Күренекле ғалим, биогеограф, Башҡортостан тәбиғәтен, ерлеген өйрәнеүсе Сергей Кириков үҙенең «Көньяҡ Урал һәм Башҡортостан буйлап» исемле китабында Урал тәбиғәтенең үҙенсәлектәренә лә туҡталып үтә. Ауыл ҡарттарынан ҡайһы бер тәбиғәт күренештәрен яҙып та ала. Мәҫәлән, ҡышҡы бурандарҙың төрҙәре хаҡында мәғлүмәт ҡыҙыҡлы:
Яҙғы тәбиғәт боларыуы - аҡман-тоҡман менән бишҡунаҡ бурандарын бутаусылар бихисап. Әммә, улар икеһе ике төрлө тәбиғәт күренеше. Аҡман-тоҡман март айында үтһә, бишҡунаҡ апрелгә тура килә. Инде ҡар иреп бөтөп, йылы көндәр башланғас хасил булған һыуыҡты шулай атағандар. Уның ҡар, буран менән килеүе бар. Был күренеш Башҡортостан, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Волгоград өлкәләренә, Ҡаҙағстан территорияларына хас.
Башҡортостандың төньяҡ райондарында күҙәтелмәй, тиерлек.
Тәбиғәт күренешенең атамаһына бәйле легенда варианттары күп. Мәҫәлән, яҙ еткәс, ҡояш ҡыҙҙырып, үләндәр йәшәргәс, бер ырыуҙың биш ир-уҙаманы алыҫтағы ауылға үҙ туғандарын күрергә юлға сыға. Аяҙ күккә күтәрелеп, тирә-яҡта һабан турғайы һайрай, көн йылы, егеттәр кинәнеп ат өҫтөндә саба. Әммә, көтмәгәндә һыуыҡ ел иҫә башлай, күк йөҙөн ҡара болоттар ҡаплай, буран ҡотора. Һыбайлыларға яланда йәшенергә урын булмай, ә улар яҙғыса, еңел кейенгән. Ҡыҙғанысҡа күрә, улар юлда туңып һәләк булалар. Шул мәлдән алып, яҙҙың йылы көндәренән һуң килгән ҡаты һыуыҡты бишҡунаҡ тип атағандар.
Ҡаҙағстан ерендәге риүәйәттә иһә был буран биш көн дауам иткән тиелә (аҡман-тоҡмандың алты көнөнә оҡшаш). Һәр көн биш дуҫтың береһе үлә торған. Далалағы көслө төньяҡ-көнсығыштан иҫкән елде ҡаҙаҡтар «бес ҡонаҡ» тип атағандар.