Рәсәйҙә улар – Тыуған ил, хәләл ефетеңә тоғролоҡ һәм оҙон ғүмерлелек символы. Христиан динендә уларҙы “Хоҙай ҡоштары” тип тә йөрөтәләр. Башҡорт халҡының көнкүрешендә лә улар борон – борондан урын алған. Ғәрәп сәйәхәтсеһе Әхмәт ибн Фаҙлан башҡорттарҙың торналарға табыныуы тураһында яҙып ҡалдырған. Үҫәргән ырыуының ҡошо ла – торна. Башҡорт халыҡ көйө “Сыңрау торна”ны ишетмәгән кеше һирәктер.