…Күп михнәттәр алып килгән аяныслы һуғыш йылдары… Нәҡ ошо йылдарҙың аслығын, яланғаслығын үҙ иңендә татый ул.
“Ашаған ғына бар ризығыбыҙ төрлө үлән, киндер орлоғо, йыуа, һарына булды. Бик аҙ ғына булһа ла әлдә картуфы булды, йылғала – балығы. Көҙөн баҫыуға башаҡ йыйырға сығабыҙ.
Эшеңә ҡарап, колхоз аҙлап бойҙайын бирә. Әсәйем теккән бәләкәй генә тоҡ менән ошо норманы ташыған булам. Ҡул тирмәнендә он итеп тартып, киндер онон ҡушып, икмәк бешерәбеҙ. Ә уның тәмлелеге‑е‑е!..” – тип һуҙа олатай.
“Бер мәл үҫмер генә балаларҙы – ағайым менән мине – Гитлер” ҡушаматлы үгеҙ ҙе егеп, бер нисә тоҡ иген тейәп, күрше ауылда урынлашҡан тирмәнгә он тарттырырға ебәрҙеләр. Эште тамамлап, кискә генә ҡайтырға сыҡтыҡ. Иртәрәк ҡайтып етеп, йөктө бушатып, келәт асҡысын тапшыра һалырға кәрәк. Ағайым үгеҙҙе сыбыртҡылай, ә үгеҙ, ҡарышҡандай, бер аҙым да атламай. Аптырауҙан ағайым, йәне көйөп, “Гитлер”ҙың ҡойроғон бора башланы. Бер заман, ҡойроҡ өҙөлөп китеп, арбаға килеп төштө лә йылан кеүек тулап ята. Мин ҡысҡырып илайым. Ауылға ҡайтҡас, колхоз рәйесе ағайыма, аңлатма яҙырға ҡушты. Ағайым: “Яуыз Гитлерҙың ҡойроғон түгел, башын өҙөргә кәрәк ине,” – тип яҙған аңлатмаһында. Фашист урынына уның исемен йөрөткән бер ғәйепһеҙ бахыр үгеҙ язаһын алды”, – тип, күҙ йәштәрен һөрт тө олатай.
“Күрше малай – ялан аяҡ, ә мин галошты аяҡҡа ҡуша бәйләп, ҡышын мәктәпкә йүгерә инек. Ас, яланғас булһаҡ та, уҡырға, кеше булырға теләгебеҙ ҙур ине. Бейәләйҙәребеҙ ҙең башы тишек, кейемебеҙ ҡырҡ ямаулы булыуға ҡарамаҫтан, тау шыуырға, сәкән һуғырға сығара торғайныҡ. Кәпәс бауын өҙгәнсе, танауҙарҙы ҡанатҡансы, уҙышып та, айпашып та уйнаныҡ. Тал ағасын ат итеп менеп сапҡан бала сағыбыҙ мәңгелеккә арт та ҡалды.
Кирбесен дә һуҡтыҡ, быйма ла баҫтыҡ. Күрше тимерсе Арыҫлан бабайҙан өйрәнеп, сәйнүк, самауыр ямарға ла өйрәндем. Былар барыһы ла тамаҡ хаҡына, аслыҡтан үлмәҫ өсөн эшләнде. Бына шулай, уландар, хәтирәләр йөрәктән юйылмай икән ул”, – тип һүҙен тамамланы олатай. …Тирә‑яҡта яҙ һулышы. Бар тәбиғәт уянғанда, донъя ҡоштарҙың илаһи моңона сумған… Шул саҡ, алыҫта, урман артында “торррайыҡ‑ торрайыҡ” тигән йөрәк өҙгөс тауыштар ишетелде. Был мәлдә, күкте ябып, торналар тыуған яҡтарына ҡайта ине. Аҡ торналар… Әйтерһең дә, яугирҙар рухы, ошо торналар булып, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтты. Еңеү яҙын байрам итергә…