+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Апрель 2021, 17:15

"Ҡыҙҙарҙың мөхәббәте - сәсендә "

Элек-электән кешенең сәсе ҙур көскә эйә, тип иҫәпләнгән.

Сәстәр ҡатын-ҡыҙ өсөн бигерәк тә ҙур роль уйнаған. Оҙон сәстең мистик көскә эйә булыуына тарихта бихисап миҫалдар һаҡланған. Хәҙерге заманда сәс ҡатын-ҡыҙ өсөн күберәк психологик әһәмиәткә эйә. Һәр кешенең аңында оҙон сәсле ҡатын-ҡыҙ матурлыҡ өлгөһө булып тора. Ҡыҫҡа сәстәргә мода килә лә, китергә мөмкин, ә бына оҙон, матур, тулҡынланып торған сәстәр инде һәр ваҡыт модала. Ҡарағыҙ әле - моделдәр, үҙҙәренең тышҡы ҡиәфәте менән ҙур аҡса эшләгән матурҡайҙар - барыһы ла бит оҙон сәсле!
Оҙон сәсле ҡыҙға ҡарап, егет аңы менән уға тартыла, буласаҡ ҡатыны, балаларының әсәһе тап ошондай булырға тейеш, тип уйлай.
Читайте нас: