+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Апрель 2021, 21:00

Икмәк-тоҙ - яҡты йөҙ

Башҡорттар саҡырылмаған ҡунаҡтарға айырыуса хөрмәт күрһәткәндәр.

Башҡорттарҙың йомартлығы һәм ҡунаҡсыллығы үҙенсәлекле. Улар саҡырылған ҡунаҡтарға ла, саҡырылмай килгәндәренә лә берҙәй алсаҡлыҡ күрһәткәндәр. Саҡырылмаған ҡунаҡтарға башҡорттар айырыуса хөрмәт күрһәткәндәр. Уларҙың уйынса, өйгә инеүсе ҡиәфәтендә Хоҙай Тәғәлә үҙе, йә Уның тарафынан ебәрелгән пәйғәмбәр булыуы мөмкин. Шуға ла, килеүсегә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтмәү, уны ҡундырып сығармау оло гонаһ тип иҫәпләнгән. «Хоҙай ризығын шайтан ғына йәлләй», — тигән башҡорт мәҡәле лә бар. Ҡунаҡ килгәс, башҡорттар, иң яҡшы ризыҡтарынан өҫтәл әҙерләргә тотонғандар. Ҡунаҡҡа өс көн буйы хөрмәт күрһәтелгән. Башҡорт, һыйыры ҡыҫыр ҡалмаһын өсөн, өҫтәленә һөт аҙыҡтары ҡуйырға, үҙҙәре әҙерләгән һөт ризыҡтарын ҡунаҡтарына ашатырға тейеш. Ҡунаҡтарға аш алдынан, итле аштан һуң, ҡайтыр алдынан ҡулын йыуыу мотлаҡ һаналған. Ашарҙан алда ауыҙ сайҡауҙы ла тейешле тапҡандар. Хушлашҡанда ғәҙәти генә бүләктәр биреүҙе лә урынлы күргәндәр. Хужа кеше, табындағы ризыҡтар менән һыйлана алмаған имсәк балаһы булһа ҡарғамаһын, тип, айырыуса ярарға тырышҡан.
https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%91%D0%B0%D1%88_%D0%B1%D0%B8%D1%82
Читайте нас: