+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Апрель 2021, 14:23

ТЕРЕЛЕҮ

Ғәжәйеп күренештәр күп тәбиғәттә. Мәҫәлән:

йыл һайын һәр ағас иҫәпһеҙ-һанһыҙ орлоҡтарын бөтә донъяға тарата, шул уҡ ваҡытта кеше үҙенә кәрәк ағасты бик ныҡ тәрбиәләп, берәмләп үҫтереп алырға мәжбүр. Ә ни өсөн беҙҙең ҡаланы йыл һайын баҫҡан тирәк мамығы орлоҡтарынан тирәк үҫентеләре баҫып китмәй? Ә шул тирәкте киҫеп ырғытһаң, төбөнән яңы үрсем мотлаҡ барлыҡҡа киләсәк бит.
Тәбиғәт үҫемлектәргә орлоҡ менән генә үрсеү түгел, ә бөрөнән дә үҫеп китеү мөмкинлеге биргән. Вегетатив үрсеү тип аталған был күренеш ағастарға һәм үләндәргә бик күп юлдар аса. Кеше лә үҫемлектәрҙең был сифатын төрлө маҡсаттарҙа – йәшелләндереү, йәшәртеү, үрсетеү өсөн файҙалана. Әйтәйек, ҡарағаттың осон бөгөп, ергә күмеп ҡуйһаң, уның осондағы бөрөләр тамырланып китеп, яңы ҡарағат үҫеп сығасаҡ. Әгәр ҡартайған ағасты ҡырҡып ырғытһаң, уның төбөнән йәш ағастар үҫеп сығыр. Был алым баҡсаларҙы яңыртыу өсөн бик уңайлы, сөнки быға тиклем ағастар туплаған ҡеүәтле тамыр системаһы йәш быуынды үҫтереүгә йүнәлтелә. Ә орлоҡтан үрсеткән осраҡта, ағас тәүҙә тамырын үҫтереп алырға тейеш була.
Йоҡлаған бөрөнән, йә тамырҙан үрсем ебәреү мөмкинлеге бигерәк тә үләндәр донъяһында мөһим. Беҙ “күп йыллыҡ” тип йөрөткән үҫемлектәр, асылда, тамырҙары иҫәбенә киләһе йыл яңынан үҫеп сыға, ә көҙөн улар бар йәшеллек кеүек үк ҡыуара һәм ҡороп юҡҡа сыға. Шул арҡала беҙ үләндең бешеп орлоҡ биргәнен көтөп тормайынса, уны бесәнгә сабып ала алабыҙ, ә киләһе йыл шул урында шул уҡ үлән үҫеп сығасаҡ.
Вегетатив үрсеү үҫемлектәр донъяһында киңерәк таралған һәм ул иң ышаныслы юл тип һанала. Ул, асылда – әле беҙҙгә килеп ингән клонлаштырыу кеүек. Ләкин ул ағастың янында ғына, йә үҙендә барыуы ихтимал. Ә орлоҡ ярҙамында үҫемлектәр киң майҙандарға таралыу мөмкинлеге ала. Ләкин тәбиғәттә орлоҡ үҫеп китһен өсөн уңайлы шарттар бик һирәк була. Ай-һай, бик күп осраҡлы һәләкәттәр һағалай кескәй орлоҡто үрсеү юлында! Өйҙә үрсетмәләр ярҙамында үрсем алырға уйлаған кешеләр был хаҡта яҡшы белә.
Йоҡлаған үрсем бөрөләре ағастың олононда ла, тамырында ла була. Уларҙың ҡасан уянып китеп, яңы тормош башлап ебәреүе әлегәсә ентекле өйрәнелмәгән. Мәҫәлән, сейә йыл һайын бик күп орлоҡтарын ергә ҡоя, әммә уның төбөндә бер ҡасан да йәш сейәләр үҫеп сығып тормай. Ә бына төп олондан саҡ ҡына ситтәрәк, тамырҙарынан төрлө яҡлап йәш сейәләр йыл һайын ҡалҡып сыға. Ҡурай еләге лә шулай үрсей. Был өлкәлә йәш биологтарға өйрәнәһе һәм асаһы серҙәр күптер әле.
Читайте нас: