-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Март 2021, 07:55

Бөгөн улын дауаханала ҡалдырған артистың концерты була

Бөгөнгө тормошонан ул ҡәнәғәтме?

Бынан 20 йыл лек телевизор экрандарына сыҡҡан "Ай ҡыҙы" күп сериялы фильмды халыҡ яратып ҡабул итте. Уны ҡабатлап күрһәткән һайын бер нисә тапҡыр ҡараған кешеләр бихисап.

Киноның төп геройҙарының береһе Айһылыу – Эльмира Юлдашеваны халыҡ айырыуса йылы ҡабул итте. Уның өсөн борсолдо, шатлыҡтары булһа, ҡыуанды. "Ай ҡыҙы" бөгөн үҙе – өс бала әсәһе.
– Киноға төшкән ваҡыттарҙы һағынып иҫкә алам. Асы халҡы ҡунаҡсыл, ихлас булып хәтерҙә ҡалған. Тағы шуныһы – мин кинола "әсәй" булдым. Өфөнөң 4-се бала табыу йортонда миңә бер малайҙы биреп торҙолар. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡытта шул бәпесте ныҡ яратып өлгөрҙөм, үҙемдеке һымаҡ ҡабул иттем. Хатта һуңынан уны ҡалдырып киткәс, күңелгә ҡыйын булып торҙо, – тип хәтирәләргә бирелде артист. – Хәҙер үҙем өс бала тәрбиәләһәм дә, шул “балам”ды һаман онота алмайым, күрһәм, ҡыҫып-ҡыҫып яратыр инем.
Бөгөн, 27 мартта, Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Эльмира Юлдашева башҡарыуында моно-спектакль буласаҡ.
Ҡатын-ҡыҙ яҙмышын һөйләү, ҡатын-ҡыҙ хистәрен бирә алыу, ҡатын-ҡыҙ булмышын асып һалыу өсөн ҡатын-ҡыҙ булып яратылыу кәрәк. Был донъя бар булғандан алып уның кендеге ҡатын кешегә бәйләнгән. Гүзәл зат әҙәмиәтте бар итә лә, үҫтерә лә, тәрбиәләй ҙә һәм бөтөн төрлө башланғыстарға рухландыра ла ала. Ҡатын-ҡыҙ күңеле диңгеҙ кеүек төпһөҙ һәм сикһеҙ ҙә, тауҙарҙай бейек һәм ғорур ҙа, ҡырҙарҙай киң һәм яҡты ла.
Үҙенең тәүге шәхси концерты — монологында Эльмира ҡатын-ҡыҙ яҙмыштары, Һомайҙан алып Ер-әсәгә, йәш ҡыҙсыҡтан өләсәйгә, һөйөүҙән нәфрәткә, мәңгелектән бөгөнөгөгә тиклемге ҡатындар тарихын һеҙгә еткерәсәк. Бында һағыш та, хәтирәләр ҙә, хыялдар ҙа, мөхәббәт тә, юмор ҙә бар.
Читайте нас в