+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Апрель 2021, 10:45

6 апрелдә һандуғас һайраһа – йылыға, ҡыҙылтүш һайраһа – һыуыҡҡа.

ИКЕ ҺАНДУҒАС. Хикәйә. Мостай Кәрим.Һығылмалы муйыл ботағында бәләкәс кенә һоро ҡошсоҡ бәүелеп ултыра. Үҙе, башын әле уңға, әле һулға бороп, яҡ-яғына күҙ һала. “Минең ҡалай хәтәр таған атынғанымды күрәләр микән күрше-тирәләр?” – тип уйлай. Тап шул саҡ эргәләге ботаҡҡа ошондай уҡ һоро ҡошсоҡ пырылдап килеп ҡунды. Ҡыуаҡ хужаһы мыжыбыраҡ һорай һалды: – Һин кем ул тиклем пырылдап минең ҡыуаҡҡа ҡунырға? – Мин – һандуғас. Зелпе ҡыуағында йәшәйем, – тип яуапланы ҡошсоҡ. – Һөйләмә бушты. Һандуғас ул – мин, – тип раҫланы хужа. – Йә, һайрап күрһәт, улайһа, – тине ситтән килгәне. Хужа ҡошсоҡ өҙҙөрөп һайрарға кереште. Шундай моңло, дәртле һайраны, теге шаҡ ҡатты. “Вәт һандуғас, исмаһам!” – тип һоҡланды. Һайрап бөткәс, йырсы тамаҡ ҡырып алды ла эре генә, вайымһыҙ ғына әйткән булды: – Йә, инде һин маташтырып ҡара, “һандуғасмын” тиһең бит. Шулай тиеүе булды, күрше ботаҡтағы һороҡай һыҙҙырып һайрап та ебәрҙе. Ярһыу моңо бөтә әрәмәне хайран ҡалдырҙы. Хужа һандуғас мауығыуҙан тәүҙә муйынын һуҙҙы, йырға ҡушылмаҡсы итте, тик тыйылып ҡалды. Шунан күңеле тулды. Ике күҙенән яңаҡтарына йәш бөрсөктәре тәгәрәне.(Аҙағы сайтта -

Йәште ул һул ҡанаты менән һөртөп алды. Ҡайһы саҡ ҡатыраҡ һөйләшһә лә, күңеле йомшарып китә ине уның.
– Һин – һандуғас, һин – ысын һандуғас! Бая тупаҫ һөйләшеп, хәтереңде ҡалдырһам, ғәфү ит, – тине ул.
– Уныһы – ваҡ нәмә. Һин үҙең мине ғүмерлеккә арбаның. Азамат һандуғас һин.
Шулай һөйләште улар. Һандуғасты һандуғас ҡына ихлас таный, баһалай, хөрмәтләй икән.
– Әйҙә, бер-беребеҙгә йөрөшөп һайрашайыҡ, – тине беренсеһе.
– Әйҙә, мин бик тә ризамын, – тине икенсеһе.
Бынан ары улар тап шулай итте лә. Ҡыуаҡтан-ҡыуаҡҡа күсеп, берәм-берәм дә, парлашып та һайранылар.
Күңеле киңгә әрәмә тармы ни?
Читайте нас: