһендә лә ырата алмай. Элегерәк икенсе бер танышымдың "хәйерсе" һүҙен йыш ҡулланыуы иҫкә төштө. Ҡулынан бер нәмә төшөп китһә, бер нәмәне онотһа, уныңса булмаһа йәки уйлағаны килеп сыҡмаһа, ҡәһәтләнеп, айырым бер асыу менән әйтә ине был һүҙҙе. Үҙен әрләнеме, әллә эргәһендә торған кешенеме - белмәҫһең. Хәҙер уйлайым, әллә шул хәйерсе, хәйерһеҙ тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡулланғанға бер ҡайҙа ла тотороҡло ғына эшләй алманымы икән? Эшкә талымһыҙ, әрһеҙ булһа ла, бер ҙә йәлсемәне. "Психологтар биш йыл һайын эш урынын алыштырырға кәрәк", ти, тигән булып, бер эштән икенсеһенә күсеп йөрөп, хаҡлы ялға сыҡты инде, әммә үҙенең даими йәшәү урыны ла юҡ.
Һүҙ ҙур көскә эйә. Уның менән һаҡ эш итеү тураһында атай-олатайҙарҙың меңәр йылдар аша килеп еткән мәҡәл-әйтемдәрендә лә сағыла: "Телең бауҙа булһа, башың һау булыр", "Теле ямандың көнө яман", "Телеңде теш артыңда тот, ҡолағыңды киҫмәһен", "Уйламай әйткән - ауырымай үлгән". Бик хаҡ әйткән боронғолар. Һаҡ булайыҡ һүҙ менән, үҙебеҙгә лә зыян килтермәйек, эргәләге кешеләрҙең дә күңелен ҡыймайыҡ.
Лена АБДРАХМАНОВА
Читайте нас в