+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Апрель 2021, 12:51

Мөхәббәт көсө Лира Яҡшыбаева

Ҡан дошманлыҡ, тамыр йәйеп, улар араһында йәшәй биргән. Ике яҡтың йәштәре бер-береһе менән осрашып йөрөүен белеп ҡалдылармы, айырыуса егет яғы ғашиҡтарҙы айырырға тырыша, оло быуын туғандары ҡыҫылып, уларҙың дуҫлығына ҡырҡа ҡаршы төшә.

Их, Гөлсибәр… Терегөмөштәй теремек, йондоҙҙай яҡты күҙле, ҡояшлы көндәй алсаҡ ҡыҙы-ҡай тамам һушын алды бит һигеҙенсе синыфта уҡып йөрөгән Нурғәленең. Егет ҡорона тулып килгән үҫмерҙең параллель синыфта уҡыған Гөлсибәргә күҙе төштө.

ттттҠыҙ йылға аръяғы битләүҙәге шыршылы өйҙә йәшәй. Нурғәле өсөн был өй, был урам, өй эргәһендәге мәңге йәшел шыршы – донъялағы иң матур урын. Сөнки унда йән һөйгәне Гөлсибәр йәшәй.
Бер шулай тәнәфес ваҡытында сибәр ҡыҙҙы ситтән генә күҙәтеп, тәү күргәндәй һоҡланып ҡарап тора ине, шаянҡай эргәһенә йүгереп килде лә: “Бөгөн бейеү түңәрәге була кил, йәме”, – тине. Үҙе шунда уҡ юҡ булды.
Әммә бындай сибәр ҡыҙ эргәһендә, оялмайынса, йүнләп тыпырлата ла белмәгән көйө нисек бейеп йөрөргә?! Нурғәле, әлбиттә, түңәрәккә барманы.
Ә ҡыҙ, егеттең хистәрен һиҙгән кеүек, тәнәфестәрҙә һаман уның тирәһендә өйөрөлөп-сөйөрөлдө. Башлап һүҙ ҡушырға ҡыймаған оялсан егет бары эстән бер һүҙҙе ҡабатланы: “Их, Гөлсибәр, һин ниндәй сибәр!”
Толомлап үреп ебәргән сәстәре биленә төшөп тора. Сөм-ҡара күҙҙәрен тултырып ҡарап ҡуйыуы, ҡарлуғас ҡанатындай ҡыйылып торған ҡара ҡаштарын сөйөлтөп һикертеп алыуҙары! Һай, матур шул, бигерәк матур Гөлсибәр. Була икән дә донъяла шундай ҙа гүзәл заттар. Әйтерһең, Аллаһ Тәғәлә бар ҡыҙҙарға тәғәйенләнгән матурлыҡты Гөлсибәрҙең бер үҙенә бүләк иткән дә ҡуйған. Ғашиҡ егет инде ҡыҙҙың эргәһенә барып һүҙ ҡушыу түгел, ҡырынан үтеп китергә тартынды. Шулай итеп, ярты йылға яҡын ҡыҙҙы ситтән генә күҙәтеп яратып йөрөнө.
ттттБер көндө Нурғәле өйҙә дәрес әҙерләп ултыра ине. Уйламағанда-көтмәгәндә Гөлсибәр йүгереп килеп инде. Тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан, йыш-йыш тын ала.
– Ни, химия китабыңды, ни, биреп торсо, беҙгә шул китаптан, ни, өйгә эш бирҙеләр, – тине ул тотлоға-тотлоға. Китапты ҡулына алыуы булды – атылып сығып та йүгерҙе.
Ярты сәғәт тә үтмәгәндер, ҡыҙ баяғы китапты тотоп кире килде. Индереп кенә өҫтәлгә һалды ла, тағы өнһөҙ-тынһыҙ атылып сығып китте.
“Ҡайһы арала өйгә бирелгән эшен ҡарап өлгөрҙө икән?”– тип уйланы егет һәм әле генә Гөлсибәр ҡалдырған китапты ҡулына алды. Асып ҡараһа, эсендә матур итеп төрөлгән печенье ята. Сикһеҙ тулҡынланған ғашиҡ егет ҡыҙҙың ҡулы ҡағылған был әйберҙе күкрәгенә ҡыҫты ла тәҙрәнән һөйгәне киткән яҡҡа ҡараны. Гөлсибәрҙән елдәр иҫкәйне. Ни әйтергә, ни уйларға белмәй бер килке шулай баҫып торҙо егет. Бына ул һушына килде. Тимәк, ул да мине оҡшата, тигән һиҙенеү, тулҡынландырғыс бер яңы хис ипкене, йөрәгенә килеп ҡаҡлыҡты.
Был уйҙан ул тетрәнде. Мөмкинме икән был хәл? Улай тиһәң, китап тотоп, ауылдың бер осонан икенсе осона тиккә генә йөрөмәҫ бит инде үҫмер ҡыҙ бала. Ни эшләргә икән? Туҡта, туҡта! Хәҙер, хәҙер… Ул да бит ошо мәлдә яуап итеп ниҙер эшләргә тейеш тә баһа. Уның башына сая фекер килә. Хәҙер ошо уҡ китаптың эсенә шоколад һалырға ла шаян ҡыҙыҡайға илтергә.
тттттБер сәғәт тә үтмәгәндер, тау битләүендәге шыршылы өйҙә ине Нурғәле.
– Гөлсибәр, ул арала ғына дәресеңде ҡарап бөтә алмағанһыңдыр, шуға китапты кире алып килдем. Мә, тағы ҡарап сыҡ.
Ҡыҙ уны-быны әйтеп өлгөргәнсе, егет, ҡыйыуһыҙланып, сығып та һыҙҙы.
Ҡасанан бирле хыялланып та ҡыҙыҡай эргәһенә яҡын бара алмай йөрөгән егет бөгөн ҡыҙға, ситләтеп кенә булһа ла, йөрәк серен белгертте.
Иртәгәһен мәктәптә осрашҡас, икеһе лә бер-береһенә серле генә ҡараш ташлап, үҙҙәре генә аңларҙай итеп йылмайышты. Бына шулай башланып китте уларҙың мөхәббәте. Башта апаруҡ ваҡыт китап аша тәмлекәстәр менән алышыштылар. Бер аҙҙан осрашып һөйләшә башла-нылар. Икәүләп киноға барған саҡтары ла булды. Кискеһен йәшеренеп кенә оҙатып ҡуя. Егет ҡыҙҙың ҡулына ғына ҡағылып алырға итә, тик ҡыйыулығы етмәй. Үпкәләтеп ҡуйырмын да өркөтөрмөн, тип ҡурҡа. Их, ошо оялсанлығы! Әллә артыҡ яратыу уны тамам мәжнүн яһанымы?
Йәй көнө ине. Бер саҡ күрше ауылға артистар килгән, концерт була, тинеләр. Ҡыҙҙы мотоциклына ултыртып алды ла китте былар концертҡа. Тамаша иҫ китмәле булды. Гел яратҡан йырсылары килгән икән.
Мөхәббәт тураһындағы бер йырҙың “өҙөлөп-өҙөлөп ғашиҡ булдым, кермәгеҙ араларға…” тигән һүҙҙәре ниңәлер күңеленә инде лә уйылды. Ҡайтып еткәнсе шул йырҙы көйләп ҡайт-тылар.
Ә ҡайтыуҙары тағы ла иҫтәлеклерәк булды. Күк күкрәй, йәшен йәшнәй, бына-бына ҡойоп ямғыр яуасаҡ. Гөлсибәр йәшендән ныҡ ҡурҡа. Ул мотоциклдың артында ултырып килә ине, ҡурҡып ахырыһы, егеттең биленән ныҡ итеп ҡосаҡлап алды ла, битен уның арҡаһына терәне. Их, шул саҡта әйләнеп кенә йән һөйгәнен ҡосаҡлап алырға ине лә бит, ярамай, руль тотоп бара. Шунда кисерелгән тойғоно, арҡаһы аша һирпелгән наҙлы йылылыҡты егет мәңге лә онотмаҫ инде. Бөтә ғүмере буйына тик бер Гөлсибәрҙе генә яратасаҡ ул. Егет ҡыҙҙы өйҙәре тапҡырына килтереп еткергәс, ирендәре менән Гөлсибәрҙең ирендәренә ҡағылып ҡына алырға хыялланды. Әммә ҡыҙ әллә юлда килгәндәге үҙенең ҡыйыулығынан оялды, әллә егеттең уйын һиҙенде, ҡапҡа төбөнә килеп еткәс, бер минутка ла туҡтап тормай, ашығып хушлашты ла тиҙ генә ихатаға инеп тә китте.
– Их, Гөлсибәр, һин ниндәй серле ҡыҙ!
Нурғәленең көндәре Гөлсибәрҙе һағынып үтте. Йәйге кистәрҙә уйынға сығыу бер байрам инде. Унда егет Гөлсибәрҙе күрәсәк. Улар ҡулға-ҡул тотоношоп бейейәсәк. Йәштәр уйынға дәррәү сыға торғайны. Таҡмаҡ әйтеп бейешеү, уйын-көлкө ярты төнгә тиклем дауам итә.
Бер саҡ Гөлсибәр егеттең алдына килеп тыпырҙаны ла ошо таҡмаҡты әйтте.
Алдарын алға манам,
Гөлдәрен гөлгә манам,
Уҡы, егет, шоферлыҡҡа,
Һин шофер булһаң, барам...
Был ҡәҙимге ритайым таҡмағына Нурғәле ҙур әһәмиәт бирҙе. Гөлсибәр уның шофер булыуын теләй икән, буласаҡ ул шофер, мотлаҡ буласаҡ. Уның өсөн һөйгәненең теләген үтәү – хәҙер иң оло бәхет. Туғыҙынсы синыфты тамамлау тураһындағы таныҡлыҡты ҡулына алыу менән “Йылайыр” совхоз-техникумына механиклыҡҡа уҡырға китте егет. Шофер ғына түгел, техника белгесе буласаҡ ул, үәт. Бөтә машина-тракторҙарҙы өйрәнеп, механик булып сығасаҡ.
Ауылдан ситтә уҡып йөрөгәндә Нурғәле Гөлсибәргә көн дә хаттар яҙҙы, тик уларҙың береһенә лә ниңәлер яуап алманы. Ниңә һөйгәне яуап яҙмай? Уға ни булды? Ҡышҡы сессия тамамланыу менән егет ауылына ашыкты. Кисен ашҡынып клубҡа сыҡты. Ҡыҙҙар араһында Гөлсибәр юҡ ине. Ни уйларға ла белмәй торғанда бер ҡыҙыҡай, эргәһенә килеп, ҡулына китап тотторҙо. Теге хикмәтле китап! Гөлсибәр менән тәмлекәстәр алышҡан химия китабы… Ҡулын өтөп барған әйберҙе тиҙерәк асып ҡарағыһы килеп, егет клубтан ашығып тышҡа сыҡ-ты. Китап араһында был юлы шоколад түгел, ә хат ята ине. Уны тиҙерәк асып уҡырға ашыҡҡан егет башҡаса клубта ҡала алманы. Ҡайтып инеү менән аулаҡ бүлмәгә йүнәлде.
Тулҡынланып китапты асты. Унда Гөлсибәрҙең ҡулы менән яҙылған хат һәм ҡыҙҙың фотоһы ята ине.
“Нурғәле, беҙ Силәбе ҡалаһына күсеп киттек. Атайым шахтаға эшкә төштө. Беҙҙе ашыҡ-тырып күсереп алды. Унда миңә урыҫса уҡырға тура килер инде. Ҡыйын булыр. Дуҫ ҡыҙҙар-ҙы, һине һағынырмын. Беҙ тағы осраша алырбыҙмы, юҡмы? Хуш, ҡәҙерлем, Нурғәле, һин һәр саҡ минең күңелемдең нуры булып ҡалырһың. Мин һине яратам, яратам, яратам…”
Их, Гөлсибәр… Хат эсенә һалынған фоторәсемдән донъялағы иң матур ҡыҙ ҡарап йылмая. Бөгөнгөләй иҫендә, йөрәге күкрәгенән һурылып сығырҙай булып һулҡылдай, хистәренең өтөп алып барыуына сыҙар әмәле юҡ. Бер ни уйлай ҙа, фекерләй ҙә алмаған егет тәҙрә яңағына килеп һөйәлде лә ҡараштарын Гөлсибәрҙәрҙең шыршылы өйө яғына табан йүнәлтте. Оҙаҡ торҙо ул шулай, әйтерһең, тораташҡа әйләнде. Бөттө, барыһы ла бөттө, ерҙә йәшәүҙең уның өсөн мәғәнәһе ҡалманы. Күңелен “башҡа осраша алмаҫбыҙ” тигән ҡот осҡос һиҙенеү хәүефе солғап алды.
Башҡаса клубҡа ла сығып йөрөмәне. Ҡышҡы каникулы болоҡһоп үтте. Хат яҙырға тип Гөлсибәрҙең адресын эҙләп ҡараны. Әйтерһең, һөйләшеп ҡуйғандар, китапты биргән әхирәте лә, башҡалар ҙа белмәмешкә һалышты.
…Был хәлдәргә күп йылдар үтте. Нурғәле өйләнмәй оҙаҡ йөрөнө, Гөлсибәргә оҡшаған ҡыҙ-ҙы эҙләне. Тапты ул шундай бер сибәрҙе, тик ул телһеҙ һәм һаңғырау булып сыҡты. Ауыл хужалығы академияһын тамамлаған, ҙур совхозда баш инженер булып эшләп йөрөгән, һыу һөлөгө кеүек егеттең күрәләтә бер ғәрипкә өйләнеүе Таймаҫовтар өсөн ғәрлек хәл ине. Ата-әсәләре илап ҡаршы төштө. Егет бер кемде лә тыңламаны. Буйҙаҡ йөрөй тип әйтмәһендәр өсөн генә өйләнде.
Ҡатынының холҡо һәйбәт ине, арыу ғына йәшәп киттеләр. Дөрөҫөн әйткәндә Нурғәлегә, Гөлсибәрен юғалткас, кемгә өйләнһә лә барыбер булды. Тормош юлдашының телһеҙ, һаңғы-рау булыуының ыңғай яҡтары ла бар. Күп һөйләшеп тормайҙар. Ниңәлер балалары ла бул-маны. Ул һаман Гөлсибәрҙе уйланы. Ә ҡыҙ һыуға баткандай юғалды. Төндәрен һағыныуына тәҡәт тапмай, тороп фотоальбомын аса ла һөйгәненә төбәлә.
– Ҡайҙа һин, Гөлсибәр, һин ҡайҙа? – тип барлыҡ Ғаләмгә һөрән һалғыһы килә. Тик, теле аң-ҡауына йәбешкәндәй, өнһөҙ ҡала.
Йылдар үтте. Тоҡта беҙ ятмаған кеүек, сер ҡасан да килеп бер сиселә. Бигерәк тә ауыл ерендә. Күпме йәшерергә тырышмаһындар, Нурғәле Гөлсибәрҙәрҙең ауылдан күсеп китеү сәбәбен белде.
Бик борон замандарҙан, граждандар һуғышы осоронанмы, әллә унан да элегерәк башлан-ғанмы, Таймаҫ менән Динебәк нәҫелдәре араһында ҡан дошманлыҡ йәшәп килгән. Был туралағы боронғо хәтирәләрҙе тәмләп-тәмләп сурытып һөйләргә әүәҫ ауыл ҡарттары, ике аралағы низағлашыуҙы туҡтатаһы урынға, утҡа май һибеп, әленән-әле ялҡынын дөрләтеп торған. Йәштәр йыйылған ерҙәрҙә лә бындай хәбәрҙәр ишетелер булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Нурғәле менән Гөлсибәр – ошо ике нәҫелгә ҡараған ғаиләлең балалары. Егет – Таймаҫ, ҡыҙ – Динебәк нәҫеленән. Таймаҫтарҙың аҡһаҡалдары Ишбирҙе менән Хәлил олатайҙар үҙҙәре тере саҡта Динебәктәр менән ҡан ҡатнаштырыуға ҡырҡа ҡаршы торған.
Әлеге көнгәсә, нәҫел араһында йәштәрҙең осрашып йөрөүен ишетеп ҡалыу менән, ырыу башлыҡтары ҡан илатып уларҙы айырған. Ҡасандыр, йәш саҡтарында, Нурғәленең атаһы Зөбәйер менән Гөлсибәрҙең әсәһе Суфыя ла бер-береһен өҙөлөп яратышып йөрөгән булған. Ҡарттар хөкөмө буйынса улар ҙа ҡауыша алмаған. Ҡан дошманлыҡ, тамыр йәйеп, улар араһында йәшәй биргән. Ике яҡтың йәштәре бер-береһе менән осрашып йөрөүен белеп ҡалдылармы, айырыуса егет яғы ғашиҡтарҙы айырырға тырыша, оло быуын туғандары ҡыҫылып, уларҙың дуҫлығына ҡырҡа ҡаршы төшә.
– Беҙҙең Аҡбирҙе атлы данлы батырыбыҙҙы үлтергән нәҫелдән ҡыҙ алаһыбыҙ юҡ, – тигән уларҙың ҡарты Ишбирҙе Таймаҫов.
– Әхмәтша ҡурайсыны ҡылыс менән сабып үлтергән ҡәүемгә ҡыҙ бирәһебеҙ юҡ, – тигән Динебәктәр.
Был юлы ла балалыҡтан сығып та етмәгән Нурғәле менән Гөлсибәрҙең осрашып, һөйөшөп йөрөүҙәре тураһындағы хәбәр Таймаҫовтарға килеп ишетелә. Хәбәр шунда уҡ бөтә туған-тыумасаға тарала. Ололар, ғәҙәттәгесә, йәнә дау ҡуптара.
– Ошо беҙҙең ара егеттәре тота ла шул әргендек (көсө, хәле аҙ булғанлыҡтан эшкә ярамаған, кәрһеҙ) Динебәк нәҫеленең мөстән ҡыҙҙарына мөкиббән китә. Йәш сағында атаһының Суфыя тип алйотланып йөрөүе әҙ булманы, хәҙер быныһы, Нурғәлеһе, ғишыҡ тотоп йөрөй шүрәленән яралған нәҫелгә, – тине Хәлил ҡарт, бүләһен шелтәләп.
Ырыу ҡото булырҙай һөйкөмлө, сибәр ҡыҙҙарын Таймаҫтарға биргеләре килмәһә лә, был юлы, дошманлыҡты ҡыумайыҡ тип, Динебәктәр өндәшмәй ҡараны.
Ә Таймаҫтар өҙмәне лә ҡуйманы. Бер аяғы ерҙә, икенсеһе гүрҙә булған Тимербәк ҡартка тиклем:
– Уланыбыҙ шәжәрәбеҙҙе белмәй, маңҡорт булып үҫкән. Һуңғы йылдарҙа нәҫелебеҙ тарихын йәштәребеҙҙең иҫенә төшөрмәй башланыҡ шул. Беҙ – Таймаҫовтар, данлы тархан нәҫеленән. Йәш быуын быны онотмаҫка тейеш. Ә Динебәковтар ғүмер баҡый үҙе туйһа, күҙе туймаған асарбаҡ булды. Алаҡаңлап, кемдең нимәһе ҡырын ята, шуны сәлдереп, ғүмер кисергәндәр. Беҙҙең ата-бабалар борондан Динебәковтарҙы әҙәмгә һанамаған, ҡан ҡатнаштырыу түгел, ялсы итеп тә тотмаған уларҙы.
Ҡарттарҙың хөкөмө ҡаты. Әллә ҡасан булып үткән хәлдәрҙе, ана шулай, ҡайта-ҡайта, йәш-тәрҙең хәтеренә төшөрөп тора улар.
– Граждандар һуғышы ваҡытында беҙҙең Аҡмырҙа тигән данлы батырыбыҙҙы шул Динебәктәрҙең йолҡош Әхмәтша бандиты атып үлтергән. Беҙҙең нәҫел араһындағы ҡан дошманлыҡ ана шунан башланған. Ете быуында ла был хәлдәр онотолорға тейеш түгел.
Аҡһаҡалдарҙан бындай ҡот осҡос хәлдәр тураһында ишеткән йәштәр аптырап ҡалған. Был юлы ла ҡарттар уларҙы тиҙерәк айырырға тигән ҡарар сығара.
Гөлсибәрҙең әсәһе Суфыя имеш-мимештәрҙе ишеткеләп йөрөһә лә, башта, бөтмәҫ уларҙың дошманлашыуы тип, әллә ни иғтибар бирмәне. Нурғәленән ҡыҙының намыҫынан көлдөртөргә йөрөйҙәр икән тигән һүҙ килеп еткәс, әсә йөрәгенә хәнйәр ҡаҙанылармы ни. Булыр ул Таймаҫтарҙан, тине. Ағыулы һүҙ кеше үлтерер, тигәндәр. Ҡыҙҙарының намыҫын мәсхәрәнән һаҡларға тырышҡан ата-әсә кәңәшләште лә ауылдан бөтөнләйгә күсеп китте.
Әлбиттә, барып урынлашыу менән Гөлсибәр һөйгәненә, адресын күрһәтеп, хат яҙып һалды. Бынан йөҙ йыл элек йәшәп киткән Аҡбирҙе менән Әхмәтшаның уларҙың мөхәббәтенә ни ҡатнашлығы бар? Ул бит Нурғәлене өҙөлөп ярата. Әммә ҡыҙҙың хаттары егеткә барып етмәне. Таймаҫовтар араһының бер кешеһе почтала эшләп йөрөй икән. Ҡарттар ҡушыуы буйынса ул хаттарҙы килеү менән юҡ итеп торҙо.
Йылдар хистәрҙе һүрелтә, тиҙәр. Ҡайҙан һүрелтһен инде. Ысын мөхәббәт ҡан дошманлыҡтан көслөрәк. Ул үлемһеҙ.
Ишбирҙе, Хәлил ҡарттар һәм башҡа нәҫел ҡонон юллаусылар үлеп киткәс, ике яҡтың да тамам үҙәгенә үткән дошманлыҡты башҡа ҡыуыусы ла, ҡуйыртыусы ла булманы. Хәҙер инде был фамилиялар ҙа ауылда һирәк ишетелә. Бары бер-береһен яратҡан йөрәктәр араһындағы һары һағыш, ергә һеңеп, күктәргә ашып, барлыҡ тәбиғәткә көйөк булып, мәңгелеккә тороп ҡалды.
Нурғәле ҡатыны менән егерме биш йылға яҡын бергә ғүмер кисерҙе. Бер-береһенә талап ҡуйманылар, һәр кем үҙенсә йәшәне, үҙенсә йөрөнө. Һаулығы шәптән булманы меҫкен ҡатындың. Телһеҙ һәм һаңғырау булыуы етмәгән, быуындары һыҙлап ҡаҡшатты. Аҙаҡ һыҙланыуы йөрәгенә төштө. Тамам йонсоп, был донъянан ыҙалап китеп барҙы мәрхүмә. Нурғәле ҡатынын ҡәҙерләп ерләне. Инде өс йыл яңғыҙы, һуңғы ваҡытта тәүге мөхәббәте Гәлсибәрҙе генә уйлап, хыял донъяһында йәшәй. Ҡайҙа икән уның берҙән-бере, һөйөклөһө Гөлсибәр?! Мәңгелек мөхәббәтен иҫләйме икән?!
Бер саҡ, телевизорҙан юғалған кешеләрҙе эҙләп табыу тураһында тапшырыу ҡарап ултырғанда, башына уй килде: ә ниңә ошолай итеп эҙләтеп ҡарамаҫҡа. Оҙаҡҡа һуҙмай, һөйгәнен эҙләүҙәрен үтенеп хат яҙып ебәрҙе. Яуап көтөп, күңеле талпынып йөрөгәндә уға Мәскәүҙән шылтыраттылар: “Һеҙҙе Гөлсибәр исемле ханым эҙләй. Осрашыуға килегеҙ”. Ысынмы икән был? Ышанып булмай! Йөрәк ярһыуына сыҙар хәле ҡалмаған Нурғәле, тиҙ генә йыйынып, Мәскәүгә осто.
Бына Нурғәле “Останкино” телеүҙәгенең коридоры буйлап килә. Ҡаршыһына, ҡояштай балҡып, урта йәштәрҙәге ханым йүгерә-атлай килә. Бәй, әллә Гөлсибәр инде? Эйе, эйе, был бит Гөлсибәр, уның ҡәҙерлеһе! Йә, Хоҙай, әллә тағы ла нығырак сибәрләнгән инде?..
Гөлсибәр уны алыҫтан уҡ таныны. Олпатланған булһа ла, барыбер үҙгәрмәгән Нурғәлеһе. Әллә яратып, һоҡланып ҡарауы инде. Бына улар бер-береһенә яҡын уҡ килеп етте.
– Нурғәле!
– Гөлсибәр!
– Беҙ икебеҙ ҙә бер-беребеҙҙе эҙләп, бер үк ваҡытта тапшырыуға хат яҙғанбыҙ икән.
Әйтерһең дә, арала тиҫтәләгән йылдар ятмаған! Улар, етәкләшеп, телеүҙәк бинаһынан сығып, бергә атлап китте.
Шулай итеп, Таймаҫовтар менән Динебәковтар нәҫеле араһындағы ҡан дошманлыҡҡа нөктә ҡуйылды. Мөхәббәт көсө юғарыраҡ булып сыҡты.
Читайте нас: