Умырзая – ҡар аҫтынан уҡ ҡалҡып сыҡҡан тәүге сәскә, беҙ уны йыл да көтөп алабыҙ. Уның хаҡында халҡыбыҙ йырҙар сығарған, көйҙәр ижад иткән. Беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙә лә уның тураһында күпме шиғри әҫәрҙәр ижад ителгән. Ошо матур ғәҙәт бөгөнгә тиклем һаҡланған, киләсәктә лә дауам итәсәк.
Тәүге сәскәләрҙе күреүгә шатланыу тойғоһо шағирҙың эске күңел торошо менән дә үрелеп китә. Кеше үҙен бәхетле итеп һиҙә, кәйефе күтәрелә, өмөт сатҡылары ҡабына.Тәүге сәскәләр тәбиғәттә ярайһы уҡ күп, улар төрлө ғаиләгә ҡарай. Ысын умырзая тип беҙ өс төрлө сәскәне йөрөтәбеҙ: аҡ умырзая – елбәгәй, һары умырзая, күк умырзая. Ләкин улар менән бер үк ваҡытта сығып, сәскә атып, урман-ҡырҙарҙы биҙәгән тағы ла байтаҡ умырзаялар беҙҙең иғтибар үҙәгенән ситтә ҡала. Елбәгәйҙәрҙең генә лә беҙҙең яҡта бер нисә төрө бар. Бынан тыш, шартлауыҡ та ҡар аҫтынан килеп сыға. Уларҙан һуң май сәскәһе, кәкүк емеше, баллыҡай, йондоҙ ынйыһы һәм башҡалар килә.
Беҙ уларҙы тау битләүҙәренә, урман ситтәренә сығып күрәйек, матурлыҡтарына һоҡланайыҡ, әммә өҙгөләп ғазапламайыҡ.