Башҡортостандың халыҡ артисы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Сәғиҙулла Исмәғил улы Байегетов "Тамаша" журналы менән уйҙары, пландары менән уртаҡлашты:
- Башҡортостандың халыҡ артисы исемен алғас, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә бик күп ҡотлауҙар булды – 116 меңгә яҡын булды улар, дуҫтарыма рәхмәт әйтеп үткем килә. Һаҡалыма бәйләнеп тә яҙған кешеләр булды, ниңә ул һиңә кәрәк, тип (көлә).
Май байрамдары Яңы йыл кеүек оҙон буласаҡ, уҡыу сәғәттәре ҡыҫҡара, тип улым борсола, уға ЕГЭ бирергә кәрәк быйыл. Байрам көндәре ял итеп кенә ултырмайбыҙ инде. Йорт тирәһен ҡарарға кәрәк, баҡса эштәре көтә. Быйыл тауыҡ алып аҫрарға тип уйлап торабыҙ. Йомортҡа ҡиммәтләнде бит (көлә), кәләш бешеренергә ярата. Шуға тауыҡ алып ҡарарға булдыҡ. Несушка тигәнен алырға уйлайбыҙ. Әтәс менән алырға микән, әтәсһеҙ ҙә барыр микән, тип баш ватабыҙ. Бына май байрамдарында уңайы сығып тора тауыҡ ояһы эшләргә .
Һеҙгә ҙур рәхмәт, “Тамаша” журналы, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр өсөн, артистарға ярҙам иткәнегеҙ өсөн. Уңыштар һеҙгә, иҫәнлектә-һаулыҡта эшләргә яҙһын!
Рената Хәбирова яҙып алды