-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Март 2021, 14:10

Елдәктең елле йырсыһы

Уның тауышы үҙе тыуып үҫкән Илеш яландарындай иркен, ә моңо, шул туғай-ҡырҙарҙағы тулған иген башаҡтарындай тирбәлеп, күңелдең иң нескә ҡылдарын иркәләй. Илшат Сибәғәтуллиндың йырҙарын бер ишеткән кеше, әгәр ҙә ул әҙ генә булһа ла ысын моң ҡиммәтен тоя икән, йырсының башҡарыуын танһыҡлап, плей-лист төймәләрен ҡабат-ҡабат кирегә әйләндерәсәгенә шик юҡ.

Ябай ауыл кешеләре булыуға ҡарамаҫтан, ғәжәйеп зыялы, уҡымышлы, ысын һүҙ һәм йыр сәнғәтен ҡәҙер иткән һәм уны сүп-сарҙан һис ауырлыҡһыҙ айыра белгән ғаиләлә ике малай, бер ҡыҙ үҫә. Әсәһе Сафия Ярулла ҡыҙы әҙәбиәткә, бигерәк тә шиғриәткә мөкиббән киткән зат була, үҙе лә шиғырҙар яҙа. Шуға ла, Илеш районының Елдәк ырыуына ҡараған Үрге Маншыр ауылында көн иткән Сибәғәтуллиндар йортонда ысын мәғәнәһендә китап культы йәшәй. Ә инде атаһы Әнәс Миңлеәхмәт улының гармун телдәрен алмашлап баҫып, берсә моңло, берсә шаян көйҙәр һуҙыуы Илшатта нескә зауыҡ тәрбиәләй. Кискеһен көндәлек эштәрҙе тамамлап бер ҡорға йыйылғанда, атаһының гармунына ҡушылып, ҡулында бәйләм энәһен дә уйнатып, яратҡан йырсыһы Фәрит Бикбулатов репертуарынан бер матур йырҙы көйләй әсәһе. Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә Роза Сәхәүетдинова ижад иткән «Аҡҡош күле» шулай итеп тап ғәзиз кешеһе башҡарыуында күңеленә һеңеп ҡалған Илшаттың.
«Әсәйем йырлағандан әҫәрләнеп, һүҙҙәрен яҙып алып, радионан Фәрит Бикбулатовтың йырын биргәндә, уға эйәреп башҡара башланым «Аҡҡош күле»н. Бәләкәйҙән халыҡ йырҙары тип иҫем китте. Рамаҙан Йәнбәков, Фәриҙә Ҡудашеваларҙың тауыштарына һоҡланып, кешелә шул тиклем дә моң буламы икән ул тип таң ҡалып, ҡат-ҡат тыңлай торғайным. Грампластинкаларҙың энәһе күсеп китмәһен өсөн өҫтөнә ауыр әйбер ҡуям да, донъяны онотам. Әле лә утыҙ-ҡырҡ йылдар элек популяр булған шул йырсыларҙың йырҙарын тыңлап-тыңлап алам. Күкрәктән сыҡҡан моңдарҙың милли йыр сәнғәтебеҙгә генә хас бөгөлдәре ҡолаҡты ғына түгел, йәнде иркәләй, шул тиклем рәхәт. Радионан Илфаҡ Смаҡов, Иҙрис Ғәзиевтарҙыҡы кеүек матур тауыш, моңло йыр ишетһәм, кинәт кенә үҙгәрәм дә китәм. Йырһыҙ торғаным юҡ, өйҙә үҙем дә йыш ҡына күкрәк тултырып йырлайым, был яҡтан үҙ йортом булыуы уңайлы», – тип үҙенең әлеге булмышы ниндәй рухи һәм эстетик зауыҡтар йоғонтоһо аҫтында формалашыуын бәйән итә йырсы. Илшат Сибәғәтуллиндың бәрхәт тауышының һәм мәғәнәле йырҙарының тәьҫир итеү көсө лә, беренсенән, тап шул быуаттар дауамында формалашҡан милли йыр сәнғәте талаптарынан тайпылмауында, уға тоғро ҡалыуында булһа, икенсенән, уның тыуған ерендә ғүмер кисереп, тыуған тупрағынан көн һайын көс һәм ҡеүәт алып, Ер һулышы менән һуғарылып йәшәүенәндер.
