Магазинға китеп барабыҙ. Улымды коляскаға ултыртҡанмын, Диләфрүз ҡолонсаҡ кеүек эргәмдән эйәргән. Ғәҙәттәгесә, ҡыҙымдың мең төрлө һорауҙарына яуап биреп, миллион фантазияһын тыңлап барам. Көлдөрөп тә алды:
– Әсәй, һин минең менән һөйләшмәй генә бар әле.
– Һин ят кеше, ти. Кешеләр был ҡыҙҡалай ҙур, урамда бер үҙе лә йөрөй ала тип уйлаһындар.
Ике йәшлек улыма шорты һатып алдым да, бына һиңә сюрприз, тип биргәйнем, шуны бер ҙә онотмай: "сюрпризды кейәм" йә "сюрпризды сисәм", "сюрприз бысраны" тип тик йөрөй.
Улым йәбештергестәр ярата. Бер көн һөтөнә бал һалып эскәйне, ҡулдары ла балланып бөттө. Уларға аптырап ҡарап ултырҙы-ултырҙы ла: "Әсәй, мин наклейкамы әллә?" – тип ғәжәпләнеп һорап ҡуйҙы.