-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Март 2021, 20:00
Күргәнегеҙ бармы был тәбиғәт мөғжизәһен?
Өфө ҡалаһынан 90 саҡрым ғына ерҙә урынлашҡан шарлауыҡ
Архангел районының
Абҙан
һәм
Асы
ауылдары араһында урынлашҡан. Атамалары шул ауылдар исеменән алынған. Тәбиғәттең саф һау һәм таҙа һыу өсөн туристар үҙ иткән ифрат күркәм бер мөйөшө. Ысынлап та, шарлауыҡтың һыуы тап-таҙа һәм тәмле.
Инйәрҙең
таш менән ҡапланған һөҙәк яр өҫтөнә, мең төрлө нурҙар уйнатып, алты метр самаһы бейеклектән бәләкәй генә
шарлауыҡ
ағып төшә.
Асы шарлауығын урыҫ теленә «Зеркальный», йә иһә «Ирҙәрҙең күҙ йәше» тип тә тәржемә итәләр. Сөнки алтмышынсы йылдар уртаһына тиклем шарлауыҡ булмаған. Бейек ҡаянан һыу тамсылап ҡына торған. Ошонан сығып, халыҡ төбәкте «Илаусы таш» тип тә йөрөткән. Ваҡыт үтеү менән һыу юлы нығыраҡ асыла барып, шарлауыҡ хасил булған.
Тәбиғәттең үҙ ҡанундары: айырыуса яҙ шарлауыҡ гөрләп аға, ә йәйен, һыу кәмегәс, ҡая буйлап сөбөрләй. Таштар еүешләнеп, ялтырап торғанға, уны «Көҙгөлө шарлауыҡ» тип тә атағандар.
«Илаусы таш» карбонат тау тоҡомдарынан тора. Еүеш мүк менән ҡапланған.
Шарлауыҡ
тауҙың Инйәргә төшкән көньяҡ битләүендә, урманлы текә ҡаяһында урынлашҡан. Төньяҡ битләүе һөҙәк, дала үҫемлектәре менән ҡапланған. Йәйгеһен шартый еләге ныҡ уңа.
Йәйен шарлауыҡ тапҡырында йылға тәрән түгел, уны кисеп тә үтәләр. Шарлауыҡ төшкән урында сумып сығырға мөмкин.
https://ba.wikipedia
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?