-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Апрель 2021, 13:12

БАЛА САҒЫМДЫҢ ИҢ ТӘМЛЕ РИЗЫҒЫ

Ҡалала полуфабрикат кимереп ултырғанда, ҡыҙыма әйттем:- Алла бирһә, ауылға ҡайтҡас та мин һиңә бала сағымдың иң тәмле ризығын бешереп ашатам!- Ысынмыыы, нимә ул!?- Әйҙә, сайтта һөйләйем, ҡыҙым:

Ауылға ҡайтып ингәндең икенсе көнөнә үк ҡыҙым серемде иҫемә төшөрҙө.
Әйткән һүҙ - атҡан уҡ, еңде һыҙғанып иң тәмле ризыҡты әҙерләргә керештем.
Тәәәк, уның өсөн һәйбәт ҡомалаҡ башы кәрәк бит инде. Оҙаҡ аптырап торорға түгел, бешергән аштары менән һәр кемде хайран иткән бейемемә икмәк башына йүгерттем ҡыҙымды. Аңҡып торған ҡомалаҡ еҫенән иҫереп тәгәрәмәле бер көрөшкә икмәк башы бала саҡтың иң тәмле ризығын әҙерләргә тап-таман була. Хуш еҫле икмәк башын "Бисмилла..." тип, иләп кенә ҡуйылған бер табаҡса онға һалып ебәрҙем, йылымыс ҡына һыу, бер ус тоҙ ҡушып, йәш балаға ҡағылғандай һөйөп-яратып ҡына ҡамыр баҫтым. Унан инде шул йәш баланы йоҡлатырға һалғандай, йылы, тыныс урынға урап ҡына 5-6 сәғәткә ултыртып ҡуям. Ҡабарып сыҡҡан ҡамырҙы ҡайтара баҫып (яңынан баҫып тигәнде беҙҙә шулай тиҙәр) тағы ла берәр сәғәткә ултыртып торам. Унан инде, ике ҙур табаны йылытып, майлап, йырлай-йырлай ике икмәк әүәләйем. Өҫтөнә ябып, ярты сәғәт тирәһе табала ҡабартып алғандан һуң һүрелеп барған мейескә тығып та ебәрәм инде. Мейестәр хәҙер һирәк күренеш, күптәр газ духовкаһында бешерә. Духовкала бешкән икмәктә мейестә бешкән икмәктең һуты булмай инде ул.
Ярты сәғәт үткәс, икмәктәрҙе әүештереп алам - урындарын алыштырып ултыртам. Сәғәт ярымдан бала сағымдың иң тәмле ризығы әҙер!!! Һыуытҡыста ҡатҡылланып ултырған ауыл ҡаймағын һөртөп, өҫтөнә шәкәр ҡомо һибеп ҡыҙыма тотторҙом. Баҡсала түтәлдәр менән серләшеп, бит остарын ҡояш үбеп алһыуландырған, шаян елдәр сәсен туҙыратҡан, шуға ла үҙемдең бала сағыма оҡшап киткән ҡыҙым сихри сатҡылар менән осҡонланған ҡарашын икмәк телеменән ала алмай, бер талай аптырап торҙо.
- Ошомо ни иң тәмле ризыҡ?!
- Ошо. Ашап ҡара...
- Мммм.... Әсәй! Был бит деликатес!!!
- Беҙ, балам, ошо деликатесты көн дә ашап үҫтек. Бәлки шуғалыр ҙа, иртәгәге көнөбөҙ өмөтлө, тамағыбыҙ туҡ, күңелдәр көр булды...
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: