- Туғыҙ була инде... Өйҙә үҙемдең бер бесәй балаһы бар бит!.. Уны ҡайҙа итәйем?
- Зөлфиә апай, минең көндәлеккә “2”ле ҡуйығыҙ әле!..
- Ниңә һиңә икеле ҡуйырға тейешмен һуң әле, Заһит?!!
- Былай, атайым бер көндө "Әгәр икеле алып ҡайтһаң - күрмәгәнеңде күрһәтәсәкмен!" тигәйне...
- Әсәкәйем, 30 һум бир әле.
- Нимәгә ул һиңә, утыҙ һум!?
- Мин уны анау меҫкен генә инәйгә бирәм...
- Иии, нескә күңеллемде. Мә, утыҙ һум. Ә ҡайҙа ул меҫкен генә инәй?
- Анааа тора бит, туңдырма һатып...
Уҡытыусы Моратты әрләй:
- Диктантың шыр хата! Нисек улай хаталы яҙырға мөмкин, Морат?!
- Ә кем диктантты диктовать итте, әәә?!
Тарих дәресе бара. Булат Сабирович Кәримде аяҡҡа баҫтырып:
– Һинең ҡасандан алып минең дәрестә булғаның юҡ, Кәрим? - тип һорай.
– Рим империяһы тарҡала башлағайны, Булат Сабирович...
– Тәәәк, Рәшиииит! Һин ниңә контроль эшен күршеңдән күсерҙең? - ти уҡытыусы апай.
– Ҡайҙан белдегеҙ быны, Рәйсә Камиловна?
– Бишенсе һорауҙа Назилә «Мин белмәйем!» тип яҙған. Ә һин «Мин дә!» тип яҙып ҡуйғанһың.