+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Апрель 2021, 12:00

АЛАҪЛАУ

Нимәне аңлата һуң был һүҙ?

Ышаныуҙар буйынса, алаҫлау - ҡайһы бер ауырыу эйәләрен ҡыуа торған магик ысул.
Диалекттарҙа төтәҫләү, өтәҫләү, яндырыу, төтәтеү һүҙҙәре лә ҡулланыла. Күҙ тейһә, сарпыу ҡағылһа, ғәҙәттә алаҫлайҙар, йәғни артыш, кейеҙ, алама сепрәк йәки кейем һүрентеләрен яндырып, кешене йә малды имләйҙәр.
Алаҫлау ҡырғыҙ, алтай, хаҡас халыҡтарына ла хас. Себер төркиҙәренең шамандары был һүҙҙе шаманлыҡ ҡылғанда әле лә ҡуллана.
Алаҫ һүҙе иран телдәренән ингән һүҙ һанала. Ул телдәрҙә алаҫ һүҙе «тере ҡуҙ» мәғәнәһендә йөрөй
Хисамитдинова Ф.Ғ. Башҡорт мифологияһы
Читайте нас: