+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Март 2021, 15:40

ЭКСТРИМ

Әҙерәк икеләнә торғас эргәләге ҡаяға осоп еттем. Күлдәгем ҡулдан ысҡынып аҫҡа осто. Әлеге ваҡытта юғалған кейем хаҡында ҡайғырырға ваҡыт юҡ. Хәл булғанса ғүмер өсөн көрәшер кәрәк...

Хәлдәр насар. Хәҙер инде барыһы лә мөһим түгел. Үҙем дә һиҙмәҫтән ҡыҙыу вулкан янына килеп сыҡтым. Өҫтән ағып төшкән ҡыҙыу лавала батмаҫ өсөн бейек таш өҫтөндә торам. Ҡалай эҫе. Күлдәгемде сисеп тиремде һөртәм. Бында оҙаҡҡа ҡалырға ярамай, ҡасыр кәрәк. Әһә, эргәлә торған ҙурыраҡ ташҡа һикерермен, унан икенсегә, һуңынан иһә ҡыҙыу йылғаның аръяғына - ҡоро ергә лә барып сығырмын.
Әҙерәк икеләнә торғас эргәләге ҡаяға осоп еттем. Күлдәгем ҡулдан ысҡынып аҫҡа осто. Әлеге ваҡытта юғалған кейем хаҡында ҡайғырырға ваҡыт юҡ. Хәл булғанса ғүмер өсөн көрәшер кәрәк...
– Төш дивандан! - әсәйҙең тауышы ишетелде. – Күпме әйтергә була, һикермә өй буйлап! Иҙәндән күлдәгеңде ал да, ашарға бар. - тип бүлмә буйлап ҡуйылған ултырғыс, креслоларҙы урынлаштыра башланы...

#АйбулатСисәнбаев@hikayabash
https://vk.com/hikayabash
Читайте нас: