+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Апрель 2021, 18:58

Уларға көндә 1 апрель

ЫШАНМАҒЫҘ!

Таныш булмаған номерҙан борсоһалар, ҡабаттан ул номерға шылтыратмағыҙ!
Телефон бурҙары шул тиклем оҫтарҙы, хатта тәжрибәле ҡулланыусылар ҙа уларҙан зыян күрә. Һөҙөмтәлә – телефон иҫәбенән аҡса юғала.
Әлегә беҙ кеҫә телефонын файҙаланғанда, яуыз ниәтле кешеләр законһыҙ аҡса эшләү ысулын уйлап табып ҡына торасаҡ.
Программаға һалынған робот, бик күп номерҙарҙы йыйып, ҡыҫҡа ғына шылтыратыуҙар яһай. Яуап биреп өлгөрмәгән абонент, күп осраҡта, билдәһеҙ номерға үҙе шылтырата башлай. Тере тауыш урынына теге оста роботтың социаль һораулама үткәреүе тураһында, йәки иғлан тыңларға саҡырғаны ишетелә. Был шылтыратыуҙың һәр бер секунды өсөн телефон иҫәбенән шунда уҡ аҡса “һыпырыла”. Бына шулай итеп, ҡайһы бер компаниялар теңкәгә тейгән шылтыратыуҙары өсөн яуаплылыҡтан ҡаса: кеше үҙе шылтыратҡан бит, йәнәһе… Әгәр кеше үҙе түләүле номерҙы йыя икән, енәйәтсенең ғәйебен иҫбатлауы ла ҡыйынға төшә.
Читайте нас: