+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Март 2021, 15:00

Күңел көҙгөһө хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр

Яратҡан кешебеҙгә ҡараған саҡта, күҙ алмаһы 45 процентҡа киңәйә икән.Ир-аттарҙың һәр ун икенсеһе -

дальтоник.
Күҙҙәребеҙҙең һәр береһе 107 миллион күҙәнәктән тора икән.
Кешенең күҙе тик өс төҫтө - ҡыҙыл, зәңгәр, йәшел төҫтәрҙе генә айыра. Ә башҡа төҫтәр - ошоларҙың ҡатнашмаһы.
Күҙҙәрҙең ауырлығы - 7-8 грамм тирәһе.
Күҙҙәр һоро төҫтөң 500 төрөн төҫмөрләргә һәләтле.
Ҡуңыр күҙҙәр ысынында иһә зәңгәр имеш. Тик зәңгәр пигмент аҫтында. Хатта лазер ярҙамында ҡуңыр күҙҙәрҙе ғүмерлеккә зәңгәргә әйләндереп була икән.
Аҫҡы һәм өҫкө күҙ ҡабаҡтарында үҫкән керпектәрҙең һаны - 150 тирәһе.
Күҙ уртаса дүрт секунд һайын йомола. 12 сәғәткә уртаса 25 минут күҙҙәребеҙҙе йомабыҙ. Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәргә ҡарағанда күҙҙәрен ике тапҡырға йышыраҡ йома.
Иң һирәк осраған төҫлө күҙҙәр - йәшел.
Күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ, сәләмәт булығыҙ!
Читайте нас: