Күптәр Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйыу идеяһы скульптор С.Тавасиевтыҡы тип уйлай. Был дөрөҫлөккә бигүк тап килмәй.
Башҡорт милли батырының исемен мәңгәләштереү идеяһы Башҡорт АССРы ойошторолоу менән барлыҡҡа килә. 20-се йылдар башында уҡ Фрих-Хар тигән скульптор ағастан Салауат Юлаевтың бюсын эшләгән булған. Нестеров музейында уны әле лә күрергә мөмкин. Ә 30-сы йылдарҙа милли батырыбыҙға атлы статуя ҡуйыу мәсьәләһе күтәрелә. 1939 йылда уны эшләү планға керетелгән булған.
"Ҡыҙыл Башҡортостан" Республика гәзитенең 24 февраль һанында (1939 йыл) Салауат Юлаев һәйкәленең эскиз-макеты төшөрөлгән фотоһүрәт баҫылып сыҡҡан (авторы М.И.Умаров). Мәҡәләлә Башҡорт АССРының 20 йыллығына "Башхудожник" милли батырға һәйкәл проектын әҙерләй, тип әйтелә.