– Оҫта итеп ҡурай уйнай белеү өҫтөнә, Ишмораттың профессиональ кимәлдә йырларға өйрәнеү теләге уны Өфө сәнғәт институтының вокал бүлегенә алып килгән, – тип һөйләй Франгизә. – Мин актерҙар әҙерләү бүлегендә уҡый инем бит инде. Сентябрь айҙарында студенттарҙан агитбригада төҙөп, Ҡараиҙел яғына ебәрҙеләр беҙҙе. Юлда барғанда оло ғына йәштәге инәйҙәрҙе ултыртып алдыҡ. Ишморат улар менән бик ихласлап, матур итеп һөйләшеп бара. «Ниндәй алсаҡ, саф күңелле егет», – тип уйлап ҡуйҙым.
Бер нисә көндән минең тыуған көнөм етте. Ҡыҙҙар йәшәгән бүлмәгә кереп, мендәр аҫтына кемдер «Милой женщине» тип аталған хушбуй һалған шул көндә. «Кем миңә бындай бүләк алды икән?», – тип баш ватам. «Егеттәр, ҡайһығыҙ миңә ундай бүләк алырға баҙнат итте?» – тим. «Мин алғайным, ниңә, оҡшамаймы ни?» – тип, ҡаушап китте Ишморат. «Мин һиңә ниндәй «женщина» булайым», алып кит бүләгеңде», – тим, асыуланып. Һуңғараҡ, емеш-еләк һала торған ваза тотоп кергән егет. Шунан дуҫлашып, етәкләшеп йөрөй башланыҡ. Бер йыл үткәс, сентябрҙә Хәйбуллаға алып ҡайтып китте. Никах уҡытып, туй үткәреп, шулай йәшәй башланыҡ. Тағын бер йылдан, сентябрҙә Зөлхизәбеҙ тыуҙы.