+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Апрель 2021, 10:00

Ҡайындың ете мөғжизәһе

Ҡайын - ғәжәп һәм сәйер, беҙҙең яҡтарҙағы иң серле ағас.

Беренсе мөғжизә. Ҡайын - иң ҡупшы, донъялағы берҙән-бер аҡ ҡабыҡлы ағас. Был мөғжизә ҡайындың ҡабығында уға аҡ төҫ биреүсе матдә булыуы менән аңлатыла. Ғалимдар был матдәне «бетулин» (латин теленән тәржемә иткәндә «бетула»- «берёза») тип атағандар. Ҡайындың аҡ ҡабығы ҡояш нурҙарын кире ҡаға, шуға күрә лә, хата бик эҫе көндәрҙә лә ҡайындың олоно һалҡын булып ҡала.
Икенсе мөғжизә. Ҡара ҡайындар ҙа була. Беҙҙең илдә ҡайындың бер нисә төрө билдәле. Һөйәлле ҡайын менән бөҙрә ҡайын иң таралып үҫкәндәрҙән һанала. Улар илебеҙҙең бөтә территорияларында ла үҫә. Бынан тыш, Карелияла үҫкән һәм карелия ҡайыны тип аталған ҡайын үҙенең ныҡлығы һәм матурлығы менән айырылып тора. Тундра зонаһында кәрлә ҡайындар үҫә. Тәбиғәттә ҡара ҡайындар ҙа осрай. Ҡара ҡайын, ғәҙәттә Алыҫ Көнсығышта, Амур йылғаһы буйында үҫә. Шуға ла ул Даурия ҡайыны тип атала. Уның ҡабыҡтары ҡара-көрән төҫтә була. Башҡортостандың Баймаҡ, Күгәрсен, Учалы, Ишембай райондарында ҡара ҡайын үҫкәне билдәле. Улар – тәбиғәт ҡомартҡылары. Ләкин был ҡара ҡайындар Даурия ҡайындары түгел, ә беҙҙең яҡтарҙа үҫкән һөйәлле һәм бөҙрә ҡайындарҙың бер формаһы икән. Башҡорт халҡында ҡара ҡайын ҡайғы килтерә тигән фекер йәшәгәне билдәле. Ихтимал, ҡара ҡайындар күберәк тә булғандыр, тик халыҡтың уға ҡарата дөрөҫ булмаған ҡарашы арҡаһында уны күпләп ҡырҡып ташлағандарҙыр тип фараз итергә була.
Өсөнсө мөғжизә. Ҡайын - үҙенсәлекле донор. Йыһан энергияһын күпләп йыйып, тирә-яҡҡа еңел генә таратып, запастарын бик тиҙ тулыландырыусы ағастар бар. Улар – донор ағастар. Был йәһәттән дә ҡайын – үҙенсәлекле ағас. Һәр кемгә лә ул энергияһын биреп бармай. Нисектер үҙ күргән кешеһенең генә күңел тойғоһон һиҙә. Әгәр ҙә ул кешелә уға ҡарата һөйөү, изгелек һәм наҙ хисен һиҙһә, көтөлмәгән миҡдарҙа энергияһын уға бүлеп бирә. Ағастың «көйһөҙлөгөн» борон-борондан белгәндәр һәм ишек алдына, өй эргәһенә ҡайын ағасын ултыртмағандар. Халыҡ ышаныуҙары буйынса ҡайын бигерәктә йәш ҡыҙҙарҙы, балаларҙы яратҡан. Рус халҡында ла, башҡорт халҡында ла ҡыҙҙарҙың ҡайынды таҫмалар менән биҙәү йолалары ла быны раҫлай. Шундай йолаларҙың береһе Хәйбулла районында киң таралған була. «Йәйге селләнең бер мәлендә 12 ҡыҙ йыйыла ла, биҙәнеп, яһанып, суҡлы ҡайынға бара. Барғас, ҡайындың һалынып торған суҡтарын үреп таҫмалағандар. Ҡайын суғын үргәндә, киләсәктәрен, күрәсәктәрен юрап, изге теләктәр теләгәндәр. Сәскә ҡушып, ҡайын суҡтарынан таждар яһап кейгәндәр ҙә, ҡайын тирәләй әйләнеп, йырлашып алғандар, таҡмаҡ әйтеп бейешкәндәр. Иң аҙаҡ сәй ҡайнатып, эсеп, ҡайын менән хушлашып ҡайтып киткәндәр.
Дүртенсе мөғжизә. Ҡайындың бөрөһөлә, япраҡтары ла, сәскәләре лә файҙалы. Ҡайындың йәш япраҡтарынан әҙерләнгән төнәтмә бауыр циррозынан, холециститтан, ревмвтизм һәм радикулиттан да файҙалы, бөрөһө ашҡаҙан сирҙәренән, алҡаға оҡшаған сәскәләренең төнәтмәһе йөрәк ауырыуҙарынан дауалай. Мунсала ҡайын миндеге менән сабыныу тәнде таҙарта, һыуыҡ тейгәндә ярҙам итә. Яҙ көнө йыш ауырыған, ябыҡ кешеләргә ҡайын һуты эсергәндәр. Ләкин ҡайындарҙы һаҡлау тураһында ла онотмағандар. Бер ҡайындан 1 литрҙан артыҡ һут алмағандар. Һутын алғандан һуң тишек урынын балауыҙ менән һылап ҡуйғандар. Ҡайын туҙынан ҡайнатылған һағыҙ ауыҙ ҡыуышлығы өсөн бик файҙалы. Магазиндағы һағыҙҙарға ҡарағанда тәмлерәк тә. Башҡорт халҡы араһында ҡайын ите ашау ғәҙәте булған. Ҡайын ите – уның туҙы менән ағасы араһындағы лайлалы ҡатлам. Ҡайындың туҙын, күшмәген һыҙырып ташлағандан һуң килеп сыҡҡан лайлалы ҡатламды ҡатыҡҡа ҡушып ашағандар.
Бишенсеһе. Ҡайын оҫтаханаһы һәм туҙҙағы яҙмалар. Ҡайындан, уның туҙынан эшләнгән әйберҙәр күп төрлөлөгө менән айырылып тора. Ағас төҙөлөш һәм эшләү материалы булып тора. Ҡайын ағасы ҡаты. Уны йорт йыһаздары, саңғылар, юғары сортлы фанера эшләү өсөн ҡулланалар. Ҡайын туҙынан бал ҡорто ҡашығы, алыуыстар (ҡаҙан төбөнән һыуҙы алыу өсөн), ҡаяҙ, туҙаяҡтар, тырыздар эшләгәндәр. Ҡайын ороһо шкатулкалар, портсигарҙар эшләү өсөн бик уңайлы материал. Ҡайындан метил спирты, уксус, ацетон, дегет алалар. Ә дегетте һабын, шапмундәр эшләгәндә ҡулланалар. Боронғо башҡорттарҙа кәрәсин һэм лампалы шәмдәр булмаған ваҡытта ҡайын сыраһын яҡтыртыу өсөн ҡулланғандар. Ул яҡты янған, төтөнө лә аҙ булған. Өйҙәрҙе йылытыу өсөн дә ҡайын иң ҡулайлы ағас. Ул йылылыҡты күп бүлеп сығара, шуға күрә өй тиҙерәк һәм нығыраҡ йылына. Күмерен самауыр ҡайнатҡанда ҡулланалар. Бынан йөҙәр йыл элек, ҡағыҙ булмаған ваҡытта, туҙға хаттар, грамоталар, счеттар хатта балалар өсөн китаптар яҙғандар. Башҡорттоң «туҙға яҙмағанды ысын булһа ла һөйләмә» тигән билдәле әйтеме ошо осорҙо сағылдыра.
Алтынсыһы. Ҡайынлы атамалар. Ҡайын һүҙен ҡулланып бик күп ер-һыу атамалары барлыҡҡа килгән.
Етенсе мөғжизә. Ҡайын образы әҙәбиәттә һәм сәнғәттә.
Тәбиғәттә ҡайындан да шиғри үҫемлек юҡ. Ҡайһы шағир ҡайын ағасына үҙенең шиғри юлдарын бағышламаған да, композитор көй ижад итмәгән, ниндәй рәссам һүрәттәрендә ҡайындарҙың матурлығын һынландырмаған икән ул.
https://globallab.org/ru/user/profile/lil.bilalova.html
Читайте нас: