+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Май 2021, 21:30

СӘҒӘТ

Рәшиҙәне ҡала магазинында кем менәндер бутанылармы, һис һүҙһеҙ генә сәғәтте һатып ебәрҙеләр. Ире Радмир бүләккә бәләкәй бала һымаҡ ҡыуанды. Ҡыуанмаҫлыҡмы ни? Ниндәй генә музыка уйнамай. Һыу ҙа үткәрмәй. Бер төймәһенә баҫһаң циферблат яна, төн уртаһында ла ваҡыт ҡарарға була. Икенсеһенә баҫһаң - фонариге бар. Юбилейын үткәргәндә ҡунаҡтарға тантаналы рәүештә бүләк сәғәтте сығарып күрһәтте. Бажалары эстән көнләшһәләр ҙә, тыштан белгертмәнеләр. Тел шартлатып, һоҡланыуын белдереп, маҡтанылар, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп тағып ҡаранылар. Радмир ялтырап торған сәғәтен ҡулынан төшөрмәне. Кеше күп урынға барһа күлмәк еңен күтәреп, кешегә күрһәтеп, ваҡыт ҡараны. Бер бажаһы шаяртып: "Радмир бажа, төнөн сәғәтеңде ҡайҙа һалаң, урлайым", - тигәйне. Ҡулынан сисһә лә сәғәтен кеше күҙенә салынмаған ергә йыйырға тырышты.

Йәмле йәй үтеп бесән ваҡыты етте. Ғаиләһе менән күмәкләп ҡул салғыһы менән бесән сабалар, кипкәс йыйып, күбәләп ҡуялар.

Бер көндө эште тиҙерәк ыратмаҡсы булып иртәрәк килделәр. Радмир ҡулындағы сәғәтен бакуй башына һалып, салғыһы менән иңләп сабырға төштө, артынса Рәшиҙә, артабан малайҙар. Иртәнге һалҡында байтаҡ бесән сабып ташланылар. Эргәләрендәге юлдан бесәнлектәге күршеләре Илһам ағай ҡатынын ултыртып, эштәрен маҡтап, арбалы ат менән үтеп киттеләр. Тағы бер йәштәр күршеләре Сәғит менән Зилә алыҫтан ҡул болғап үттеләр.

Төшкө ялға туҡтағайнылар, Радмирҙың иҫенә сәғәте төштө. Йүгереп бакуй башына барҙы, сәғәт урынында юҡ ине. Яңылышҡанымдыр, тип икенсе бакуй баштарын ҡарап бөттө. Ҡатыны улдары менән килеп эҙләнеләр, сапҡан бесәндәрен кискә тиклем тетеп һалдылар.

Сәғәт табылманы. Рәшиҙә уңайһыҙ булһа ла, күрше бесәнселәргә барып һорашып килде, улары сәғәтте бөтөнләй күрмәгәндәр. Ҡулдарына эш бармаған ғаилә кисләтеп кенә өйгә ҡайттылар. Иртәгеһенә лә, өсөнсө көнөнә лә сәғәт табылманы. Сәғәт эҙләп, бесәндәрен дә ырата алманылар. Тамам өмөтһөҙлеккә бирелеп, Радмир ҡул һелтәне, шулай ҙа иҫенә төшкән һайын күңеле төшөп, эсе бошто. Яраһына тоҙ һалып, бажалары ла осраған һайын:

- Табылманымы? - тип һораштылар.

Ҡыш үтеп, йәмле яҙ килде. Радмир ат егеп мунсаға ҡоро утын әҙерләргә, тип бесәнлектәренә китте. Йыл да шулай ауған ағастарҙан, ҡоро-һары а ғастарҙы йығып, таҙартып торалар. Ҡороған йыуан ғына ҡайынды ауҙарғайны, осонда ҡош ояһы булған икән. Ағасты турап бөтөп, ҡыҙыҡһынып, ояны туҙҙыра башланы. Һайыҫҡан ояһы булған икән. Нимә генә юҡ унда! Алюмин тимер сыбыҡ, ағас, балсыҡ, ниндәйҙер биҙәкле таштар, быялалар, ә иң аҫтында... сәғәт! Үҙенең сәғәтен танып, саҡ ултыра төшмәне Радмир.

Йылға яҡын ямғыр, ҡар аҫтында ятҡан сәғәт ҡарайған, циферблаттағы һандары юйылған. Бына һиңә һыу инмәй торған сәғәт!

Һайыҫҡандарҙың ялтырап ятҡан әйберҙәрҙе ояһына ташығанын белә ине лә бит. Ләкин кем уйлаған? Бына шулай бур һайыҫҡан Радмирҙы төп башына ултыртты.
Әнүзә МӘЖИТОВА
Читайте нас: