-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Апрель 2021, 18:00

Ҡартлыҡ - шатлыҡ түгел...тиһәләр ҙә

Кешегә ул бына ниндәй холоҡ алып килә икән:

Ҡартайыуҙың, ҡартлыҡтың кешегә ниндәй холоҡ алып килере билдәһеҙ икән. Быны ғалимдар ҙа иҫбатлай: бала үҙ асылын йәшерә белмәгән кеүек, олоғайған кешенең дә эске донъяһы асыла икән ҡартлыҡта. Әлеге инәйем бик көслө рухлы, сая ҡатын булды. Бар нәмәне тота килеп хәл итә ала, ҡыйыу фекер йөрөтә, ҡырҡыу итеп һөйләшә ала торғайны. Ауылда үҙен хөрмәт иттеләр, беҙ ҙә кәңәшкә йөрөй инек. Уның ирен, бабайымды, холҡһоҙораҡ, еңмешерәк кеше итеп белдек. Хатта инәйемде ыҙалатып йәшәгән бер әҙәм кеүек итеп күрә инек. Улар олоғайышып, ул-килендәре ҡулына ҡалды хәҙер. Яҡшы ҡарауҙалар былай. Тик... Инәйемдең ҡапыл ғына үҙгәреп китеүе, ингән-сыҡҡанға балаларын яманлап ултырыуы хаҡында туғандарҙан ишеткәйнем инде. Үҙемә лә әллә нисә тапҡыр тыңларға тура килде уны. Хәбәренән тыш, тәртибе лә маҡтарлыҡ түгел ине уның. Ололарға хас сабырлығын, баҫалҡылығын бөтөнләй юғалтҡан. Бер туҡтауһыҙ кухня-зал-йоҡо бүлмәһе араһында йөрөп тора. Сәбәпһеҙгә бүлмәләрҙең ишектәрен асып ҡарай, кемдәр ултыра, тип тикшерә. Әленән-әле аш бүлмәһенә килә лә, килененә: "Йә, буламы шул сәйең?" - тип һорай. "Хәҙер була", тиһәләр ҙә, "Булмаҫ һеҙҙән!" тигәнерәк һүҙ ташлап китеп бара. Телефон шылтыраһа, йүгереп бара, һөйләшеүселәрҙе тыңлап тора, бер туҡтауһыҙ һорауҙар бирә. Уға: "Әсәй, йүгермә, һине һораһалар, саҡырырбыҙ", - тип торалар, ул барыбер үпкәләй. Улы менән килененең араһындағы хәбәргә аңлаһа ла, аңламаһа ла ҡыҫыла, өҫтәл артында ризыҡтарҙы улы яғынараҡ шылдырып ҡуя. Өҫ-башын бөтөнләй ҡарамай, йыуынырға, кейем алыштырыуға өгөтләүселәрҙе әрләп ташлай һ.б. Тамам ыҙаланалар уның менән.
Ә бына бабайы, киреһенсә, әҙәпле генә булып ҡартайған. Тыныс ҡына телевизор ҡарап ултыра, ейәндәре менән ипле генә һөйләшә, залға һәр ваҡыт кейемен алыштырып ҡына сыға, ҡулында ҡулъяулығы була. Хәбәргә ҡыҫылып бармай, йәштәргә "үҙегеҙгә уңай булғанса эшләгеҙ" тип кәңәш бирә. Ейәндәрен туҡтауһыҙ кәзәкләп ултырған әбейен: "Йә, мынауҙы..." - тип асыуһыҙ ғына шелтәләп ала.
Әлбиттә, оло кеше шулай булырға мөмкин, улар менән сабыр булыу кәрәк, тип уйларға лә, әйтергә лә мөмкин. Уныһы шулай. Тик оло кешегә лә, аҡылы теүәл булғанда, әхлаҡи нормаларҙы үтәү зарур. Был тәңгәлдә мин динде күҙ уңында тотам. Диндә булған ололар бөтөнләй икенсе була бит...
Ғалимдар иһә, һәр кеше ҡартайғас башлана торған холҡон контролдә тота ала, тип иҫбат итә. Һин был хәлгә олоғая башлауыңды һиҙеү менән әҙерләнә торорға тейешһең. Ә нисә йәштә килә һуң олоғайыу мәле? Ҡырҡҡа тиклемгеләр "йәш" булып иҫәпләнә икән, ҡырҡтан иллегә - урта, илленән алтмышҡа - оло, унан арылар ҡарт тип йөрөтөлә. Ана шул "урта" төшөнсәһен үткәс, үҙеңә күберәк ваҡыт бүлергә кәрәк, тиелә (әлбиттә, үҙеңде башҡа йәштәрҙә лә яратыу мөһим). Таҙалыҡ, гигиена, туйыныу тәртиптәрен иң беренсе сиратҡа ҡуйырғалыр (үҙаллы була алғанға тиклем). Унан был тормоштоң йәштәр, балалар ҡулына күсеүен ҡабул итергә, уларға үҙ теләгең менән юл ҡуйырға кәрәктер. Башҡалар менән булышып ултырмау өсөн берәй шөғөл табыу бик мөһим. Уҡыу, бәйләү, гөл үҫтереү, шахмат уйнау, яҙышыу һ.б. Хәрәкәт итеүҙе лә оноторға ярамай, "аяғым, билем, башым" тип ултырыу яғын ҡараған ололар хәрәкәт итеп йөрөп ятҡандарына ҡарағанда 8 йылға иртәрәк ҡартая. Ә бит ололарҙың күбеһе ысынлап ауырымай ҙа ул, тик ҡартайыуҙарын ауырыу тип ҡабул итеп, ҡайһыларылыр үҙҙәрен йәлләтергә, иғтибар үҙәгендә тоторға тырышып, мыжыуҙы ғәҙәт итеп ала. Бары тик аҡыллы булғандары ғына ололоҡтарынан йәм, тәм табырға тырышып, оптимистик рух һаҡлап алып ҡала. Ундай ололар эргәһендә, күҙәткәнегеҙ барҙыр, көлгө килеп кенә тора. Улар үҙҙәренең ҡайһы бер нәмәләрҙә яңылышып киткәнен дә, йәшлек хәтирәләрен дә, булған хәл-ваҡиғаларҙы ла шаяртыуға бороп һөйләй, күңелде күтәрә. 9 Май көндө бер һуғыш ветераны парк эскәмйәһендә ҡатын-ҡыҙҙарға комплименттар яһап, егет-еләнгә үҙҙәрен ҡыҙҙар менән нисек тоторға икәнлекте аңлатып, халыҡҡа бер мажара ҡорҙо. Шаян, теремек бабайға 92 йәш ине. Ыңғай энергияһы менән үҙе әллә кемдәрҙе тоҡандырып ебәрерҙәй ине ул. Барыһы ла уға яратып, һоҡланып ҡараны. "Матур ҡартая белеү - үҙе бер бәхет" тип, юҡҡа әйтелмәйҙер инде...
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Читайте нас: