3-4 көн һөттөң шыйыҡ ҡаймағын (һөт өҫтөн) айырып йыйнайбыҙ. Үткәрелгән һөттән ҡатыҡ эшләп, йылы урында ултыртып алғас, ағас көбөгә ҡаймаҡты ла, ҡатыҡты ла ҡойоп, талғын ғына һелкеткеләп туҡырға кәрәк. Был эш ап-аҡ ҡына еңел май күбексәләре айырылып сыҡҡанса дауам итә. Үтә шәп туҡығанда ла, үтә яй туҡығанда ла күберектәй май милеп сыҡмай. Иң әүәле, бисмиллалап, күңел һалып тотонорға кәрәк.