+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Апрель 2021, 13:29

Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәков:

"Ер аҫтында мейес сығарҙым, бик шәп!"

- Концерттар буйынса план тулған, бына 29, 30 апрелдәге сығыштарҙан һуң ял итермен тип торам. Ауылда иркенләп ял итерлек, рәхәтләнеп ҡунаҡтар ҡаршы алырлыҡ өйөбөҙ бар. Сит илдәрҙә күп йөрөлдө бит инде. Уларҙың йәшәйешенән матур идеялар алып ҡайттым, һәр ваҡыт иғтибарлап ҡарап йөрөй торғайным. Һыу, ут үткәреү буйынса булһынмы, ял итә торған урындармы ул – ҡулайлы булһын тип, күңел асырлыҡ матур урын эшләү менән янып йөрөйөм. Аллаға шөкөр, уйланылған эштәремде эшләй алам. Оҫталар ҙа ярҙам итә пландарҙы тормошҡа ашырырға. Өйөбөҙҙөң ҡайҙа икәнлеге мөһим түгелдер, әммә матур, башҡаларҙан айырылып торған, ғәҙәти булмаған итеп эшләгем килә уны.
Ер аҫты мейесе эшләп ҡуйҙым. Мин уны Францияла күреп ҡайтҡайным. Хәҙер бит инде сүп-сар яғырға ярамай, ә бындай мейес хәүефһеҙ. Ер аҫтында булғас был мейес, һауа килеп торорға тейеш бит инде яндырыу өсөн. Тәрән соҡор ҡаҙып, торба сығарып эшләп алдым. Өй һатып алғас, эргә-тирәһен шулай таҙарттыҡ инде. Хәҙер сүп-сар әҙәйгәс, мейесте лә бәләкәйерәк иттем. Бик уңайлы мейес был – төтөнө лә сыҡмай, ялҡыны ла юҡ, бик шәп!
Һыу үткәреү системаһын Ҡытайҙа күреп ҡайтып эшләп ҡуйҙым. Йыуыныу бүлмәһендә бигерәк уңайлы хәҙер. Американан, Германиянан күреп ҡайтҡан идеялар байтаҡ.
Бөтә нәмә ата-әсәйҙән киләлер, тип уйлайым. Атайым бик йүнсел, тапҡыр булды. Бер заман, 70-се йылдарҙа ауыл халҡына ат тоторға рөхсәт булманы. Ә ул тотто ла үгеҙ екте. Ҡыйынлыҡтарҙан сыға торғайны инде ул тырышлығы арҡаһында, башта көлөп ҡараған кешеләр атайыма йомошҡа – үгеҙен һорап килә торғайны. Миңә лә ата-әсәйҙең шул яғы бирелгәндер инде, рәхмәт уларға!
Киләһе байрамдар менән барығыҙҙы ла ҡотлайым. Ял менән хеҙмәт бергә үрелеп барһын. Һаулыҡ булһын, ҡыуанып йәшәргә яҙһын!
Читайте нас: