+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Март 2021, 16:32

Эйәрле ат беҙ менгәндәр...

Башҡорт атлыларының батырлығын мәңгеләштереү маҡсатында

2018 йылда Нидерландияла, Эйссел йылғаһы яры буйында атлы башҡорт яугиренә һәйкәл ҡуйыла. 1813 йылда, Эйссел йылғаһы ярҙарындағы еңеүҙән һуң, Нидерланд Короллеген баҫып алған наполеонсыларҙан азат итеү осоро башлана. Башҡорт яугирҙәре ҙур батырлыҡтар күрһәтә, нидерланд халҡы күңелендә уларға яҡты хөрмәт, ихтирам бөгөнгө көндәрҙә лә һаҡлана. Батырҙарҙы данлап һәйкәл һалырға дәһшәтле һуғыштар шаһиты булған Хеерде һәм Олст-Вейе муниципалитеттары тәҡдим итә. Проект авторы- Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Александр Таратынов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт аттары көнөн булдырырға тәҡдим итә.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА әҙерләне
Читайте нас: