Нуриев Рудольф Хәмит улы (17 март 1938 йыл — 6 ғинуар 1993 йыл) — СССР, Бөйөк Британия һәм Франция сәхнәләрендә сығыш яһап, бөтә донъяға танылған башҡорт балет артисы, балетмейстер.
Ул 1938 йылдың 17 мартында Иркутск тирәһендә юлда поезда тыуа. Ул ваҡытта уның әсәһе Фәриҙә кескәй ҡыҙҙары менән Алыҫ Көнсығышҡа — Совет Армияһы политругы булған иренең хеҙмәт иткән урынына сәфәргә ҡуҙғалған була. Туғандарының иҫтәлектәренә ҡарағанда, Рудольф поезд Иркутскиға яҡынлашҡанда донъяға ауаз һала.
1939 йылдың июлендә ғаилә Мәскәүгә күсенә, һуңыраҡ һуғыш ваҡытында Өфөгә эвакуациялана. Бәләкәй Рудольф бейеү буйынса беренсе дәрестәрен нәҡ Өфөлә ала.
Рудольф халыҡ бейеүҙәре менән балалар баҡсаһында таныша башлай, үҙешмәкәр балалар ансамбле составында сығыш яһай. 1949 йылда Рудольф Анна Ивановна Удальцова (Мариин театрының элекке бейеүсеһе) етәкселегендә Уҡытыусылар Йортондағы бейеү студияһында шөғөлләнә башлай. 1953 йылда ул Өфө опера театры ҡаршыһындағы балет студияһына килә, башта статист була, һуңыраҡ артист дәрәжәһенә күтәрелә. 1955 йылдың 25 авгусында Нуриев Ваганов училищеһына уҡырға инә, күренекле педагог Александр Пушкин класында 3 йыл уҡый. 1958 йылдың апрелендә Рудольф Нуриев балет менән шөғөлләнеүсе студенттарҙың Мәскәүҙә уҙған Бөтә союз бәйгеһендә бик уңышлы сығыш яһай, шул уҡ йылдың июнендә сығарылыш имтихандарын уңышлы тапшырып, Киров театрының солисы булып китә. Театр сәхнәһендә Нуриев Фрондосо («Лауренсия»), Армен («Гаянэ»), Альберт («Жизель»), Солор («Баядерка») ролдәрен башҡара.
1961 йылдың 16 июнендә Киров театрының Париждағы гастролдәре ваҡытында Рудольф Нуриев Көнбайышта ҡалырға ҡарар итә. Унда бейеүсенең карьераһы бик уңышлы дауам итә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында дирижер булараҡ сығыш яһай.
Рудольф Нуриев 1993 йылдың 6 ғинуарында Парижда вафат була. Мәшһүр бейеүсе Сент-Женевьев-де-Буа зыяратында ерләнгән.
2021 йылдың ғинуарында Рудольф Нуриев исеме Башҡорт опера һәм балет театрының балет труппаһына бирелде.
Рудольф Нуриевҡа һәйкәл Башҡорт опера һәм балет театры янындағы аллеяға ҡуйыла. Уның авторҙары — скульптор Владимир Лобанов һәм архитектор Леонид Дубинский.
2018 йылдың 7 ноябрендә Ҡазандың Муса Йәлил исемендәге опера һәм балет театры эргәһендәге скверҙа күренекле бейеүсе һәм балетмейстер Рудольф Нуриевҡа һәйкәл асылды.
Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөләге хореография колледжы Рудольф Нуриев исемен йөрөтә.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында 1993 йылдың мартында «Был сәхнәлә 1953-55 йылдарҙа ХХ быуаттың күренекле бейеүсеһе Рудольф Нуреев үҙенең ижади юлын башланы» тигән һүҙҙәр яҙылған таҡтаташ асылды.
Рудольф Нуриев тураһында «Визит» фильмының презентацияһы үтте
Мәскәүҙә, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә «Рудольф Нуриев. Хыялындағы утрау» тулы метражлы документаль фильмының презентацияһы уҙҙы. Картинала 20 быуаттың бөйөк бейеүсеһе һәм хореографы Рудольф Нуриевтың Төркиә менән бәйле тормошо хаҡында бәйән ителә. Кино белгестәре һәм тәнҡитселәре гильдияһы премияһының махсус бүләгенә лайыҡ булған фильмды күрһәтеүҙә уның авторҙары — ҡуйыусы-режиссёр Евгения Тирдатова, монтажлау режиссёры Борис Мнухин, продюсерҙарҙың береһе Константин Серебряков ҡатнашты.
2018 йылдың 17 мартында «Рәсәй-Мәҙәниәт» телеканалы бөйөк бейеүсенең 80 йыллығына «Рудольф Нуриев. Танец к свободе» фильмын күрһәтә.
«Лебединое озеро» — принц Зигфрид, Ротбарт
«Щелкунчик» — Дроссельмейер, Принц
«Спящая красавица» — Синяя птица, принц Флоримунд (Дезире)
«Маргарита и Арман» — Арман
«Раймонда» — соло в па-де-катр, Жан де Бриен
«Ромео и Джульетта» — Ромео, Меркуцио
«Видение Розы» — Видение розы
«Шехеразада» — Золотой раб
«Послеполуденный отдых фавна» — Фавн
«Аполлон Мусагет» — Аполлон
«Песни странствующего подмастерья»
«Ночное путешествие» — Эдип
«Алая буква» — преподобный Димсдейл
1972 — «Я — танцовщик» / I Am a Dancer
1977 — «Валентино» / Valentino
1983 — «На виду» / Exposed
2015 - «Рудольф Нуреев. Остров его мечты». Реж. Евгений Тирдатов.[13]
1966 — «Спящая красавица»
1977 — «Ромео и Джульетта»