+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Апрель 2021, 13:40

ЕТЕ

Кеше тормошонда ете һаны.

Башҡорт мифологияһында магик көскә эйә булған изге һан.

Кеше тормошонда ете һаны тыуғандан алып үлгәнгә тиклем, хатта үлгәс тә ҙур роль уйнай. Мәҫәлән, ышаныуҙар буйынса, сөннәт балаға етенсе көндә ете йәшкә ҡәҙәр эшләнергә тейеш. Кеше үлгәс етеһен уҡытҡандар. Етеһенә ете йәймә бешереү булған. Ете һаны менән ауырыуҙарҙы имләү йолалары киң таралған. Мәҫәлән, осҡолоҡ булғанда ете йотом һыу йоторға кәрәк, тиҙәр. Күҙ ауырыһа, ете төн уртаһында етегән шишмәнән йыйылған һыу менән ете көн күҙеңде йыуырға кәрәк. Икенсе яҡтарҙа күҙ ауырыһа, йылан тиреһенә текләп ҡарап ете мәртәбә әфсен әйткәндәр.
Биртек менән интеккәндә ете өйҙөң ишеген ҡағып, аҙыҡ йыйып ашатҡандар. Тиф, осоҡ һ.б. ауырыуҙарҙы ете юл сатына ҡыуғандар. Ерҙән тейенгән ауырыуҙарҙы ла ете төрлө әйбер ташлап имләгәндәр. Арпа, өҙлөк һ.б. ауырыуҙарҙы имләгәндә лә етегә тиклем һанау ысулы ҡулланылған. Сөйәл әпсенендә лә ете диңгеҙ, ете утрау, ете түмәр телгә алына.

Башҡорт әкиәттәрендә лә ете һаны киң ҡулланыла. Мәҫәлән, Алпамыша әкиәтендә Алып батыр ҡыҙ менән ете көн, ете төн көрәшә.

Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә, фразеологик берәмектәрҙә ете һаны шулай уҡ киң таралған - ете тир сығыу, ете юл саты, ете ҡат ер аҫты, ете ҡат күк өҫтө, ете ата, ете быуын, ете ят, ете ятып бер төшөнә инмәү һәм башҡалар.

Килеп сығышы яғынан ете төрки сығанаҡлы һүҙ.

Башҡорт мифологияһы Хисаметдинова Ф.Ғ.

Читайте нас: