Ҡар һыуына барыу йолаһы —
башҡорттар араһында киң генә таралған йола. Яҙын ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән. Ҡыш буйы ялыҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып торған.
Көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым, соҡор билдәләнгән. Ул тирәлә сүп - сар ташлау, ярау итеү тыйылған. Ауылдан ярты саҡрым тирәһе алыҫлыҡта булған.