Бала саҡтан уҡ йырсы булыу теләге менән яна ул. Радионан Башҡортостандың халыҡ артисы шул-шул йырлай тип арҙаҡлы йырсыларҙы иғлан итһәләр, ҡасандыр үҙенең дә исеме эфир тулҡындарында яңғыраясағын, тауышы бар республикаға ишетеләсәген күҙ алдына килтереп, хыялланып ала.
Туғыҙынсы кластан һуң Өфөгә сәнғәт училищеһына имтихан бирергә юллана, әммә юлы уңмай. Алдан, тауыштарҙы тыңлау мәлендә, жюри ағзалары уға ыңғай баһа бирә, педагог Аэлита Хәйрулла ҡыҙы Чембарисова, тауышын айырыуса яратып, имтиханға саҡыра, тик үҙе аҙаҡ ни эшләптер имтихандарҙа була алмай. Тәүге һынауҙы еңел уҙа ул, тыны иркен, моңо тәрән тип һоҡланалар. Ә инде бығаса акапелло ғына йырлап өйрәнеп килгән ауыл балаһы өсөн фортепианоға ҡушылып сығыш яһағанда ритмды дөрөҫ тотоу ауырыраҡ бирелә. Юлында осраған көтөлмәгән кәртәгә бик ҡайғыра егет. Ысынлап та, сәнғәт училищеһында 4 йыл дауамында уҡыталар, шул арала фортепианоға ҡушылып йырларға ғына түгел, музыка ҡоралының үҙен дә үҙләштерергә өлгөрөр инем әле тип әсенә ул. Уҡырға инмәгәс, кире ауылға ҡайтырға ҡыйынһынып, һөнәрселек училищеһына бара. Илештә бер йыл слесарь һөнәрен үҙләштереп өлгөрә, 46 ғына йәшендә атаһы вафат булып ҡала. 17 генә йәшлек үҫмер, терәкһеҙ ҡалған әсәһе, уның менән бер йортта йәшәгән 86 йәшлек өләсәһе һәм ҡустыһы алдында яуаплылыҡ тойоп, ауылға ҡайта. Атайҙан ҡалған донъяны, аҙбар тулы һыйыр-һарыҡтарҙы ла таратҡыһы килмәй, ауыл кешеһенең ҡарап торғаны мал икәнен яҡшы аңлай. Колхозға эшкә төшә. Мал ҡарау ят шөғөл түгел, бәләкәйҙән уҡыуҙан ҡайтыу менән өҫтөн алмаштырып, йүгереп сығып малды ашатып-эсереүгә күнеккән. Өс йыл дауамында колхозда слесарь ҙа була, мал да ҡарай. Йырлағанын ишетеп, Семилетка ҡасабаһының мәҙәниәт йорто директоры эшкә саҡыра. Ҡаршы килмәй егет, көн дә өс саҡрымға йөрөп дәртләнеп эшләй. Концерт бригадаһы төҙөп, тирә-яҡ Илеш, Саҡмағош, Дүртөйлө, Балтас, Нефтекама, Краснокама яҡтарындағы барлыҡ ауылдарҙы тиерлек урап сығалар, тамашаларҙа үҙен сәхнәгә ҡабат-ҡабат саҡырып сығарып йырлаталар. Йәшем бара, өйләнергә лә кәрәк, төп йортта ҡусты ла бар, ул да буй етеп килә, тимәк, миңә айырым сығып, йорт төҙөргә кәрәк тип, киләсәге хаҡында уйлана Илшат. Мәҙәниәт йортонда өс йыл эшләгәндән һуң, йәһәтерәк йорт һалыу теләге менән янып, аҡсалыраҡ эш ҡараштыра. «Беҙҙең яҡтарҙа 1957 йылда нефть сығарыу башланған. Ике-өс туған ағайҙарым араһында Башҡортостандың атҡаҙанған нефтселәре байтаҡ, мин дә шул өлкәгә ҡыҙыҡтым. Тәүҙә эш тап әле тиһәләр ҙә, элекке эшемдән киттем, тик илдә көрсөк башланып, ойошмалар эшкә алыуҙы туҡтатты ла ҡуйҙы. Бер көн Дүртөйлө урамында мәҙәниәт бүлегендә эшләгән Резеда Рәйес ҡыҙы Зарипова осраны. Хәлдәремде һорашҡас, эшкә урынлаша алмай йөрөүемде әйттем. Ул миңә Туймазыла уҙасаҡ «Оҙон көй» һәм Нефтекама ҡалаһында буласаҡ «Дуҫлыҡ моңо» бәйгеләрендә район исеменән сығыш яһарға тәҡдим итте. «Дуҫлыҡ моңо»на ризалығымды бирә алмайым тинем. Сөнки унда татар халыҡ йырҙарын, татар композиторҙарының әҫәрҙәрен татарса, башҡорт йырҙарын башҡортса башҡарыр кәрәк, талаптарҙың ҙур булыуын, баһалама ағзалары араһында Миләүшә Мортазина, Фәрзәнә Сәғитова кеүек оҫталар ҙа барлығын белә инем. Профессионалдар бәйгеһе ул, уға әҙерлегем юҡ, ә Туймазыға халыҡ йырҙары менән барырға була, тинем. Шулай ҙа, өҙмәй ҙә ҡуймай өгөтләп, «Дуҫлыҡ моңо»на барырға ла күндерҙе ул мине. Нефтекамала беҙҙе Нур Дауытов менән Вәхит Хызыров ҡаршы алды, тауышты тыңланылар ҙа, йүгер сәхнәгә, тик һиңә аккомпаниатор булып тәжрибәле оҫталар ғына уйнаһын, тауышыңды боҙоп ҡуймаһындар, тинеләр. Баянсы Редик Фәсхетдинов, ҡурайсы Азат Айытҡолов, Айбулат Рәхмәтуллиндарҙың көйҙәренә ҡушылып, башта башҡорт халыҡ йыры «Уйыл»ды йырланым. Башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре араһынан, әлбиттә, үҙем бала саҡтан ғашиҡ булған йырҙы – Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә Роза Сәхәүетдинова ижад иткән «Аҡҡош күле»н, ә татарса Фәннүр Сафин һүҙҙәренә Риф Ғатауллин яҙған «Хушлашырға ашыҡма» һәм халыҡ йыры «Ҡара урман»ды башҡарҙым. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бик тулҡынландым. Етмәһә, унда, имтихандағы һымаҡ, һөҙөмтәләрҙе стенаға яҙып эләләр ине. Икенсе көндө төшөп ҡалдың тип ҡайтарып ебәрерҙәрме тип борсолоп, хатта төн йоҡламаным. Һынау турҙары уңышлы үтте, торараҡ, гран-при Сибәғәтуллинға тигән һүҙҙәр ҙә ишетелә башланы. Ни эшләп гран-при миңә булһын инде, мин бит ябай ауыл егете, уйнап һөйләһәгеҙ ҙә, уйлап һөйләгеҙ тип, ышанырға ла уйламаным. Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы Ноғоманова яныма килеп (ул да жюриҙа ине) сәнғәт училищеһына уҡырға саҡырһаҡ, киләһеңме, тип һорап китте. Мин ыңғай ғына яуап бирә алмағас, конкурсанттар, эй, иҫәр, шулай тип әйтәләрме ни, барғың килмәһә лә барам-барам тип кенә торорға ине, бөттө инде хәҙер, юҡ һиңә гран-при, тип асыуланды. Ысынында, бик ғәҙел, баһалы бәйге икән ул «Дуҫлыҡ моңо». Иртәнсәк йоҡлап ятһаҡ, һеҙҙе Нефтекама филармонияһының сәхнәһендә көтәләр тип ишек ҡаҡтылар. Ҙур балл йыйған биш-алты кешене музыкаль оҙатыуһыҙ, акапелло йырлатып ҡарарға йыйғандар икән. Урындар ғәҙел булһын тип шулай энә күҙәүенән үткәрҙеләр. Еңел автомашинаның асҡысын тапшырғас та, был хәлдең ысынбарлыҡта булыуына тиҙ генә ышана алманым. Алдан филармония ҡаршыһына ҡуйылған ул еңел автомобилде күреп йөрөнөк, миңә яҙған тип башыма ла килтермәгәйнем. 2002 йыл ине был, залда Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов та, «Башнефть» ойошмаһының генераль директоры ла бар ине. Сәхнәгә асҡыс алырға сығыр алдынан булған бер ҡыҙыҡты ла һөйләп китәйем әле. Ғүмерҙә араҡы эсеп ҡараған кеше түгелмен. Шунда миңә уйнаған музыканттар, әйҙәгеҙ, еңеүҙе йыуабыҙ тип ҡыҫтай башланы. Еңеүҙә уларҙың да өлөшө бар тип уйланым. Коньяк алдырҙылар. Һөйләшеп ултыра торғас, быларҙың ҡыҫтауына бирелеп, бер ҡалаҡтай ғына йотоп ҡуйҙым. Йотоуын йоттом да, эй шундағы ҡурҡыуым... Торһам, баш әйләнгән һымаҡ, ғүмер буйы ҡабып та ҡарамайынса, ошонда килеп оятҡа ҡалырға һиңә кем ҡушҡан. Кеше алдына сәхнәгә сығып, асҡыс ала алмай йығылды, иҫерек булған, тиһәләр ят та үл! Әҙәм көлкөһөнә ҡалдым бит, ниңә генә килдем был бәйгегә тип әллә нимәләр уйлап өлгөрҙөм. Ярай әле ҡапыл баш асылып китте.
Был ваҡиғаларҙан һуң бер аҙна самаһы ваҡыт үткәс, «Саҡмағош» нефть сығарыу идаралығынан Флүр Хәким улы Хәтмуллин шылтыратты. Аптырап киттем, мин эшкә урынлашаһы кешенең етәксеһе саҡыра лаһа!.. Хәлемде һорашты, бына шулай булды бит әле, һеҙгә эшкә инәм тип мәҙәниәттән киттем дә, эш менән килеп сыҡмай тора, кризисҡа тура килдем, тим. Ярай, беҙгә һеҙҙе эшкә алырға кризис та, башҡа әйберҙәр ҙә ҡамасауламаҫ, Нефтакамалағы сығышығыҙҙы «Башнефть»тең генераль директоры Ампир Шәйбәк улы Сыртланов бик оҡшатҡан. Тиҙҙән баш ҡалала Салауат Күсимовтың 60 йәше уҙа, шул банкетта хөкүмәт кешеләре алдында йырлап ҡайтырһың да, эшкә тотонорһоң, тине. Уйламаған ерҙән, үҙенән-үҙе эш мәсьәләһе хәл ителде лә ҡуйҙы, мин әле лә шунда эшләйем. Аллаға шөкөр, эшкә алғанда уҡ, кәрәккәндә концерттарға китә алаһың, тип әйтеп ҡуйҙылар. «Дуҫлыҡ моңо»нан һуң «Ирәндек моңдары», «Оҙон көй» бәйгеләрендә лауреат булдым. Башҡорт халыҡ йыры «Азамат»ты йырлап, Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нурсолтанда уҙған бәйгелә еңдем. Ҡазанға Илһам Шакиров исемендәге конкурсҡа барҙым. Беренсе турҙа жюриҙа Салауат Фәтхетдинов булды, икенсе турҙа ул ултырманы, Португалияға автоуҙышҡа китте. Шулай ҙа, яҡташыма минең премияны бирегеҙ тип әйтеп киткән, 2003 йылда ҙур ғына аҡса ине әле ул. Шунда Илһам ағай миңә һин тын алмайынса ла йырлайһың тигәйне, Салауат Фәтхетдинов уның тын алырға ваҡыты юҡ, тип шаяртты. Илһам Шакиров консерваторияға саҡырғайны Ҡазанға, йөрөмәнем.
Мәскәүҙә беҙҙең йыл һайын «Роснефть зажигает звезды» тигән конкурс-концерт уҙа. Унда былтыр жюри етәксеһе Наталья Подольская: «Телегеҙҙе белмәһәм дә, күңелем менән тойҙом йырҙы, һығылмалы тауыш менән башҡарҙығыҙ, рәхмәт», – тип йылы һүҙҙәр әйтеп күңелемде үҫтерҙе. Ул конкурста мин ике йыл рәттән беренсе урын алдым. Эшемдә етәкселек һәр ваҡыт ижадыма хөрмәт менән ҡараны, уңыштарымда уларҙың да өлөшө ҙур. Эш графигым бик уңайлы, ике көн эшләп, ике көн ял итәм, ижад менән шөғөлләнергә форсат бар.
Шулай итеп, тап «Дуҫлыҡ моңо» миңә ҙур юл асты. Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина шунда сәнғәт академияһына уҡырға саҡырҙы. Вокал бүлегенең ситтән тороп уҡыу бүлеге юҡ, «Башҡорт музыкаһы» факультетына барҙым. Сессия мәлендә Миләүшә Ғәли ҡыҙынан дәрестәр алдым. Әле лә аралашып торабыҙ. Ул мине филармонияға әҙерләйем тигәйне, төплө генә эшем бар, ауылда йорт та һалдым, күсеп китә алмайым, тинем. Миләүшә Ғәли ҡыҙы ысын маэстро, тәбиғи тауышымды үҙгәртмәй йүнәлеш кенә бирҙе. Эх, баштан беҙгә эләкһәң, ниндәй опера йырсыһы сығыр ине, тип көрһөнөп ҡуя ул ҡайһы саҡ, ә мин көйөнмәйем. Хәҙер бит, шөкөр, ижад кешеһенә юл асыҡ, сығыш яһарға саҡыралар, йырҙарым радио-телевидениела яңғырап тора. Унан, ҡала шау-шыуына ла күнекмәгәнмен. Өфө минең өсөн байрам ғына булып ҡалһын, тим. Ҡала шарттарында ижад итеп тә булмаҫ ине ул. Ә мин иртәнсәк тормош иптәшем сәскәгә күмгән, хуш еҫтәр бөрккән ихатаға сығам, һандуғас һайрай, һыҙылып ҡояш ҡалҡа, баҫыуҙа ужым шаулай, шундай илаһи мәлдәрҙә генә күңелемдә моң тыуа», – тип Илшат Әнәс улы үҙенең хеҙмәт һәм ижад юлын ихлас барлай.
Былтыр Өфөнөң «Башҡортостан» концерт залында Илшат Сибәғәтуллин, үҙенең 20 йыллыҡ ижадына арнап, ҙур концерт ҡуйҙы. Тамашаны халыҡ яратып ҡабул итте, матур сценарийға нигеҙләнгән концерт боронғоса: алып барыусы менән, бейеү, ҡурай моңона үрелеп барҙы. Хәҙерге бер башҡарыусы сәхнәнән сығып та өлгөрмәҫтән икенсеһе сығып йырлай башлаған сәйер концерттарҙың йәмен күрмәйем, ти йырсы. Хеҙмәтенә күрә хөрмәте тигәндәй, Илшат Сибәғәтуллиндың халыҡсан ижадының һуңламай, мәлендә баһаланыуы ла ҡыуаныслы. 25 йәшендә үк Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелә. Башҡорт ҡоролтайының урындағы бүлеген етәкләп, емешле эшләгәне өсөн Ҡоролтайҙың «Ал да нур сәс халҡыңа» тигән миҙалы менән дә бүләкләнгән. Ә инде күптән түгел генә, 2020 йылдың декабрь аҙағында, тағы ла бер һөйөнсө еткергәндәр, ижадсының күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте һәм эшендәге уңыштары өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путин уға тәғәйен Рәхмәт хатына ҡул ҡуйған, бүләкләү тантанаһы яҡын арала булыр тип көтөлә.
Урындағы Башҡорт ҡоролтайын етәкләргә тәҡдим иткәстәр, уның үтә яуаплы эш булыуын аңлап, баш тарта. Ризалаталар, тотонғас инде, Сибәғәтуллинса, ихлас эшләй. Төрлө сараларҙан тыш, күҙгә күренмәҫ ҡағыҙ эше, халыҡ менән эшләү, тарихты өйрәнеү – һәр береһенә бар күңелен һала. Иҫке Күктауҙың яңы клубында уҙған «Быуаттар ауазы – шиғри юлдарҙа» тигән шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе кеүек рухты уятыр саралар, ысынлап та, халыҡты ҡуҙғатып, уйға һала, ти. Ҡоролтай эше арҡылы кеше менән аралашыу ижадын да байыта. Тарих йылына илештәр шәжәрә байрамы, башҡорт халыҡ йырҙарын тарихын һөйләп йырлау буйынса бәйге кеүек ҙур саралар ниәтләгән.
Тормошта бер нәмә лә юҡҡа түгел. Бала сағынан ижадына һоҡланған Гөлфиә Юнысова менән дә улар уйламағанда, бер тамаша мәлендә танышып китә. Ауылына ҡайтып, үҙенең ҡотло йортонда шағирә бүләк иткән китапты асып, уның шиғри донъяһына сумғас та, ғәжәп, бығаса бер ҡасан да көй яҙып ҡарамаған Илшаттың күңеленә урғылып моң килә. Үҙенән-үҙе тип әйтеп булмай, шиғыр юлдарына эйәреп тыуа яңы көй. Заманында әсәһен илһамландырған ижадсының бер килеп үҙен дә дәртләндерер, хатта яҡын дуҫына әйләнерен кем белгән... Бер-бер артлы Гөлфиә Юнысованың ундан ашыу әҫәренә йыр яҙып ташлай. Шулай уҡ Зөһрә Рәхмәтуллинаның ике шиғырын көйгә һалған. Зөһрә Йыһанур ҡыҙы уның башҡарыуын оҡшатып, һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе ижад итеп, йырсының зауығына тура килгән ундан артыҡ йыр тәҡдим иткән. Улар барыһы ла матур, шулай ҙа араларынан «Көтәм һине» тигәнен тамашасы айырыуса үҙ иткән. Гөлфиә Юнысованың «Янар сәскәм бит һин минең» тигән шиғырына яңыраҡ тағы бер яңы йыр тыуған, «Беҙҙең вальс» шиғырына ла көй тумаланып килә, тип һөйөнә Илшат. Йырҙарын ул үҙенә тәғәйенләп яҙа. Һүҙҙәрен үҙең яҙып, үҙең башҡарһаң, күпкә отошло икән, сөнки үҙеңдең мөмкинлегеңдән сығып ижад итәһең. Юғиһә, ҡайһы бер үҙешмәкәр композиторҙар, йырымды мин яҙғанса башҡармайһың, тип дәғүә лә белдергәне булды, ә бит был тәбиғи, һәр башҡарыусы йырҙы үҙенсә яңғырата тип, күңелендәге көй шишмәһенең йырылып китеүенә һөйөнә ул.
«Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының шиғырҙары йырға йәтеш ята, улар әллә ҡайҙан айырылып тора һәм бер бөтөн булыуҙары менән ҡиммәт миңә. Әтеү, күп авторҙарҙың шиғырҙары бер матур фекер менән башлана ла, аҙағы әллә нисәгә тармаҡлана ла китә, ундай шиғыр йыр була алмай. Шунан хәҙер пенсияға сыҡҡас яҙа башлаған шағирҙар күбәйҙе, ул ғына ла түгел, уларҙы антологияларға индерәләр, аптыраҡ бит! Ике һыйырын һатып дәүләт нәшриәтендә китап сығарып, Яҙыусылар союзына ағза булып ингән «шағир»ҙар беҙҙең яҡта ла бар. Ул ғына түгел, мәктәптәргә йөрөп балалар менән осрашалар. Беҙ Мостай, Рәми, Биишеваларҙың һүҙ сәнғәте тәьҫирендә үҫтек, ә бындай уртаҡулдар ниндәй рухи үҫешкә ынтылдыра ала һуң йәш быуынды? Барыбер ҙә профессионализм тигән нәмә булырға тейеш. Йырҙарҙы ла, худсовет аша үткәреп алалар тиһәң дә, сәйер генәләре лә эфирға эләгеп китә. Берәү, ана, алма бәлеше бешерәм тип йырлай, примитивизм тыңлаусыларҙы биҙҙерә, ысын сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙең бәҫен төшөрә түгелме ни? Тос һүҙҙе һуҡыр ҙа һиҙә тиҙәр, кимәл барыбер һиҙелә инде ул», – ти Илшат. Килешмәй булмай, бындай һүҙҙәрҙе ысын сәнғәтте аңлап үҫкән, уны юҡ-барҙан айырған, был күренеш менән килешә алмаған кеше генә тура ярып әйтә ала.
Әҙәбиәтте һөйгәнгәме, байтаҡ ҡына әҙиптәр менән дуҫлашып, аралашып йәшәү бәхете лә яҙған Илшатҡа. Бигерәк тә Рауил Бикбай, Роберт Миңнуллиндар менән таныш булып, үҙҙәре тере саҡта кәңәш-фатихаларын алып ҡалыуына рәхмәтле.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй, Илшат Әнәс улының ҡыҙы менән улы ла йыр-моңға ғашиҡ. Ҡыҙы Гөлшат балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк район кимәлендә уҙған «Йондоҙсоҡтар» бәйгеһендә йырлап беренсе урын алған. Әле лә йыр-шиғыр бәйгеләренән ҡалмай, Рәми Ғариповтың «Туған тел»ен һөйләһенме, «Сыңрау торна»ны башҡарһынмы, сәхнә үҙенә килешеп тора. Улы Илһам иһә атаһы башҡарған йырҙарҙы тыңларға ярата. Шуныһы ҡыҙыҡ, йыр бәйгеләренә балаларҙы йырсы аталары түгел, ә музыканан алыҫ торған әсәләре Зирина ханым әҙерләй. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған, күтәрмәләй белгән ғаиләнең районда ла абруйы ҙур. Ер улы, ер кешеһе ул Илшат Әнәс улы. Әллә ниндәй ялтырауыҡ хыялдар менән дә янмай, тыуған еремдә тыныс ҡына ижад итеп йәшәһәм, тағы ла Өфөлә берәй концертымды ойошторһам, ижадташ дуҫтарым менән аралашып йәшәһәм, шул еткән, ти.
Ижады хаҡында үҙенсәлекле китап әҙерләй йырсы, ул авторҙың көндәлектәренә нигеҙләнәсәк. Китап фанаты ла әле ул үҙе. Өфөгә барһа, «Китап» магазинынан буш сыҡмай. Ҡиммәтле бүләккә ҡарағанда, китапҡа нығыраҡ ҡыуанам, ти. Телевизор ҡарарға яратыусылар «Бай баҡса» тапшырыуы аша Илшатты ҡарама бәшмәге үҫтереү оҫтаһы тип тә белә. Йырсы, нефтсе, баҡсасы... Дала улы булһа ла, тауҙар ҙа тарта уны. Ғаилә менән йыл да Башҡортостандың берәй тарафына сығып, тауҙарға артылыуҙы ғәҙәт иткәндәр. Сәләмәт тормошто һайлауына иһә өләсәһе «ғәйепле». Илшат үҫкән саҡта өләсәһе улар менән йәшәй. Бәпкә көткән өләсәһенә батмус менән үҙе ҡойған ҡоймағын, ҡайнар сәйен йүгертеп ташыған ихлас малай уның һәр өгөт-нәсихәтен күңеленә һеңдерә бара. Әле лә өләсәһенең аҡ нәсихәттәренә таянып, уның әйткәндәренә тоғро булып йәшәй ул. «...Кешенең 13-14 йәштәрендә бер һынылышлы ваҡыт була, бына шунда кеше үҙ-үҙен ҡулға алып китергә тейеш... ...Кеше үҙенең эше менән ҡәнәғәт булырға тейеш, шунда ғына йәшәү матур була. Күп кешеләр шуны таба алмай. Шуның өсөн үҙеңдең мөмкинлегеңә ҡарап йәшәр кәрәк... ...Бүтәндәргә ҡарап ярышыу мәғәнәһеҙ...» Ҡасандыр үҙенә төбәлгән был кәңәш-нәсихәттәрҙе хәҙер ул үҙе лә аңғармаҫтан балаларына ҡабатлай.
Тәбиғәт тарафынан үҙенә бирелгән моңдо тәләф итмәй, ижады арҡылы кешеләргә еткергән, иркен тынлы, киң диапазонлы, тауышы бар. Ер шарын иңләһә лә, үҙе һис тә тыуған төйәгенән айырылмаған ҡабатланмаҫ тауышлы Елдәк егете Илшат Сибәғәтуллиндың матур йырҙары, яҡты фәлсәфәһе, тормошҡа етди ҡарашы һоҡландырғыс. Ошондай төплө егеттәре менән көслө лә инде беҙҙең башҡорт иле!
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Читайте нас: