+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Май 2021, 12:00

Май айы ниндәй буласаҡ?

Быуын-быуындан килгән ғәҙәт - бик боронғо замандарҙан алып кешенең тормошо тәбиғәт күренештәренә бәйле булған.Майһыҙ ҡар бөтмәҫ.Май айы һалҡын булһа,

игенгә туҡлыҡ булыр, себенгә юҡлыҡ булыр.
Ҡайын һыуы күп булһа, йәй ямғырлы булыр.
Май айы һалҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр, себенгә юҡлыҡ булыр.
Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе йылдың ҡышы йылы булыр.
Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.
Сыйырсыҡ бала сығарғанда һоло, ҡарабойҙай сәс.
Торна бейеһә, һауа йылыныр.
Бүҙәнә ҡысҡырһа, бойҙай уңа.
Көн торошо нисек булһа ла, имен-аман булайыҡ!
Яҙ көндәре күңелдәребеҙгә май булып яғылһын.
Читайте нас: